Эстәлеккә күсергә

Ҡәҙер (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кадырово (Дуванский район) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кадырово
башҡ. Ҡәҙер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы Дуванский

Ауыл биләмәһе

Рухтин ауыл Советы

Координаталар

55°23′02″ с. ш. 58°17′03″ в. д.HGЯO

Халҡы

400[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 831 003

ОКТМО коды

80 623 431 111

Кадырово (Рәсәй)
Кадырово
Кадырово
Ҡәҙер (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кадырово

Ҡәҙер (рус. Кадырово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Рухтин ауыл Советы (Дыуан районы) составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 400 кеше булған[2]. Почта индексы — 452521, ОКАТО коды — 80223831003.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Рухтин): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 83 км

Ҡәҙер ауылы Әй йылғаһы буйында район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡҡа 16 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышына 83 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

«Ғәбделҡәҙер бейҙең атаһы Юлдаш ҡарт, ҡаҙаҡтар барымтаһынан тынғылыҡ эҙләп, Ҡоншаҡ яҡтарынан был яҡтарға юллана. Әммә Әй буйына улы Ғәбделҡәҙер генә килеп етә һәм Ҡәҙер ауылына нигеҙ һала. Был тирәлә киң билдәлелек алған Байыш кантон Ғәбделҡәҙер бейҙең 7-се быуын тоҡомо» тип һөйләгән ата-бабалар[4].

Әй буйындағы Ҡәҙер ауылына һәм Әй менән Көгөштә йылғалары буйындағы Ишмән ауылына Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары шул уҡ даруғалағы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 йылда (башҡа мәғлүмәт буйынса — 1700), керҙәшлек килешеүенә таянып, нигеҙ һала.

Тырнаҡлы башҡорттары әйлеләрҙең керҙәшлеге тураһында килешеүҙең тексын һаҡлап ҡалған:

«1760 йылда иһә, атай-олатайҙар заманынан бөйөк батшаларҙан бүләк итеп алынған ерҙәрҙә йәшәргә күсеп, Өфө округының Тырнаҡлы улусы аҫаба башҡорттары, оброкһыҙ һәм бер отошһоҙ, Себер даруғаһы Әйле улусындағы ике башҡорт ауылында йәшәй башланы. Беҙҙең ризалыҡтан башҡа еребеҙҙә сит кешеләр йәшәргә тейеш түгел тигән бойороҡтан сығып, беҙ, Тырнаҡлы улусы башҡорттары, өлкәне лә, кесеһе лә, һәр йылға 20 тин һалым алып, 30 йортта йәшәүсе Әйле улусы башҡорттарына ҡышҡы урынды һәм йәйге күсеү биләмәләрен мәңгелеккә биргәнбеҙ, ә улдары атаһынан йәки ағай-энеләр айырылып сыҡҡан осраҡта, улар, ыҙғыш сығармай ғына, һәр йорттан 20-шәр тин һалым түләргә тейеш. Үрҙә әйтелгән ҡышҡы торлаҡтар һәм йәйге күсеү урындары Әй йылғаһына, Йыланыш йылғаһы тамағынан ағым буйлап барып, Йыланыш түбәһенә Аҡ далаға тиклем, шунан Йүкә ваҡлау аша Мырҙалар ыҙанына (улусына), Һыулы Торналы түбәһенә тиклем һәм Торналы буйлап, Ҡара кисеүгә һәм унан Әйҙәнмә тауы моронона, шунан — Әй йылғаһын аша сығып, Быҙаусы (Бузовча) күле һырты буйлап Тора моронона, ә унан Торна буйлап яңғыҙ ҡарағайға, унан — Түбәнге Ҡара Талға, шунан һаҙлыҡ буйлап Кувавейли түбәһенә, унан — Нагушли һаҙлығынан ҡалҡыулыҡҡа, унан — Борға Үҙәнле (Бурга Узанлы) түбәһенә, унан — Чуматов ҡайынлығы һырты буйлап ҡалҡыулыҡҡа, унан — Бишҡайынға, уларҙан Исхаҡ һаҙлығы ыҙаны ситенән Әнйәк (Инзяк) түбәһенә, күтәрелә-күтәрелә, һырт менән Төлкө тоҙағы шишмәһе (Тюльке Тоймак) түбәһенә, Чуванлы ҡул ҡоро үҙәненә һәм Әй йылғаһына, уны аша сығып, алда телгә алынған Йыланыш тамағына… Был килешеүҙе яҙғанда, Тырнаҡлы улусы өлкәндәре һәм кеселәре лә әлеге 1810 йылдың 10 апрель көнөндә тамғаларын ҡуйҙылар. Беҙ, Троицк һәм Өфө округы Тырнаҡлы улусы чиновниктары һәм ябай башҡорттары, дөйөм ризалыҡ менән, был килешеүҙе иҫкергән тип танып, яңы ҡағыҙға күсереп яҙҙыҡ һәм эшкә беркеттек… Һәм, кем яҙа белә, ҡулдан яҙып, яҙа белмәгәндәр — тамға һәм старшина мисәтен баҫып, әгәр Ҡәҙер һәм Ишмән ауылдары башҡорттары беҙҙең ерҙән башбаштаҡланып күсеп китергә хәл итһә, был ерҙе уларға һатмау һәм оброкка бирмәү шарты менән, раҫлайбыҙ»

1765 йылдың 4 авгусында Өфө провинциаль канцеля­рияһы ҡәҙерҙәр һәм ишмәндәр һәр йорттан бирергә тейеш 20 тин ҡортом түләүен законлаштырыусы 1760 йылғы килешеүҙе раҫлаған.

Ҡәҙер һәм Ишмән башҡорттары Тырнаҡлы улусы ерҙәрендә мәңгелеккә төпләнгән. 1832 йылғы закон буйынса уларҙың һәр береһе, хәрби ҡатлам керҙәштәре булараҡ, йән башына 30-шар дисәтинә ала. Шул уҡ ваҡытта улар Әйле улусының аҫабалығына дәғүә итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, улар Әйле ерҙәренең участкаларына: һөрөнтө ере, бесәнлеге, урман дачаһы, тирмәндәре, солоҡ ағастарына хужа булған, хатта Ләүйылға ауылының дәүләт крәҫтиәндәренә ер һатыуҙа һәм ҡуртымға биреүҙә ҡатнашҡан һәм кортом аҡсаһы алған.

Улар властарҙан артабан да Тырнаҡлы улусында «керҙәштәр хоҡуғында йән башына 30 дисәтинә бүлендек ер, шулай уҡ Әйле улусында аҫабалыҡ хоҡуғы менән файҙаланыу мөмкинлеге биреүҙәрен» һораған. Ундай рөхсәт булғанмы-юҡмы — билдәһеҙ.

Легенда буйынса, Ҡәҙер ауылына нигеҙ һалыусы Ҡәҙербирҙе булған. Шәжәрә түбәндәгесә: Юламан — Ҡәҙербирҙе — Ҡолшәрип — Мәһәҙи (уның улдары Тайыш, Байыш, Сәйфетдин, Хөснөтдин, Фазлетдин, Мөхәмәтғәле, Исламғәле). VII—VIII рәүиздәре буйынса Ҡәҙербирҙе билдәләнмәй, әммә унда Ҡолшәрип улы Баймөхәмәт Мәһәҙиев, Мәһәҙиҙең улдары: Мөхәмәҙғәле (указлы мулла), Тайыш, Фазыл, Хөснөтдин, Сәйфетдин, Хужай һүрәтләнә. Иң мөһиме — 1859 йылғы рәүиз барышында Ҡәҙерҙә тәүге төпләнеүсенең 81 йәшлек улы Үтәү Ҡәҙеров иҫәпкә алынған.

1795 йылда 15 йортта 202, Ишмәндәге 15 йортта 76 башҡорт йәшәгән. 1834 йылда 364 кеше булған[7][8].

Хәрби йөкләмә үтәү — башҡорттарҙың төп бурысы булған: йыл һайын 4-5 ғаилә ҡорал, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ тотҡан, яҡшы кейем, ике ат һәм аҙыҡ-түлек әҙерләгән яугир хәрби хеҙмәткә алынған. Улар башҡорт полктары сафында хеҙмәт иткән. Ҡәҙер ауылынан Баймөхәмәт Ҡолшәрипов Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған[9].

Ҡәҙер ауылында 1842 йылда 364 кешегә 109 сирек ужым һәм 428 сирек яҙғы ашлыҡ, ә Ишмәндә 67 кешегә — 30 сирек ужым һәм 71 сирек яҙғы ашлыҡ булған. 364 кеше йәшәгән 61 йортҡа 497 баш йылҡы, 223 һыйыр, 139 һарыҡ, 87 кәзә; Ишмәндә 14 йортта 128 ат, 66 һыйыр, 59 һарыҡ, 8 кәзә тура килгән. Ҡәҙерҙә 38 умарта, Ишмәндә — 2 умарта булған.

XIX быуат аҙағында мәхәлләлә 2 мәсет һәм «училище», йәғни мосолман башланғыс мәктәбе булған.

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Тырнаҡлы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Тырнаҡлы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Рухтин ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Рухтин ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Ҡәҙер ауылындағы 86 йортта 462 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба эшләү менән шөғөлләнгәндәр. Электән үк 2 мәсет, училище була.

Ҡәҙер ауылында 1870 йылда — 463, 1898 йылда — 468, 1905 йылда — 609, 1920 йылда — 602 кеше йәшәгән[10][11].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда ла 2 мәсет, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй, йылға аша сығара торған паром була.

1920 йылда — 602 кеше[12][13].

Әлеге ваҡытта Мәсәғүт ауылы гимназияһының филиалы — Ҡәҙер төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[14].

Ҡәҙер ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 602
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 479
1959 йыл 15 ғинуар 537
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 427
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 400 186 214 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хановтар шәжәрәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәҙербирҙе (Ғәбделҡәҙер) (1738) — Ҡәҙербирҙенең бүләре кантон подполковнигы Байыш, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Тимерғәзе — Ҡәҙер ауылында тәүге мәсеткә нигеҙ һалыусы. Мөхәмәтхан, Исхаҡ, Ибраһим — бер туғандар. Ханов Исрафил Мөхәмәтхан улы (1916—1942 йылдың декабре) Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. 2016 йылда Смоленск эҙәрмәндәре уның ҡәберен тапты. Ханов Ибраһим Мөхәмәтхан улы (1912—1982) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, инвалид, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Ханов Исхаҡ Мөхәмәтхан улы (1902—1943), атыусы, хәбәрһеҙ юғалған[15].

  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Йылға (рус.  Речная (улица)
  • Октябрь урамы — (рус.  Октябрьская (улица)
  • Үҙәк урам — (рус.  Центральная (улица)
  • Беренсе Май урамы — (рус.  Первомайская (улица)
  • Мәктәп урам — (рус.  Школьная (улица)[16]

.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Асытау. Бер байҙың аттары гел генә бер күл янындағы туғайлыҡта утлаған. Бай бының серен белергә теләгән. Һәм шуны асыҡлаған: был урында үлән асы, тоҙло булған. Шуға күлде Асы күл тип, ә эргәһендәге тауҙы Асытау тип атағандар.
  • Олотау йәнәшендәге башҡа тауҙарға ҡарағанда үҙе ҙур, үҙе бейек булғанға шундай атама алған.
  • Ишмәнтау. Был тау һәм шул уҡ исемле йылға буйында Ишмән тигән ауыл булған. Хәҙрге ваҡытта ул ауыл юҡ. Ишмәнтау менән Ишмән йылғаһы — уның иҫтәлеге.
  • Рамазан тауы, Йәшкә тауы, Маҙартау, Оҙонғор тауы, Остүбә тауы

Йылғалар, күлдәр:

  • Әй, Иҫке Әй, Ишмән йылғаһы, Бапалды йылғаһы, Ологисеү, Шарҙатма
  • Тирәкле күл буйында бер нисә ҙур тирәк үҫкән

Шишмәләр:

  • Туҡмашмә һыуы

Ялан-бесәнлектәр, юл:

  • Динекәй буйы, Маҙар аҫты, Тәрәнғул, Ҡәрип яланы, Суҡтал, Әбейҙәр сауылы, Мулла ҡәбере юлы

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Ҡыҙҙар түбәһе
  • Информаторҙар: Сәйфуллиндар: Франис Әсҡәрйән улы менән Тәнзилә Әмерхан ҡыҙы

Тарихи ҡомартҡылар: Ауыл эргәһендәҙе боронғо Ҡәҙер ҡурғандары һәм Ҡәҙер торамаһы тарихи ҡомартҡы булып тора.

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
  • А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡәҙер (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Информаторҙар: Сәйфуллиндар Франис Әсҡәрйән улы менән Тәнзилә Әмерхан ҡыҙы
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 52; Список населенных пунктов Башреспублики. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 106
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
  9. http://duvansity.narod.ru/history.htm История Дуванского района
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
  12. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  13. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
  14. Ҡәҙер (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. Исследовательская работа «Родословное древо моей семьи» (Хановы)
  16. Карта д. Кадырово. Улицы