Баяс (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баяс
Башҡарыусы

Ғ. З. Сөләймәнов, С. Ә. Абдуллин, Р. Ғ. Бүләкәнов, Ф. Ә. Килдейәрова, Т. Х. Үҙәнбаева

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

«Баяс» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй, лирик-эпик характерлы йыр[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Баяс» типи аталған оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырын тәүге тапҡыр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов яҙып ала һәм үҙенең 1985 йылда сыҡҡан «Ҡурай» китабына индерә. Йырҙың киләһе яҙмаһын фольклорсы Ф. Х. Камаев эшләй.

Риүәйәт буйынса, Баяс Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күсей ауылында йәшәгән. Ул йорт старшинаһы ғына түгел, оҫта йырсы, ҡурайсы ла булған. Баяс (Баязетдин) ябай халыҡтың мәнфәғәте менән янып йәшәгән, ғәҙеллекте яҡлап властар менән низағлашыуға тиклем барып еткән.

Шуның арҡаһында Баяс ҡулға алына һәм Себергә һөрөлә. Һөргөндән ҡасып, тыуған яҡтарында йәшеренеп йәшәй. «Баяс» йырын да ҡасҡын булып йөпрөргә мәжбүр ителгән ир үҙе ижад иткән тигән фараз бар. Был йыр башҡорт халҡы тарихының айырым бер осорон сағылдыра һәм эске тойғо-кисерештәргә бай.

«Баяс» көйө ике вариантлы. Тәүге варианты тотанаҡлы ҡырыҫ характерлы. Икенсеһе — лирик йүнәлешле, үҙенсәлекле моң биҙәктәре менән йәлеп итә. биҙәктәргә бай[2].

Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәренән һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы.
Ат ҡушаҡлап йөрөп, бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,
Огорола тип хурланаһығыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәҙе.
Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә,
Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.
Ғәзиз генә башым әсир булғас,
Дуҫ-иштәрем минең ят булды.
Ямғыр яуған саҡта ҡырҡып алдым
Йәш сауҡаны — ҡыуыш ҡорорға.
Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән
Нәҫел — ырыуыбыҙ ҡорорға.
Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,
Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,
Һау — сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын
Тыуған илкәйемә лә әйләнеп.[3]

Башҡарыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Баяс» йырын еренә еткереп оҫта башҡарыусы йырсылар: Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы, Абдуллин Сөләймән Әйүп улы, Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы, Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы[4][5]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа, 1996.
  • Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988; Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of my folk. Уфа, 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]