Эстәлеккә күсергә

Иҫке Сәпәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старосепяшево битенән йүнәлтелде)
Иҫке Сәпәш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ибрай ауыл Советы һәм Әлшәй районы
Халыҡ һаны 162 кеше (2002)[1],
169 кеше (2009)[1],
133 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452136
Карта

Иҫке Сәпәш (рус. Старосепяшево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 133 кеше[3]. Почта индексы — 452136, ОКАТО коды — 80202819004.

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 91 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 376
1920 йыл 26 август 329
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 146
1959 йыл 15 ғинуар 181
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 156
2002 йыл 9 октябрь 162
2010 йыл 14 октябрь 133 64 69 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 4 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Сәпәш): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 4 км
  • Үрге урам (рус. улица Верхняя)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[5]

Сепәш — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫабалары торамаһы. Ул Ҡайын (1870 йыл) һәм Хәлил (1920 йыл) булараҡ та билдәле. Ауыл тарихы беҙгә мәғлүм түгел, ләкин 1795 йылда 77 кеше йәшәгән 10 йорттан тороуы уның барлыҡҡа килеүе хаҡында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләй. 1817 йылда бина 140 кеше менән 24 ихатанан торған. 1834 йылда бында 230 башҡорт йәшәй. 50 йортта 1859 йылда 397 башҡорт иҫәпкә алынған, 64 йортта 1870 йылда 412 кеше булған.


Иҫке Сәпәштә 1917 йылда 79 йортта 389 башҡорт булған. Бөтә ауылға 295 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә. Шул уҡ ваҡытта 59 йорттоң 4 дисәтинәгә, 14-енең — 10-ға, 1-енең — 15-кә, 2-һенең 15-тән ашыу дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙәре булған.

3 ихата сәсеүлекһеҙ булған. 1843 йылда уҡ 230 башҡортҡа 80 бот ужым, 984 бот яҙғы иген сәселгән.

Подпоручик Әйүп Ҡайыпов 2-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша, 4-се дәрәжә изге Анна ордены, ике көмөш миҙал менән бүләкләнә[6].

  • Иҫке Сәпәштә Ғаилә көнө. 2018 йылдың 18 июле[7]