Эстәлеккә күсергә

Иҫке Соҡор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старочукурово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Соҡор
рус. Старочукурово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле

Ауыл советы

Бүл-Ҡайпан

Координаталар

56°19′55″ с. ш. 55°39′59″ в. д.HGЯO

Халҡы

101[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452839

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 820 004

ОКТМО коды

80 650 420 116

ГКГН номеры

0659848

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Соҡор (Рәсәй)
Иҫке Соҡор
Иҫке Соҡор
Иҫке Соҡор (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Соҡор

Иҫке Соҡор (рус. Старочукурово) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 101 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80250820004.

Ауылға нигеҙҙе Ирәкте ырыуы башҡорттары һалған.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 101 47 54 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %)[3].

Ауыл Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалынған, 1737 йылдан алып Соҡор исеме менән билдәле. Шулай уҡ Ирәкте, Ерем исемдәре лә бар.[4] Был ирәкте башҡорттарының төп биләмәһе. Хатта Ирәкте тип аталған осраҡтар ҙа бар. Ерем исеме менән дә билдәле булған. Бында аҫабалар ғына йәшәй ине. Ревизия һәм халыҡ иҫәбен алыу материалдары ошо хаҡта һөйләй. 1795 йылда бында 165 башҡорт иҫәпләнә, 1816 йылда — 190, 1834 йылда — 219, 1859 йылда — 325, 1870 йылда — 348, 1920 йылда — 588.[5]

Башҡорт энциклопедияһы, 2002 йылда ауылда башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Ғәли Соҡорой музейы, мәсет бар, тигән мәғлүмәт бирә.[4]

Батша хөкүмәтенең башҡорттарҙың ирекле подданныйлыҡ шарттарын боҙоуы уларҙың асыҡ ҡораллы сығыш тыуҙырған ризаһыҙлығын тыуҙыра. Башҡорт ихтилалдары (1735—1740) ваҡытында төньяҡ улустар — ғәйнә, уран, ҡыр-танып, балыҡсы ырыуҙары башҡорттары менән бер рәттән ирәкте ырыуы аҫабалары ла көрәш алып бара. 1738 йылда 450 баш күтәреүсе башында Соҡор ауылы кешеһе Мортаза Хәлимов тора. Крәҫтиәндәр һуғышында бөтә Ирәкте улусының 352 йорт-хужалығы кешеләре ҡатнаша.[5]