Горняк (хоккей клубы, Учалы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горняк
Горняк Учалы.jpg
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Flag of Uchaly (Bashkortostan).png Учалы
Нигеҙләнгән: 2012
Өй аренаһы: «Горняк» БА (1 500)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: Юғары хоккей лигаһы
Баш тренеры: Рәсәй флагы Венер Сафин
Генераль директор: Рәсәй флагы Ильяс Әхмәдйәнов
Капитан: Рәсәй флагы Роман Кобелев
Спонсоры: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Аффилир-клубы: «Автомобилист» (КХЛ)
Трофейҙар: ЮнХЛ чемпионы
2013
Региондар кубогы
Конференцияла еңеүҙәр: 3 (2015—2017)
Рәсми сайт: http://scgornyak.ru/

«Горняк» хоккей клубы — Башҡортостандың Учалы ҡалаһында 2012 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. 2013 йылда Юниорҙар хоккей лигаһы чемпионы исемен яулай һәм шул йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә сығыш яһай башлай. Шунда өс йыл эсендә бер тапҡыр чемпион була, Региондар кубогын яулай (2016) һәм көмөш миҙалдарҙы еңә (2015). 2016 йылдан башлап Милли йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша. Тәүге миҙгелендә уҡ чемпион була һәм үҙендә Региондар кубогын һаҡлап ҡала.

2017 йылдан башлап «Горняк» КХЛ-да сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының ЮХЛ-да фарм-клубы ролен башҡара башлай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» хоккей клубы 2012 йылда нигеҙләнә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты команданың спонсоры була. Команданың тәүге баш тренеры итеп Владимир Герасимов ҡуйыла. 2012/13 йылдар миҙгелендә «Горняк» Юниорҙар хоккей лигаһында ҡатнаша. Учалы хоккейсылары «Урал — Көнбайыш Себер» дивизионында беренсе урынды яулайҙар һәм финалға сығалар, икенсе урында килгән «Трактор» командаһын 10 мәрәйгә уҙалар[1]. ЮнХЛ финалында 8 команда ҡатнаша. Улар ике төркөмгә бүлешәләр. «Горняк» үҙ төркөмөндә беренсе урынды яулай һәм финалға сыға. Шунда Учалы клубы Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубын 3:0 иҫәбе менән еңә үҙенең тәүге миҙгелендә үк чемпион була[2][3].

ЙХЛ беренселегендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юниорҙар араһында чемпион булғас, клуб етәкселеге Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнашырға хәл итә. 2013 йылдың 19 июнендә «Горняк» рәсми рәүештә Лига составына аланы[4]. ЙХЛ-да дебют миҙгелендә команданың төп өлөшөн Өфө һәм Силәбе хоккейсылары тәшкил итә. Даими чемпионатты Башҡортостан командаһы 38 осрашыуҙа 82 мәрәй менән «Урал — Себер» дивизионында икенсе һәм конференцияла өсөнсө урындарҙа тамамлай. Региондар кубогында конференциялар сирекфиналында «Горняк» дүрт уйында «Дизелист» хоккей клубын ота. Ә киләһе раундта Әлмәттән «Спутник» командаһына биш уйында еңелә һәм көрәштән төшөп ҡала.

2014/15 йылдар миҙгеле «Ангарский Ермак» менән «Горняк» араһында Асыш кубогы өсөн уйын менән башлана. Учалы хоккейсылары 5:6 иҫәбе менән еңелә. Әммә был уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, улар, 52 уйында 126 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында тәү тапҡыр беренсе урынды ала. «Горняк» плей-оффта бер-бер артлы «Красноярские Рыси», «Юниор-Спутник» һәм «Зеленоград» хоккей клубтарынан көслөрәк булып сыға һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең финалына сыға. Шунда ул төп трофей өсөн Воронеж өлкәһенән «Россошь» хоккей клубы менән уйнарға тейеш була[5]. Был серия максималь булған биш уйынға һуҙыла. Тәүге уйында еңелһәләр, киләһе икәүҙә «Горняк» ҙур айырма менән ике еңеү яулай һәм кубокка яҡыная. Тик һуңғы аҙымды яһай алмай — «Россошь» ҡалған ике осрашыуҙа көслөрәк була ла үәҙ тарихында тәү тапҡыр Региондар кубогын еңә. Владимир Герасимов миҙгелдең иң яҡшы тренеры тип билдәләнә, ә Никита Сафронов плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһына бүләген ала[6].

2015/16 йылдар миҙгеле алдынан команданың яңы тренеры итеп Ҡаҙағстан белгесе Сергей Могильников ҡуйыла. «Горняк» даими чемпионатты тағы ла конференцияла беренсе урында тамамлай. Миҙгел барышында «Салауат Юлаев» хоккей клубы «Горняк» менән хеҙмәттәшлек тураһына килешеү төҙөй[7]. Региондар кубогының конференциялар сирекфиналында «Горняк» һәм «Батыр» тәү тапҡыр плей-оффта бер-береһенә ҡаршы булалар. Серияны Учалы хоккейсылары дүрт уйында еңә. Артабан шул уҡ дүрт уйында «Красноярские Рыси» командаһын үтәләр. Ярымфиналда «Горняк» Яр Саллынан «Челны» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны өс уйында ғына еңә. Шулай итеп, Учалы хоккейсылары икенсе йыл финалға сығалар, һәм үткән йылдағы кеүек, уларға «Россошь» ҡаршы була. 2016 йылдың 18 апрелендә «Горняк» Региондар кубогын һәм алтын миҙалдарҙы яуланы. Учалы командаһы финал серияһында 3:0 иҫәбе менән «Россошь» хоккейсыларын еңә һәм үткән йылғы еңелеү өсөн реванш ала[8]. Сергей Могильников ЙХЛ беренселегенең иң яҡшы тренеры тип таныла, Анатолий Наговицын Борис Михайлов исемендәге бүләкте алһа, Дмитрий Антонов плей-оффтың иң ҡиммәтле уйынсыһы була. 30 апрелдә ЙХЛ беренселеге чемпионы булараҡ «Горняк» ЙХЛ суперкубогында ҡатнаша, әммә унда «Локо» хоккей клубына отола[9]. Шулай уҡ команданың ЙХЛ чемпионатына күсеү тураһында һүҙҙәр була, әммә ул ғәмәлгә ашмай[10].

Милли йәштәр хоккей лигаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ЙХЛ беренселеге урынына 2016 йылда Милли йәштәр хоккей лигаһында барлыҡҡа килә. «Горняк» шунда ла көслө командаларҙың береһе булғанын иҫбәтлай. Ул даими чемпионатты конференцияла беренсе урында тамамлай һәм тура конференция ярымфиналына эләгә. Шунда икенсе тапҡыр «Батыр» хоккей клубын биш уйында ота һәм конференция финалына сыға. «Горняк» Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны 3-0 иҫәбе менән еңә. Учалы хоккейсылары финалға өс йыл дауаманды сыға. Региондар кубогының финалында улар Пензанан «Дизелист» хоккей клубына серияла 3-2 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр Региондар кубогын яулай һәм беренсегә МЙХЛ чемпионы исемен яулай.

Миҙгел барышында Учалыла «Автомобилист» ЮХЛ-да фарм-клубы барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ күтәрелә[11]. Сөнки «Автомобилист» һәм «Горняк» командаларының спонсорҙары бер үк. Әммә «Салауат Юлаев» генераль менеджеры Леонид Вайсфельд был турала икенселәй әйтә: «Автомобилист» Учалыла яңы ЮХЛ командаһын төҙөйсәк, әммә «Горняк» уға бер нисек тә ҡағылмай[12].

Юғары хоккей лигаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдан башлап «Горняк» Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының фарм-клубына әйләнә һәм Юғары хокей лигаһында сығыш яһай башлай. Команданың баш тренеры итеп Венер Сафин ҡуйыла[13]. «Горняк» тәүге миҙгелдә плей-оффҡа эләгә алмай һәм даими миҙгелде 23-сө урында тамамлай. Команданың һөжүмсеһе Никита Сетдиков 53 мәрәй йыя — лигала был миҙгелдә уға тиң булған уйынсы булмай.

Сығыш яһауҙар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сезон У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М Урын Һөҙөмтә
2013/14 38 25 3 0 0 1 9 139-81 82 4 1/8 финалында еңәләр: 3-1 («Дизелист»)
Сирекфиналда еңеләләр: 2-3 («Спутник»)
2014/15 52 38 2 4 2 0 6 227-112 128 1 Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси»)
Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-0 («Юниор-Спутник»)
Ярымфиналда еңәләр: 3-1 («Зеленоград»)
Региондар кубогы финалында еңеләләр: 2-3 («Россошь»)
2015/16 40 27 0 1 1 1 10 163-110 85 4 Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Батыр»)
Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси»)
Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Челны»)
Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-0 («Россошь»)
2016/17 48 37 2 2 0 1 6 243-135 120 2 Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-2 («Батыр»)
Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Юниор»)
Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-2 («Дизелист»)
Бөтәһе 178 127 7 7 3 3 31 763-438 415
2017/18 52 17 1 1 0 5 28 132-158 60 23 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты

Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» хоккей клубы Милли йәштәр хоккей лигаһында үҙенең өйҙәге уйындарын «Горняк» боҙло аренаһында үткәрә. Аренаның асыу тантанаһы 2010 йылдың 24 декабрендә үтә. «Горняк» тәүге рәсми уйындарын бында 2012 йылдың сентябрендә үткәрә. Шулай уҡ был спорт һарайы 2014 йылда ЙХЛ Быуындар кубогы — Йхл беренселегенең иң яҡшы йәш уйынсылар осрашыуын ҡабул итә. Аренаның ҙурлығы 30 метрға 60 метр. Ул иң күбендә — 200, күнекмәләр ваҡытында 50-ләп кешене һыйҙыра. Ярыштарҙы трибунанан 1500 тамашасы ҡарай ала. Боҙ майҙанының үҙенән тыш комплекстың беренсе ҡатында универсаль спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, медицина-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге урынлашҡан. Икенсе ҡатта матбуғат үҙәге, спорт бары, боулинг бар. Боҙ аренаһы проектын «Башкиргражданпроект» проект институты эшләгән. Заказсы-төҙөүсе булып сығыш яһаған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты аренаны ҡалаға тапшыра[14].

Бағыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты — команданың төп спонсоры, «Горняк» боҙло аренаһының төҙөүсө-заказсыһы.

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вазифа Исем
Директор Әхмәдйәнов Ильяс Харис улы
Директор урынбаҫары Нургәлиев Айрат Фанил улы
Баш бухгалтеры Юркова Елена Анатольевна
Юрист Хмельницкая Юлия Сергеевна
Табип Руслан Латыпов
Сәғитуллин Иршат Урал улы

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» командаһының бөтә баш тренерҙары:

Тренер штабы һәм состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
20 Рәсәй флагы Максим Николаевич 12 ноябрь, 1995
40 Рәсәй флагы Игорь Устинский 14 июнь, 1994
61 Рәсәй флагы Павел Лавриненко 18 декабрь, 1997
80 Рәсәй флагы Леонид Фомин 5 май, 1996
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
3 Рәсәй флагы Иван Сушинский 24 апрель, 1997
4 Рәсәй флагы Роман Кобелев Капитан спорт 3 май, 1993
5 Рәсәй флагы Егор Журавлев 12 апрель, 1990
12 Рәсәй флагы Владислав Лысенко 12 март, 1995
57 Рәсәй флагы Александр Севостьянов 7 ғиунар, 1998
60 Рәсәй флагы Арсен Нурғалиев 5 апрель, 1995
68 Рәсәй флагы Владислав Воропаев 9 июль, 1995
71 Рәсәй флагы Дмитрий Цапаев 2 август, 1996
78 Рәсәй флагы Дмитрий Корчемкин 2 март, 1996
95 Рәсәй флагы Никита Жлоба 16 август, 1995
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
13 Рәсәй флагы Кирилл Пилипенко 23 сентябрь, 1996
14 Рәсәй флагы Евгений Смирнов 3 июль, 1995
17 Рәсәй флагы Дмитрий Арсенюк 25 май, 1995
27 Рәсәй флагы Никита Сетдиков 27 май, 1995
36 Рәсәй флагы Андрей Чванчиков 9 сентябрь, 1996
45 Рәсәй флагы Владимир Ионин 22 февраль, 1995
47 Рәсәй флагы Дмитрий Антонов 23 июль, 1995
52 Рәсәй флагы Евгений Митякин 24 декабрь, 1997
65 Рәсәй флагы Борис Левитский 10 март, 1997
67 Рәсәй флагы Руслан Сафин 30 ғинуар, 1996
76 Рәсәй флагы Дмитрий Носков 3 октябрь, 1997
92 Рәсәй флагы Роман Ивашов 5 апрель, 1997
93 Рәсәй флагы Никита Сафронов 3 сентябрь, 1993
97 Рәсәй флагы Игорь Голещихин 11 август, 1997
98 Рәсәй флагы Кирилл Шмурыгин 23 август, 1995

Капитандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» командаһының бөтә капитандары:

Команданың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 МЙХЛ чемпионы һәм Региондар кубогын еңеүсе (2016/2017).
  • 1 ЙХЛ беренселеге чемпионы һәм Региондар кубогын еңеүсе (2015/2016).
  • 1 Юниорҙар хоккей лигаһы чемпионы (2012/13).
  • 1 Учалының 50 йыллығына арналған турнирҙа еңеү (2013).
  • 2 Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең көмөш миҙалын алыусы (2014/2015).
  • 2 В. В. Алеко иҫтәлегенә турнирҙа икенсе урын (2014).
  • 1 Д. Ляпин иҫтәлегенә турнирҙа өсөнсө урын (2014).
  • 1 «Салауат Юлаев» хоккей клубы кубогында өсөнсө урын (2016).
  • 1 Магнитогорскиҙа ЙХЛ турнирында өсөнсө урын (2016).
  • 1 Ырымбур өлкәһе губернаторы кубогында өсөнсө урын (2017).

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 8:0 «Юниор» Ҡурған (2016/17).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 9:1 «Красноярские Рыси» Красноярск (2014/15), 8:0 «Юниор» Ҡурған (2016/17).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 10:3 «Южный Урал-Металлург» Медногорск, 8:5 «Батыр» Нефтекама (2016/17).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:7 «Батыр» Нефтекама (2016/17), 4:9 «Торпедо» Усть-Каменогорск (2017/18).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 17. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 7
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Рәсәй Федерацияһынан була.

Уйынсылар рекордтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иң куп уйын үткәргән уйынсы: Дмитрий Антонов (215).
  • Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Дмитрий Антонов (222).
  • Иң куп гол индергән уйынсы — Дмитрий Антонов (93).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]