Эстәлеккә күсергә

Натиҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Натиҡ (ғәр. ناطق‎ — «һөйләүсе») — Исмәғилилектә ете пәйғәмбәрҙең пәйғәмбәрлек циклдарын башлаусы һәр береһе.

Натиҡ — матди донъяла Донъя Аҡылының сағылышы. Натиҡтың үәхиҙәре Аллаһтан килә һәм ябай кешеләргә асыҡ булмаған йәшерен мәғәнә йөрөтә, шуға күрә натиҡ менән бергә уның ярҙамсыһы ла — сәмит («тымыҡ») килеп сыға, ул уҡ әсәс (нигеҙ), Донъя Йәненең кәүҙәләнеше, уның бурысы — натиҡ үәхиҙәрен аңлатыу.

Үткән алты циклдың натиҡтары:

  1. Әҙәм
  2. Нух
  3. Ибраһим
  4. Муса
  5. Ғайса
  6. Мөхәммәт

Етенсе циклда натиҡ Әл-Ҡаим («Аяғүрә тороусы», «Өҫтә тороусы») донъя ахыры алдынан, кешеләр натиҡтар, сәмиттәр һәм имамдар (һәр циклда ете имам) аралашсылығында камил танып белеүгә өлгәшкәс, күренәсәк.

  • I. P. Petrushevsky. Islam in Iran. SUNY Press, 1985. С.245246. (инг.)
  • Петрушевский Илья Павлович. VII—XV быуаттарҙа Иранда Ислам. 2007. 428 с. ISBN 978-5-288-04260-7.
  • Dawr / Halm, H. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.