Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Энгельс Ҡолмөхәмәтов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Энгельс Вәрис улы
Ҡолмөхәмәтов
Энгельс Кульмухаметов.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

Тыуған көнө:

1 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы ауылы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Салауат Юлаев ордены
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (1 октябрь 1951 йыл) — дәүләт, комсомол органдары, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энгельс Вәрис улы Ҡолмәхәмәтов 1951 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы[1] ауылында тыуған. 1974 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын[2] һәм «хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә юрист-ойоштороусы» һөнәре буйынса СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлаған.

  • 1969—1974 йылдар — Өфө нефть институты (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) студенты.
  • 1976—1978 йылдар — Урал-Себер нефть үткәргестәр идаралығы инженеры.
  • 1978—1980 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының икенсе секретары.
  • 1980—1981 йылдар — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы.
  • 1981—1986 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, аҙаҡтан беренсе секретары.
  • 1986—1988 йылдар — СССР Эске эштәр министрлығы Академияһы тыңлаусыһы.
  • 1988—1991 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен һаҡлау идаралығында башлыҡ урынбаҫары.
  • 1991—1993 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Йәмәғәт именлеге хеҙмәтенең башлыҡ урынбаҫары.
  • 1993—1994 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы «Һаҡ» берекмәһе, һуңынан ведомствонан тыш һаҡлау идаралығы етәксеһе.
  • 1994—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Һалым полицияһы департаменты, һуңынан Рәсәй Федерацияһы һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе.
  • 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары.
  • 2002—2007 йылдар — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы.
  • 2007 йыл — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе.
  • 2007—2010 йылдар — Берҙәм Рәсәй Бөтөн Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси советы секретары.
  • 2007—2011 йылдар Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Именлек буйынса комитет ағзаһы.
  • 2012—март 2016 — «Янғантау» санаторийы директоры.

Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007)[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2015 йылдың 1 декабрендә Берҙәм ҡабул итеү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтов «Янғантау» шифаханаһында граждандарҙы ҡабул итте[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]