Эстәлеккә күсергә

Зөлҡәрнәй

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Зөлҡәрнәй — башҡорт ир-ат исеме.

Зөлҡәрнәй ғәрәп телендә ҡуш мөгөҙлө тигәнде аңлата (Александр Македонскийҙың ҡушаматынан алынған исем)[1]

Искәндәр Зөлҡәрнәй (грек. Μέγας Aλέξανδρος[1], шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй[сн 1] (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле — беҙҙең эраға тиклемге 336—324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора[2]. Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.

Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы (рус. Ярмухаметов Зулкарнай Анасович; 17 ғинуар 1917 йыл — 18 июнь 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[2].

Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы (1783 — ?) — зауряд-сотник. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 18131814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы.

Зөлҡәрнәйев Нурфәйез Абдулла улы (1910 йыл — вафат булған ваҡыты билдәһеҙ) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовой[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-cы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы[4].

Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (9 июнь 1995 йыл) — спортсы, билбау көрәше һәм милли көрәш менән шөғөлләнеүсе. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (ижади псевдонимы Шәүлиә Алкинская; 16 май 1946 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Мөхәммәт Хәйҙәров (2005) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2006) премиялар лауреаты.

Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы (10 сентябрь 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Хәрби фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Контр‑адмирал (1999).

Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (20 март 1905, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк ауылы (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) — 24 апрель 1982, Өфө) — тәржемәсе, журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954).

Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл — 16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы (1903 йыл, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[5][6][7].

Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Башҡарған роле — Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»)


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ