Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрҙары исемлеге
Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрҙары исемлеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Был исемлектә | кеше |
Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрҙары исемлеге — Башҡортостанда эске эштәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға яуаплы булған башҡарма власть органдары атамаларын, ошо власть органдарын етәкләгән шәхестәрҙең исемдәрен һәм вазифа биләү даталарын үҙ эсенә алған исемлек.
Башҡортостан автономияһының ирекле отрядтар бүлеге начальнигы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 17 декабрендә 3-сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Милиция тураһында һәм милиция идаралығы тураһында положение» ҡабул итә, уға ярашлы милиция идаралығы ике өлөшкә бүленергә тейеш була — ҡала милицияһы һәм кантон башҡармаһы ҡарамағындағы милиция. Граждандар һуғышы барышында, 1918 йылдың июлендә Башҡортостан автономияһының кантондарында тәртип тотоу маҡсатында ирекле отрядтар ойошторола Башҡорт хәрби шураһы эргәһендә ирекле отрядтарҙың айырым бүлегенә буйһонған. Хәрби хәрәкәттәре тамамланыу менән отрядтарҙы кантон милиция органдарына үҙгәртеү һәм уларҙы Башҡорт Хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына тапшырыу күҙ уңында тотолған.
Башҡортостан АССР-ының эске эштәр һәм милләттәр халыҡ комиссары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың февралендә Башҡортостан Ваҡытлы революцион комитеты (1919 йылдың мартынан — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты) ҡарамағында эске эштәр бүлеге ойошторола.
Башҡортостан АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың майында «Автономиялы Совет Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр халыҡ комиссариаты тураһында положение» ҡабул ителә, уға ярашлы республика комиссариаты РСФСР эске эштәр халыҡ комиссариатына буйһонған.
Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылда комиссариат Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы итеп үҙгәртелә.
Башҡортостан АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 16 февралендә Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы Башҡортостан АССР-ының эске эштәр комиссариаты итеп үҙгәртелә.
Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының эске эштәр комиссариаты Башҡорт АССР-ының эске эштәр министрлығы итеп үҙгәртелә.
Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) |
||
(ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) |
||
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кадоркина В. В. Наркомы и министры внутренних дел Башкирии // Карасик А. А. Очерки о генералах МВД Республики Башкортостан. — Уфа, 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостан(недоступная ссылка) — официальный сайт Министерства внутренних дел по Республике Башкортостан
- УНКВД — МВД Башкирской АССР