Эстәлеккә күсергә

Жәбәриҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Жәбәриҙәр, йәки жәбриҙәр (ғәр. جبرية‎; рус. Джабариты) — донъяға ҡарашҡа бәйле тәүге ислам инаныстарының береһенең вәкилдәре.

Ҡадәриҙәрҙән айырмалы рәүештә, улар Аллаһты донъяла барған ғәмәлдәрҙең, шул иҫәптән кешеләрҙә лә, берҙән-бер ысын ғәмәл булдырыусыһы (фаил хаҡиҡи) тип таный. Жәбәри мәҙһәб Бәсрала Өмәүиҙәр династияһы идара иткән осорҙа барлыҡҡа килә.

Был мәҙһәбтең беренсе вәкиле әл-Жәғәд ибн Дирхәм була (724 йылда үлем язаһы бирелгән)[1].

Жәбәриҙәр абсолют Илаһи тәҡдир барлығы яҡлы була[2]. Улар кеше үҙ ғәмәлдәрендә ирекле түгел, ә Аллаһ ҡушҡанға мәжбүри рәүештә башҡара тип иҫәпләй [3]. «Тулы» жәбәриҙәргә жәхмиҙәр индерелә, «уртасалар» тип әл-Хөсәйен ән-Нәжжәр (нәжжәриҙәр) һәм Дирар ибн Ғәмер (дирариҙар) тарафдарҙары һанала[4].

  • Али-заде, А. А. Джабриты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ибрагим Т. К. и Сагадеев А. В. ал-Джабрийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 57-58. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.