Эстәлеккә күсергә

Ҡатын-ҡыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Женщина битенән йүнәлтелде)
Сверху, слева направо: Рождение Венеры, Айседора Дункан, Лесбия; Сакагавея, Мария Кюри, Мэрилин Монро, Мата Хари; У Цзэтянь, Жанна д’Арк, Нефертити, Индира Ганди
Башҡорт ҡатыны.19 быуаттың икенсе яртыһы

Ҡатын-ҡыҙ — ҡатын-ҡыҙ енесле кеше . «Ҡатын» тип өлкән кешене атайҙар,ә бала йәки үҫмер кешене «ҡыҙыҡай» һәм «ҡыҙ» тиҙәр . Ҡайһы бер осраҡта «ҡатын» йәш айырмаһына ҡарамай ҡулланыла, мәҫәлән, «ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуғы» (права женщин, women's rights). «Ҡатын» гендер бәйләнгәнлекте, ә енесте аңлатмай тигән фекер ҙә йәшәп килә [1][2]. Ҡатын кеше енси яҡтан өлгөргәс, менопаузаға тиклем бала таба һәм имеҙә ала [3],ҡайһы бер ҡатындар быны эшләй алмай— мәҫәлән, түлһеҙҙәр, трансгендер һәм интерсекс-ҡатындар (хромосомалар менән бәйле) .

Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъяла күп халыҡтарҙа электән ҡатын-ҡыҙға өндәшкәндә уның социаль статусын , гендер айырмаһын күрһәткән атамалар ҡулланылған. Бынан тыш генедер айырмаһын күрһәтмәгән һүҙҙәр ҙә ҡулланылыуы мөмкин (мәҫәлән,«иптәш»). Кейәүҙә булмаған йәки кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға төрлө һүҙҙәр ҡулланып өндәшкәндәр. Рустарҙа «барышня» (йәш ҡыҙ) һәм «барыня» , «госпожа» (кейәүҙәге, йәки оло ҡатын), «мисс» (кейәүҙә түгел) «мадам»миссис» (кейәүҙә) инглиз телендә, «синьорина» (кейәүҙә түгел) һәм «синьора» (кейәүҙә) итальян телендә, башҡорт әҙәбиәтендә "туташ" (ҡыҙ кешегә өндәшкәндә), "ханым" (ир ҡатынына) кеүек һүҙҙәр осрай һ.б. Көнбайышта күп ҡатын-ҡыҙ үҙенә ундай айырма менән өндәшеүҙе хупламай[4]. Гендер лингвистикаһы буйынса бындай айырма эшләү ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә бойондороҡло булыуын күрһәтә [5].

Хәҙерге заманда ҡайһы бер телдәрҙә бындай айырма эшләү әҙәпһеҙлек тип һанала, шуға күрә телдән төшөп ҡалып бара(мәҫәлән, Германияла «фройляйн» 1970 йылдарҙан башлап рәсми документтарҙа ҡулланылмай)[4], Франция менән Бельгияла документтарҙа «мадемуазель» һүҙе ҡулланылмай[6].

1970 йылдарҙан башлап, Англияла «мисс» һәм «миссис» менән бер рәттән «миз» (яҙғанда— Ms.), гендер нейтраль «микс» йәки «макс» (яҙғанда — Mx.) ҡулланыла[7].

Биология һәм гендер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъяла «ҡатын-ҡыҙ» төшөнсәһе тәү сиратта биологик үҙенсәлектәр тураһында һөйләй [8]. Икенсе яҡтан , «ҡатын-ҡыҙ» - социаль төркөм , гендер роль йәки гендер берҙәйлек , оҡшашлыҡ (идентичность). Донъяла бинар гендер системаһы һаҡланып килә, ләкин ҡайһы бер илдәрҙә быны инҡар итеүселәр һаны күбәйә бара.

Хромосомный набор человека (женский)
Хромосомный набор человека (женский)

Генетика күҙлегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы тип парлы енси хромосомалар ике X-хромосоманан тора, ә ирҙәрҙең енси хромосомалары кариотипта бер X-хромосома һәм бер Y-хромосомалы. Ҡатын-ҡыҙҙар бер X-хромосоманы әсәһенән ала,икенсеһен— атаһынан (был хромосоманы ул әсәһенән ала). Балиғ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙа икенсе Х-хромосома ҡулса булып уралып ята (тельце Барра). Элек икенсе X-хромосома ҡулланылмай тип иҫәпләнә ине, хәҙер улай тип раҫламайҙар [9].

Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараған кариотип 46 X-хромосоманан тора, ләки ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙа 47,XXX һәм 45,X кариотиптары осрай. Кариотип һәр саҡ анатомия үҫешен билдәләмәй— мәҫәлән, ҡайһы бер ике X-хромосомалы кешеләрҙең енси ағзалары төҙөлөшө ғәҙәттәге ирҙәр анатомияһындағы кеүек [10]. Кариотип менән анатомияның бындай бәйләнеше - интерсекс-вариацияның бер төрө.

Анатомия һәм физиология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биология күҙегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы ирҙәр организмынан бер нисә анатомик һәм һәм физиологик сифат менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр тәне төҙөлөшөндә беренсел һәм икенсел енси билдәләр айырып йөрөтөлә. Беренсел енси билдәләр— әсә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килгән кешенең үрсеү органдарының үҙенсәлектәре, улар енси өлгөрөү һөҙөмтәһендә генә функциональ яҡтан әүҙемләшә. Енси өлгөрөү процесында икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә — улар тәндең башҡа айырымлыҡтарына ҡағыла.

Внутренние половые органы женщины

Ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы эске һәм тышҡы енси органдарҙан ғибәрәт. Түллек биҙҙәре (Яичники) гормондар етештереүҙе көйләй һәм ҡатын-ҡыҙ гаметалары — инә күҙәнәктәр ирҙәр гаметаһы — сперматозоидтар менән аталандырылғас, эмбрион (яңы кеше организмын) булдыра. Аталандырылмаған инә күҙәнәктәр организмдан күрем (менструация) менән тышҡа сығарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар енси органдарына баланы ҡарында йөрөтөү өсөн аналыҡ , инәлек еңсәһе һәм бер нисә өлөштән торған тышҡы енси орган «вульва» инә. Ҡатын-ҡыҙ имсәге башҡа һөтимәрҙәрҙеке кеүек үк һөт бирә ала.

Тело женщины. Вид спереди и сзади. У данной модели удалены волосы на теле

Ҡатын-ҡыҙҙың икенсел енси билдәләре организмға гормондар (эстрадиол, эстрогендар) йоғонтоһо арҡаһында формалаша. Мәҫәлән, ҡатын ҡыҙҙарҙың буйы ирҙәрҙекенән уртаса 12 сантиметрға кәмерәк[11], киң янбаш һөйәге, түмһәкәй (лобковый угол) тупаҡ мөйөшлө, нәҙегерәк тауыш тембры, кәүҙә ауырлығында мускул өлөшө әҙерәк, май туҡымаһы күберәк өлөштө тәшкил итә, биттә йөн булмауы, тәндә йәндәң бик әҙ булыуы. Ҡатын-ҡыҙ организмында бер нисә осорҙо бүлеп йөрөтәләр, уларҙың һәр берһенең үҙ анатомия һәм физиология айырымлыҡтары бар [12]:

  • балалыҡ — 12 йәшкә тиклем,
  • енси өлгөрөү ваҡыты — 12-16 лет,
  • енси яҡтан өлгөрөп еткән осор , йәки репродуктив осор — 45-47 йәшкә тиклем,
  • күсеү осоро, йәки климакс осоро — 50-52 йәштәр тирәһе,
  • күрем туҡтағандан һуңғы осор .

Енесте билдәләү һәм гендер бәйләнгәнлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда кешеләрҙе ике енескә генә бүлеп йөрөтөү менән риза булмағандар ҙа бар.[13]. Ундай кешеләрҙе интерсекс, трансгендер кеше тип тә йөрөтәләр[14].

Тәбиғәт ике енес араһындағы кеше итеп яратҡан ҡатындарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен кем итеп тоя, шул енескә яҡын булаһы килеп, гормональ терапия үтә, төрлө хирургик процедуралар яһатып ҡарай .

Ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Екатерина Великая — Императрица Российская

Енсиәт роле (гендер роль) — кешенән гендерға (енесенә) бәйле билдәле бер тәртип талап иткән социаль өмөттәрҙең барыһы бергә. Хәҙерге донъяла бинар гендер системаһы йәшәй, уға яраҡлы кешеләр ике бер-берһенә ҡапма-ҡаршы төркөмгә бүленә : ирҙәр һәм ҡатындар, — йәмғиәт кеше енесенә ҡарап унан үҙ енесенә тура килгән гендер ролен үтәүҙе талап итә . Шулай ҙа ҡайһы бер халыҡтарҙа гендер (енсиәт) мөһим социаль категория түгел, шулай булғас, ғәҙәттәге ҡатын-ҡыҙ роле лә юҡ [8][15]. Ҡайһы бер халыҡтарҙа кешене өс төркөмгә бүлеп ҡарау бар[16][17].

Айырым ҡатын-ҡыҙ енсиәт (гендер) роле булған халыҡтарҙа уның эстәлеге әкренләп үҙгәрә һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа ул төрлөсә. Мәҫәлән, Көнбайышта 1950 йылдарҙа, урта класҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле унан йорт хужабикәһе булыуҙы талап итә һәм ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөмәҫкә тейеш була, ә эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер роле унан йәмғиәт файҙаһына эш менән өйҙәге эште берҙәй алып барыуҙы талап итә (Был ГФР һәм ГДР араһындағы айырмала ла күренә)[18].

Гендер айырымлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайышта борондан ҡатын-ҡыҙҙың гендер ролдәрен аңлатҡанда ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең тәбиғи айырмаларына иғтибар иткәндәр [8]. Тәжрибә мәғлүмәттәре гендер айырымлыҡтарының эволюцион теорияларын раҫлаймай . Мәҫәлән, эмпирик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ партнер һайлағанда буласаҡ ғаиләне туйҙырыусы тип һайламай, а ирҙәр – тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡарамай икәнен күрһәтә[19]. Күп ғалимдар бындай теорияларҙа булған методологик хаталарға иғтибар итә [20][21]. (Подробнее см.: Биологические теории происхождения гендерных ролей.)

Әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында юҡҡа сығарып булмай торған айырмалар бар. Ләкин фәнни мәғлүмәттәр буйынса ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһында оҡшашлыҡ айырмаларға ҡарағанда күберәк. Шуға күрә күп ғалимдар гендер оҡшашлыҡтың төп гипотезаһы тураһында һөйләү нигеҙле булыр ине тигән фекерҙә [22]. Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы ғалимдар эҙләп тапҡан айырымлыҡтар (Математикаға һәләт, арауыҡты танып белеп, аңлау һәм агрессив тәртип) универсаль түгел, улар гендер стереотиптары тәьҫиренә бәйле [23][24].

Енсиәт (гендер) стереотиптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда күп йәмғиәттәрҙә таралған енсиәт (гендер) стереотиптарына ярашлы ҡатын –ҡыҙҙарға һүлпәнлек, бойондороҡлолоҡ, тойғоға бирелеүсәнлек, ҡайғыртыусанлыҡ хас тип иҫәпләнә, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, агрессивлыҡ күрһәтеү ғәйепләнә . Шулай итеп был йәмғиәттәрҙә бығаса йәшәп килгән гендер ролдәр, гендер тигеҙһеҙлеге һаҡлап ҡалырға тырышалар.

Мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, бындай стереотиптар эш урынында ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш урынында ҡыҫырыҡлау, хоҡуҡтарын боҙоуға ярҙам итә, күренмәй торған «быяла түшәм» тәьҫирен барлыҡҡа килтерә («быяла түшәм»- ҡатын-ҡыҙ карьераһын туҡтата торған үтә күренмәле сик) [25].

Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Женщина-мусульманка в чадре (французская гравюра 1881/1882)

Христиан дине буйынса ҡатын-ҡыҙ кеше ир кешегә буйһонорға тейеш. Ләкин Иҫке Ғәһедтә (Евангелие) әсә әһәмиәтенең юғарылығы һәм уны хөрмәт итеү тураһында әйтелә. Балалар әсәһен атаһын хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итергә тейеш, әсәгә хөрмәт менән ҡарамаусыны хатта нығыраҡ яза көтә. Христиан динен таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙур роль уйнаған, ләкин ҡатын-ҡыҙ рухани дәрәжәһен ала алмаған. Хәҙерге заманда христиан сиркәүенең ҡайһы бер ойошмаларында был ҡағиҙәне юҡҡа сығарғандар.

Шәриғәткә ярашлы ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары араһында бик ҙур айырма бар. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә (ғәрәп илдәрендә) ҡатын-ҡыҙ ирен бер һүҙһеҙ тыңларға тейеш, уның хоҡуғы ирҙәрҙекенә ҡарағанда әҙерәк. Ҡайһы саҡта уның хәле бер хоҡуҡһыҙ ҡол хәленә тиңләшә[26]. Исламда ҡатын-ҡыҙ аҡса табыр өсөн эшкә йөрөргә тейеш түгел, уны ире ҡарарға тейеш, айырылышҡан осраҡта уға мәһәр бирелә (ҡатындың милке тип иҫәпләнә).

Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын боҙоу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждан хоҡуҡтары булмаған, әле лә ҡайһы бер илдәрҙә уларҙың һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуғы юҡ. Бөтә донъяла ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт органдарында бик әҙ. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә, ләкин 109-се саҡырылыш АҠШ конгрессында барлығы 82 , Сенатта — 14 (сенаторҙарҙың 14 %), а АҠШ конгресының вәкилдәр палатаһында -68 (15,6 %) ҡатын-ҡыҙ булған[27].

Һуңғы ике быуатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса реформалар үтһә лә, донъяла төрлө ил парламенттарында ҡатын-ҡыҙ бик аҙ. Руанда менән Көньяҡ Африкала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн парламента квоталар ҡалдырылһа, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке совет республикаларында квоталар бөтөрөлдө. Шул сәбәпле Европа илдәре менән сағыштырғанда был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ парламентта һәм дәүләт органдарында күпкә аҙыраҡ [28].

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары боҙола, ҡатын-ҡыҙ эш урынында төрлө ҡыҫырыҡлауға дусар ителә. Ул вертикаль сегрегацияла («быяла түшәм», ҡатын-ҡыҙҙарға карьера баҫҡысы буйлап үрләргә бирмәү), горизонталь сегрегацияла (рәсми рәүештә йәки рәсми булмаған ҡайһы бер юғары эш хаҡы түләнгән профессияларҙа һәм профессиональ өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙға эшләргә рөхсәт итмәү), ирҙәр менән сағыштырғанда ҡатын-ҡыҙға әҙерәк эш хаҡы түләүҙә күренә.

2013 йылда 774 миллион уҡый-яҙа белмәгән кешенең өстән икеһе – ҡатын-ҡыҙ. Мәктәпкә йөрөмәгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында иң күбеһе- ҡыҙҙар [29].

Ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлау көндәре Боронғо Римда уҡ булған, был көндө ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәре бүләктәр биргән һәм уларҙы иғтибар менән солғап алған.

Бөгөн донъяла байрам ителгән көндәрҙең күбеһен БМО (ООН) тәҡдим иткән, ләкин уларҙың ҡай береһе , мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8 Март) ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше барышында барлыҡҡа килгән.

Бөгөн донъяла билдәләнгән ҡатын- ҡыҙ байрамдары[30]:

Һәм башҡа дини байрамдар бар.

Ҡатын
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
 Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә

«Ҡатын» һүҙенең этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын - (фарс. خاتونKhātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше[31], бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет[32], ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.

"Ҡатын (Хатун)" һүҙе  — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.

Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы[33][34][35].

Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:[34].

« Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән »

Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.

Йөкмәткеһе үҙгәреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.

Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.

Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әбей — оло ҡатын
  • Бисә — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын
  • кәләш- ир ҡатыны, башлыса йәш ҡатын

Енесте аңлатҡан символика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡул ишаралары символикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Японияла «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан тыйнаҡһыҙ ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, сәтәкәйен генә тура ҡалдырып күрһәтеү [36].
  • Урыҫтарҙа «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була [37].

Ҡалып:Hiero

Списки женщин категорияһы табылманы
  1. Kessler,Suzanne J., and Wendy McKenna. Gender: An Ethnomethodological Approach. — University of Chicago Press, 1978. — ISBN 9780226432069.
  2. Halim, May Ling, and Diane Ruble. Gender Identity and Stereotyping in Early and Middle Childhood // Handbook of Gender Research in Psychology: Volume 1: Gender Research in General and Experimental Psychology / Chrisler, Joan C., and Donald R. McCreary. — Springer Science & Business Media, 2010. — ISBN 9781441914651.
  3. Ожегов С.И., Шведова Н.Ю. Женщина. Толковый словарь русского языка. Толковый словарь русского языка. Дата обращения: 3 сентябрь 2015.
  4. 4,0 4,1 Von Fräuleins, die keine mehr sein wollen (нем.). WDR (16 февраль 1971). Дата обращения: 3 сентябрь 2015.
  5. Lakoff, R. Language and Woman's Place // Language in Society. — 1973. — Т. 2. — № 1. — С. 45—80.
  6. Ne dites plus «Mademoiselle» mais bien «Madame» (фр.). L'avenir (5 август 2015). Дата обращения: 3 сентябрь 2015.
  7. The Growing Use of Mx as a Gender-inclusive Title in the UK. UKtrans.into (20 август 2013). Дата обращения: 22 ноябрь 2014.
  8. 8,0 8,1 8,2 Oyěwùmí, O. The invention of women: Making an African sense of western gender discourses. — University of Minnesota Press, 1997. — ISBN 9780816624416.
  9. Carrel L., Willard H. X-inactivation profile reveals extensive variability in X-linked gene expression in females (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 434. — № 7031. — С. 400—404. — DOI:10.1038/nature03479 (инг.)
  10. Fausto-Sterling, A. Sexing the Body: Gender Politics and the Construction of Sexuality. — Basic Books, 2000. — ISBN 9780465077144.
  11. Привес М. Г., Лысенков Н. К., Бушкович В. И. Анатомия человека. — М.: Медицина, 1974. — С. 41.
  12. Возрастные периоды развития женского организма 2019 йыл 31 ғинуар архивланған.
  13. Submission 88 to the Australian Senate inquiry on the involuntary or coerced sterilisation of people with disabilities in Australia (ингл.). Australasian Paediatric Endocrine Group (APEG) (27 июнь 2013). Дата обращения: 9 сентябрь 2015.
  14. Fausto-Sterling, A. The Five Sexes: Why Male and Female Are Not Enough // The Sciences. — 1993. — Т. 33. — № 2. — С. 20—24.
  15. Oyewumi, Oyeronke Conceptualizing gender: the eurocentric foundations of feminist concepts and the challenge of African epistemologies // Jenda: a Journal of Culture and African Woman Studies. — 2002. — Т. 2.
  16. Nanda, Serena. Gender Diversity: Crosscultural Variations. — Waveland Pr Inc, 1999. — ISBN 978-1577660743.
  17. Roscoe, Will. Changing Ones: Third and Fourth Genders in Native North America. — Palgrave Macmillan, 2000. — ISBN 978-0312224790.
  18. hooks, bell. Rethinking the Nature of Work // Feminist Theory: From Margin to Center. — Pluto Press, 2000. — ISBN 9780745316635.
  19. Sprecher, S. The importance to males and females of physical attractiveness, earning potential and expressiveness in initial attraction // Sex Roles. — 1989. — № 21. — С. 591—607.
  20. Fausto-Sterling, A. Beyond difference: A biologist's perspective // Journal of Social Issues. — 1997. — Т. 53. — № 2. — С. 233—258.
  21. Bussey, K., Bandura, A. Social cognitive theory of gender development and differentiation // Psychological review. — 1999. — Т. 106. — № 4. — С. 676—713.
  22. Hyde, J.S. The Gender Similarities Hypothesis // American Psychologist. — 2005. — Т. 60. — № 6. — С. 581—592.
  23. Guiso, L. et al. Culture, gender, and math (инг.) // Science. — 2008. — Т. 320. — № 5880. — С. 1164—1165.
  24. Lightdale, J. R., & Prentice, D. A. Rethinking sex differences in aggression: Aggressive behavior in the absence of social roles // Personality and Social Psychology Bulletin. — 1994. — № 20. — С. 34—44. Архивировано из первоисточника 23 июнь 2016.
  25. Heilman, M. Description and Prescription: How Gender Stereotypes Prevent Women’s Ascent Up the Organizational Ladder // Journal of Social Issues. — 2001. — Т. 57. — № 4. — С. 657—674.
  26. POLL: Women’s rights in the Arab world 2015 йыл 23 декабрь архивланған.
  27. «О ситуации с правами человека в США — 2006» 2016 йыл 4 март архивланған.
  28. Baten, Jörg. A History of the Global Economy. From 1500 to the Present.. — Cambridge University Press. — P. 244,245,246. — ISBN 9781107507180.
  29. Послание Генерального директора ЮНЕСКО г-жи Ирины Боковой по случаю Международного дня грамотности «Грамотность для XXI века», 8 сентября 2013 года 2015 йыл 3 апрель архивланған.
  30. По состоянию на апрель 2011
  31. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  32. Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)
  33. Carter Vaughn Findley, «Turks in World History», Oxford University Press, 2005, p. 45: «… В тюркской государственной структуре использовалось множество элементов нетюркского происхождения […] как, например, в случае с титулами „хатун“ […] или „бек“ […] оба термина имеют согдийское происхождение и до сих пор широко используются в турецком языке…»
  34. 34,0 34,1 Fatima Mernissi, «The Forgotten Queens of Islam», University of Minnesota Press, 1993. pg 21: «… „Хатун“ — титул согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами… последующих тюркский правителей…»
  35. Leslie P. Peirce, «The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire», Oxford University Press, 1993. pg 312: «… О титуле „хатун“ см.: Бойль. „Хатун“, 1933., согласно ему, титул, — согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами различных тюркских правителей…»
  36. Тумаркин П. С., Жесты и мимика в общении японцев: лингвострановедческий словарь-справочник, — М.: Русский язык-Медиа, 2008, С. 80, ISBN 978-5-9576-0480-8.
  37. Русский жестовый язык. Занятие по теме «Люди»
  • Женщина // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  • Шон Бёрн. Гендерная психология = The Social Psychology of Gender. — 2-е. — СПб.: Прайм-Еврознак, 2004. — 320 с. — (Секреты психологии). — 3000 экз. — ISBN 5-93878-125-6, 0-07-009182-X.
  • Routledge international encyclopedia of women, 4 vls., ed. by Cheris Kramarae and Dale Spender, Routledge 2000
  • Women in world history : a biographical encyclopedia, 17 vls., ed. by Anne Commire, Waterford, Conn. [etc.] : Yorkin Publ. [etc.], 1999—2002
  • Плосс Г., Женщина: Монография. Кн. I. — Сыктывкар-Киров, «Вятка». 1995.
  • Атлас анатомии человека. Синельников Р. Д., Синельников Я. Р. (4 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 1996 год. — 1160 стр.
  • Анатомия человека. Сапин М. Р. и др. (2 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 2001 год. — 1274 стр.
  • Нормальная физиология человека. Ткаченко Б. И. Изд. 2. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 2005 год. — 928 стр.
  • Гинекология. Савельева Г. М., Бреусенко В. Г. Изд. 3. Учебник для ВУЗов. М: ГЭОТАР-Медиа. 2007 год. — 432 стр. ISBN 978-5-9704-0466-9


Ҡалып:Сексология

Ҡатын
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
 Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә

Ҡатын - (фарс. خاتونKhātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше[1], бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет[2], ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.

"Ҡатын (Хатун)" һүҙе  — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.

Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы[3][4][5].

Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:[4].

« Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән »

Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.

Йөкмәткеһе үҙгәреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.

Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.

Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әбей — оло ҡатын
  • Бисә — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын

Енесте аңлатҡан символика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡул ишаралары символикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Япониялажестом, означающим «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан фамильяр ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, сәтәкәйен генә тура ҡалдырып күрһәтеү [6].
  • Урыҫтарҙа «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була [7].

Ҡалып:Hiero

  • Abdülkadir Özcan. Hatun // Islam Ansiklopedisi. — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500.
  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ReferenceA төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ReferenceB төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; CF төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. 4,0 4,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; FM төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Leslie P. Peirce 1993. pg 312 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ReferenceC төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; i-folders.ru төшөрмәләре өсөн текст юҡ