Эстәлеккә күсергә

Рафиҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Рафиҡ — башҡорт ир-ат исеме.

Рафиҡ исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Иптәш, дуҫ тигәнде аңлата[1].

Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (15 сентябрь 1917 йыл — 4 июль 2003 йыл) — башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы (27 сентябрь 1965 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, запастағы полковник. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы ярҙамсыһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. Рәсәй Геройы (2000).

Ғибәҙәтов Рафиҡ Әбделхаҡ улы (рус. Гибадатов Рафик Абдулхакович; 19 октябрь 1939 йыл) — СССР һәм дәүләт эшмәкәре, 3-сө класлы юстиция советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1994). Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы (рус. Рысбаев Рафик Ражапович; 10 май 1951 йыл — 21 ноябрь 2020 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Милләте — башҡорт.

Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (19 июнь 1933 йыл — 6 ғинуар 2003 йыл)- элекке Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Смаҡай ауылында (Ишембай ҡалаһы биләмәһе) тыуған. КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары (1980—1983), Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе (1973—1980), инженер-нефтсе. Подполковник. СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Ишембай ҡалаһының һәм Ишембай районының Почетлы гражданы.

Харисов Рафиҡ Хафиз улы (15 август 1957 йыл) — Салауат районы муниципаль районы хакимиәте башлығы (2006—2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (11 март 1923 йыл — 2007 йыл) — башҡорт шағиры, публицист. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Рафиҡов Булат Заһри улы (4 август 1934 йыл — 26 апрель 1998 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).

Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы, Ғәли Рафиҡи (29 июль 1890 йыл — 11 март 1945 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы. 1928—1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.

Рафиҡов Мансур Миңлебай улы (8 декабрь 1964 йыл) — 1982—2012 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәре, танкист. Запастағы гвардия полковнигы (2012). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).

Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы (19 апрель 1912 йыл — 19 ғинуар 1992 йыл) — СССР-ҙың ғалим-химигы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970). 900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химияһы буйынса илдә беренсе дәреслектәр авторы. СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр буйынса ғилми советтары ағзаһы (1971 йылдан). СССР Министрҙар Советының (1983) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге (1992, вафатынан һуң) премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.

Рафиҡов Шәмсетдин Хөснөтдин улы (12 сентябрь 1904 йыл — 21 август 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, инженер-сапер батальонының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Әбделвәхит Рафиҡов (1774 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Рафиҡов Хәмит Хөсәйен улы (рус. Рафиков Хамит(д) Хусаинович); 1912 йыл — 17 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.

Рафиҡ (рус. Рафиково) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. Юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлегендә.

Рафиҡ (рус. Рафиково) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ