Рәйес
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәйес — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйес (Рәис) исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, етәкселек итеүсе, башлыҡ[1][2] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түләков Рәйес Ғөссәм улы (псевдонимы Рәйес Түләк; 14 октябрь 1959 йыл — 31 март 2007 йыл) — башҡорт шағиры, уҡытыусы, журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995).
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (29 ғинуар 1953 йыл) — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Рәсәйҙең Журналистар (1999) һәм Кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографсыһы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1 июль 1932 йыл — 16 август 1978 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1978).
Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15 ғинуар 1926 йыл — 12 июнь 2018 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).
Асаев Рәйес Бәҙеғитдин улы (6 май 1931 йыл — 3 март 2001) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—2001 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Шишмә районындағы «Луч» колхозы рәйесе, 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
Мөхәммәҙиев Рәйес Ғатаулла улы (татар. Мөхәммәдиев Рәис Гатаулла улы) — Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсе татар яҙыусы-фантасты.
Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (20 февраль 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-технологы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
Сафин Рәйес Йәғәфәр улы (2 ғинуар 1949 йыл) — башҡорт журналистикаһы ветераны, 1980—1995 йылдарҙа Балаҡатай районының «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).
Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (3 октябрь 1918 йыл — 7 март 1988 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (7 август 1948 йыл) — тарихсы, ғилми хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (12 декабрь 1954 йыл) — ғалим-инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), Ғафури районының почётлы гражданы (2013).
Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы (15 май 1931 йыл, Өфө ҡалаһы) — инженер-механик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1989), профессор (1992), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967).
Борханов Рәйес Абрар улы (1 декабрь 1960 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Ҡазан институты (филиалы) уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре.
Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1 июнь 1926 йыл — 1970 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4-6-сы сығаралыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.
Йәләлетдинов Рәйес Минһаж улы (28 апрель 1934 йыл — март 2014 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |