Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау
Башҡорт медицина университеты

Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау — Башҡортостан Республикаһы халҡының һаулығын нығытыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән, уларға һаулығын юғалтҡан осраҡта медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ғүмерен оҙайтыу өсөн сәйәси, иҡтисади, хоҡуҡи, социаль, мәҙәниәт, фәнни, медицина, санитар-гигиеник һәм эпидимияға ҡаршы саралар йыйылмаһы.  

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда медицина учреждениелары XVII быуатта тау заводы һәм Башҡорт ғәскәре янында барлыҡҡа килгән. Өфө, Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында дауаханалар асыла. 

1819 йылда тәүге ике табип участкалары ойошторола, уларға Бәләбәй, Минзәлә, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре инә.

1876 йылда Өфөлә губерна земство дауаханаһы асыла. 1913 йылға Өфөлә губерна земство дауаханаһы, Психиатрик дауахана, Чижов дауаханаһы[1], 35 койкалыҡ йоғошло  ауырыуҙар өсөн дауахана,  бала табыу йорто, күҙ дауаханаһы, тимер юл дауаханаһы, төрмә дауаханаһы, 2 дини училищела  ҡабул итеү бүлмәләре була.

1919 йылға республикала 60 медицина учреждениеһы, шул иҫәптән 520 койкалыҡ 2 госпиталь, 220 койкалыҡ  11 дауахана, йоғошло ауырыуҙар өсөн 1045 койкалыҡ 22  барак, 3 амбулатория, 21 фельдшер пункты, теш дауалау кабинеты, шулай уҡ аптека һәм аптека магазины була. 

1924 йылда Республика Ҡыҙыл Тәре Йәмғиәте вәкилдәренең Беренсе Бөтә Башҡорт съезы үтә. 30-сы йылдарҙа БАССР-ҙа трахома, тапма ауырыуын бөтөрөү буйынса, халыҡта туберкулез һәм венерик ауырыуҙарҙы кәметеү буйынса саралар күрелә. 

1935 йылда 1-се Бөтә Башҡорт тапма ауырыуына ҡаршы кәңәшмәлә БАССР-ҙа тапманы  бөтөрөү бурысы ҡуйыла. 1937 йылда туберкулезға ҡаршы көрәш буйынса 1-се Бөтә Башҡорт өлкә конференцияһы уҙғарыла. 

1938 йылда БАССР-ҙа 6050 дауахана койкаһы, 374 амбулатория, 507 шәфҡәт туташтарының трахоматоз  пункты иҫәпләнә;  әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау буйынса йөклөләр һәм бала табыусылар өсөн 590 койкалыҡ 88  медицина учреждениеһы, 63 балалар консультацияһы,  12 һөт кухняһы эшләй. 

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан дөйөм дауахана учреждениелары 182,  табип амбулаторияһы, поликлиникалар, һаулыҡ һаҡлау пункттары  413 тәшкил итә.

Һуғыш йылдарында БАССР армия сафтарына 490 табипты һәм 817  урта медицина хеҙмәткәрҙәрен ебәрә. БАССР-ҙың эвакуация госпиталдәрендә 340 табип һәм 1000 -гә яҡын шәфҡәт туташы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтә.

1941—1945 йылдар осоронда БАССР-ҙа дауахана учреждениеларының һаны 213-кә, фельдшер, фельдшер-акушерлыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау пункттары  — 1219-ға, дауаханалар койкаһы — 11708-гә тиклем арта.  Һуғыш аҙағына табиптар һаны 1163, урта медицина хеҙмәткәрҙәре  5171 кеше тәшкил итә.

1960 йылға  дауахана учреждениеларының һаны  346-ға, дауахана койкалары  21800-гә тиклем арта (10 мең кешегә 62,9). 1968 йылда республика халҡының медицина хеҙмәтләндереүен 375 дауалау-профилактик учреждение үткәргән. 1971-1975 йылдарҙа 138000 ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиникалар,  7589 койка индерелә, Республика балалар клиник дауаханаһы төҙөлә. 1963 йылда Өфөлә Г.Г. Ҡыуатов исемендәге ҡала дауаханаһы базаһында  СССР-ҙа  беренсе «Яһалма бөйөр» бүлектәренең береһе асыла

90-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының маҡсатлы программалары тормошҡа ашырыла: «Хәүефһеҙ әсәлек», «Инвалид балалар», «Вакцинопрофилактика» һ.б.  2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 932 койкалыҡ дауахана учреждениелары һәм тәүлегенә  3620 барыуға иҫәпләнгән амбулатор- поликлиника учреждениелары сафҡа индерелә.  Бөтә Рәсәй  күҙ һәм пластик хирургия үҙәге комплексы төҙөлә, 2002 йылда Башҡортостанда Республика клиник дауаханаһының диагностикалау үҙәге асыла. 2004 йылдан алып күп профилле дауалау-профилактика учреждениелары базаһында лаборатор функциональ диагностика үҙәге ойошторола.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдан алып Башҡортостан Республикаһында «Һаулыҡ» милли проекты эшләй. Проекттың төп йүнәлеше булып беренсел  медик-санитар ярҙамды, дауалау-профилактик учреждениеларҙың диагностик хеҙмәтләндереүен һәм тиҙ ярҙам учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, бала табыу  сертификаттары индереү, медицина ярҙамының юғары технологиялы төрҙәренең үтемлелеген арттырыу тора.

2006 йылда республикала 480  учреждение эшләй: 180 дауахана  (30588 койка), 209 амбулатор-поликлиника (сменала 27680 барыу), 13 — әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау (1554 койка), 8 — тиҙ ярҙам (уларҙан 4 тиҙ ярҙам станцияһы, 4 ҡан ебәреү станицяһы), 34 диспансер (4596 койка),3266 урынлыҡ  22 шифахана (өлкәндәр өсөн — 3, балалар өсөн — 19) , айырым типтағы  10  учреждение, 2 медицина үҙәге, 2 гигиена һәм эпидемиология үҙәге. 

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уртаса айлыҡ эш хаҡы 2012 йылда 20,46 мең һум тәшкил итә. 2012 йылда һаулыҡ һаҡлау өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығымдары 10174249 мең һум тәшкил итә: төп мөлкәттең ҡиммәте артыу өлөшөндә  — 415325,4 мең һум, ағымдағы сығымдар өлөшөндә — 9043112,4 мең һум.

Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау системаһында 2013 йылдың 1 ғинуарына 206  һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшләп килә, шуларҙың 95 дауахана учреждениелары, 12 диспансер, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә тороу өсөн койкалар менән10 диспансер , 53 амбулатор-поликлиника учреждениелары, махсус төрҙәге 11 медицина ойошмалары (Катастрофа медицинаһы үҙәге, Суд-медицина экспертизаһы бюроһы, Медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге, медицина профилактикаһы үҙәге һ. б.) һәм 25 шифахана-курорт ойошмалары.

Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың 2013—2020 йылдарға үҫеше» программаһы ҡабул ителә. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 647188257,9 мең һум тәшкил итә. Программаның бурыстары булып бөтә сәбәптәрҙән халыҡтың үлемен 1000 кешегә 11,8 осраҡҡа тиклем кәметеү;  100 мең әсәгә үлем осраҡтарын 4,8 осраҡҡа тиклем кәметеп, тере бала табыу менән тамамлау, 1000 тере тыуған сабыйҙарҙың  үлеменең  6,8 осраҡҡа  тиклем кәметеү, табиптар менән тәьмин ителгәнлек 10 мең кешегә 40,1 белгес; көтөлгән ғүмер оҙайлығын тыуғандан алып 74,2 йәшкә тиклем арттырыу; 2020 йылға Башҡортостан Республикаһында табиптарҙың һәм медицина ойошмаларының  юғары медицина белеме булған (фармацевтика) башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡын 200 процентҡа арттырыу; урта медицина (фармацевтика) персоналының уртаса эш хаҡын 100 процентҡа арттырыу тора.

Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау системаһы менән етәкселек итеүҙе Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы башҡара.

Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медицина хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостанда Башҡорт дәүләт медицина университеты, Салауат медицина колледжы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы, Стәрлетамаҡ медицина колледжы һәм башҡа  республика медицина колледждары әҙерләй.

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең  квалификацияһын күтәреү үҙәге эшләй, унда Башҡортостан Республикаһының  12 меңгә яҡын дипломлы урта медицина һәм фармацевтика бүлеге белгестәре белемен камиллаштыра.  

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауы «Здравоохранение и социальное развитие Башкортостана», «Медицинский вестник Республики Башкортостан», «Вестник БГМУ»[2] журналдарында ,«Медик» (БГМУ), «Медицинская газета Республики Башкортостан» гәзиттәрендә яҡтыртыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]