Эстәлеккә күсергә

Тау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полик Вулканы (Mt.Paulik), Аляска
Ямантау

Тау — бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын[1][2].[3]; ер рельефының тигеҙлек өҫтөнән ыңғай яҡҡа үҙгәргән формаһы, ер өҫтөнөң төрлө бейеклектә (бер нисә метрҙан бер нисә километрға тиклем) айырылып торған өлөшө. Эргәһендәге тигеҙлектән тау итәге айырып тора.

Тау түбәһе формаһы буйынса тау сусағы һымаҡ, плато һымаҡ, көмбәҙ һымаҡ була. Һыу аҫтындағы тауҙар утрауҙар кеүек ҡалҡып сығыуы мөмкин.

Барлыҡҡа килеүе буйынса тауҙар тектоник күренештәрҙән һәм вулкандан барлыҡҡа килгән тауҙарға айырыла[4].

Тау микрорельефы формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙарҙа ер өҫтөндәге тигеҙлек өсөн хас булмаған микрорельеф формалары булыуы хас. Микроэлемент формалары:

  • армыт
  • түбә
  • тау бите
  • үңер, тау итәге
  • һөҙәклек
  • артылыш
  • үҙән
  • тау кикреге
  • һырт
  • арҡа
  • боҙлоҡ
  • морена (боҙлоҡ менән бергә шыуышып төшкән тау тоҡомдары өйөмө)
  • һәм башҡалар
Миҙгелгә бәйле ҡар ҡатламы менән ҡапланған донъялағы иң бейек тауҙарҙың береһе — Мауна-Кеа (4205 м) тауы

Сағыштырмаса һәм абсолют бейеклеге буйынса тауҙар түбәндәгесә төркөмдәргә бүленә[5]:

  • бейек, сағыштырмаса бейеклеге 2 километрҙан артыҡ, абсолют бейеклеге 3 километрҙан артыҡ;
  • уртаса, сағыштырмаса бейеклеге 0,8—2 километрҙан артыҡ, абсолют бейеклеге 1—3 километрҙан артыҡ;
  • түбән, сағыштырмаса бейеклеге 500—800 метр, абсолют бейеклеге — 1000 метрға тиклемм.

Ер йөҙө буйынса тау массивтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙарҙың бейеклеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сағыштырма бейеклеге буйынса иң бейек тауҙарҙың береһе — Мауна-Кеа (4205 м) ҡарлы түбәләре.

Сағыштырмаса һәм абсолют бейеклеге буйынса тауҙарҙы ошолай бүлеү ҡабул ителгән[6]:

  • бейек, сағыштырмаса бейеклеге 2 километр, абсолют — 3 километрҙан артыҡ;
  • уртаса, сағыштырмаса бейеклеге 0,8—2 км, абсолют — 1—3 километр;
  • тәпәш, уртаса 500—800 метр бейеклектә, абсолют бейеклеге — 1000 метрға тиклем

Ҡитғалар буйынса иң бейек тауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙар һәм климат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙарҙың айырым параметрҙарына ярашлы рәүештә климат үҙгәрештәре кеше өсөн һәр ваҡыт кире күренеш түгел. Бейеклеккә күтәрелеүгә бәйле һауа температураһы төшә, ә билдәле бейеклеккә тиклем яуым-төшөм һаны арта. Тауҙар уртаса климат булған ерҙә — һалҡын, эҫе климатта — уртаса, ҡоро климатта дымлы климат барлыҡҡа килтерә. Шунлыҡтан — Урта Азияның таулы болондарында, Үҙәк һәм Көньяҡ Американың, Африканың (Эфиопия, Кения, Уганда, Бурунди, Руанда һ. б.) таулы төбәктәрендә, Азияла һәм Яңы Гвинеяла игенселек, ауыл хужалығы үҫешкән.

Орографияның төрлөлөгө төрлө климат шарттары барлыҡҡа килеүгә ыңғай тәьҫир яһай. Мәҫәлән, Һиндостандың төньяғында, Америка тропик өлкәләрендә тауҙарҙың бейеклеге үҙҙәренең үк төрлө өлөшөндә эҫе, уртаса һәм һалҡын һыҙаттар барлыҡҡа килтерә.

Орография һауа ағымына ла, ҡояш яҡтылығына ла йоғонто яһай. Елле яҡтан яуым-төшөм арта, елһеҙ яҡта кәмей. Елдәргә юлды кәртәләп, улар битләүҙәрҙә айырым климат булдыра.

Башҡортостан, шулай уҡ тарихи башҡорт ерҙәре тауҙарҙан айырылғыһыҙ. Урал — таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кара диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40—60 км, урыны менән 100 километрға етә.

Урал төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡтарға бик бай. СССР-ҙа сығарылған 55 төрлө ҡаҙылдыҡтың 48 төрө Уралдан булған.

Иң бейек түбәләре: Пай-Хой — Мореиз (Вэсэй-Пэ) тауы (423 метр). Поляр Урал — Пайер тауы(диңгеҙ кимәленән 1472 метр). Поляр түңәрәк яны Уралы — Народная тауы (1895 метр), Манарага тауы (1662 метр). Төньяҡ Урал — Тэлпосиз тауы (1617 метр). Урта Урал — Конжаковский Камень тауы (1539 метр). Көньяҡ Урал — Ямантау (1640 метр), Оло Ирәмәл (1582 метр). Муғалжар — Боктыбай тауы (567 метр).

Көньяҡ Уралдағы иң бейек түбә — Ямантау (1640 метр) — Башҡортостандың Белорет районы Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Тауҙар — башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт тарихы Урал тауҙары менән тығыҙ бәйле, һәм был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ла асыҡ күренә. Тауҙар менән бәйле мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар бик күп, фольклорсылар тарафынан байтаҡ йырҙар ҙа яҙып алынған. Киң билдәлеләренән «Ирәндек» ,«Ирәмәл», «Ҡағы ташы», «Ҡалды» һәм башҡалар, ә мәшһүр «Урал» йыры иһә башҡорт халҡының милли гимны тип һанала.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам,

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,

Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.

Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,

Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.


  • Лукашов А. А. Гора // Большая российская энциклопедия / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2007. — Т. 7. — С. 418. — ISBN 978-5-85270-337-8.
  • Гора // Географический энциклопедический словарь. Понятия и термины / Гл. ред. А. Ф. Трёшников. — М.: «Советская энциклопедия», 1988. — С. 73.
  • Иностранцев А. А. Горы // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Какой высоты могут быть горы?. Туризм и отдых. Полезные советы туристам. Дата обращения 24 сентября 2011. Архивировано 3 февраля 2012 года.
  • Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
  • Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
  • Галин Салауат Әхмәҙи улы Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. — Өфө, 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. — Өфө, 1997. — 288 бит.
  1. Лукашов А. А. Гора // Большая российская энциклопедия / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2007. — Т. 7. — С. 418. — ISBN 978-5-85270-337-8.
  2. Гора // Географический энциклопедический словарь. Понятия и термины / Гл. ред. А. Ф. Трёшников. — М.: «Советская энциклопедия», 1988. — С. 73.
  3. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  4. Иностранцев А. А. Горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Какой высоты могут быть горы? Туризм и отдых. Полезные советы туристам. Дата обращения: 24 сентябрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2011 йыл 28 май архивланған.
  6. Какой высоты могут быть горы? Туризм и отдых. Полезные советы туристам. Дата обращения: 24 сентябрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2011 йыл 28 май архивланған.