Эстәлеккә күсергә

Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө терапевт
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙы (рус. Фархутдинова Лейла Муратовна; 3 ғинуар 1961 йыл) — ғалим-терапевт. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2016).

Ләйлә Морат ҡыҙы Фәрхетдинова 1961 йылдың 3 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында геология-минералогия фәндәре докторы, профессор М. А. Камалетдинов ғаиләһендә тыуған[1]. 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң Өфөнөң 21‑се дауаханаһында эшләй башлай, 1985 йылдан алып Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһында, 1986—94 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицина һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй[1]. 1996 йылда терапия буйынса клиник ординатураны тамамлай. 1999 йылда «Комплексная оценка иммунного статуса при язвенной болезни желудка и его коррекция препаратом человеческого иммуноглобулина» темаһына кандидатдыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Шул уҡ йылдан башлап БДМУ‑ның өҫтәлмә профессия белем биреү институтында уҡыта. 2007 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Региональные особенности микроэлементного статуса организма человека в развитии тиреоидной и соматической патологии» темаһына диссертация яҡлай[2].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе — эндокринология, иммунология, микроэлементология. 3 кандидатлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе.

Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге урындағы тау тоҡомдарындағы микроэлементтарҙың халыҡ һаулығына (боғаҡ, шәкәр диабеты һ.б. үҫеүенә) тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. Фәрхетдинова етәкселегендә Башҡортостан территорияһын микроэлементтар буйынса районлаштырыу үткәрелгән. 230 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән Юғары аттестация комитеты тәҡдим иткән 70 хеҙмәте матбуғаттарҙа баҫылып сыҡҡан, 3 монография: «Зоб как медико-геологическая проблема» (2005, 230 бит.), «Диффузный токсический зоб» (2011, 140 бит.), «Сахарный диабет: патогенез, диагностика, лечение» (2014, 136 бит.), 46 уҡыу-методик ҡулланма һәм әсбаптар, 1 уйлап табыу авторы[2].

  1. Фархутдинова Л. М., Байбурина Г. Г. Исследование антител к ткани поджелудочной железы при различных клинических типах сахарного диабета// Российский иммунологический журнал. 2014. Т. 8 (17), № 3. С. 610—612.
  2. Фархутдинова Л. М. Окислительный стресс. История вопроса// Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2015. Т. 20. № 1 (77). С. 42-49.
  3. Фархутдинов И. М., Фархутдинова Л. М. Геоэкологические аспекты проблемы сахарного диабета 2-го типа// Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2015. Т. 21. № 1 (81). С. 38-45.
  4. Фархутдинова Л. М. Новые возможности иммунологии в прогнозе течения сахарного диабета// Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2016. Т. 21. № 3 (83). С. 24-32.
  5. Фархутдинова Л. М., Фархутдинов И. М. Республика Башкортостан как научный полигон для исследований в области медицинской геологии// Вестник Академии наук РБ. 2017. Т. 23, № 2 (86). С. 83-92.
  6. Фархутдинова Л. М. Преждевременное половое созревание центрального происхождения// Архив внутренней медицины. 2017. № 4. С. 245—251.
  7. Фархутдинова Л. М. Несовершенный остеогенез// Врач. 2017. № 8. С. 6-8.
  8. Фархутдинова Л. М. Папиллярный рак щитовидной железы// Врач. 2017. № 11. С. 16-19.
  9. Фархутдинов И. М., Фархутдинова Л. М., Белан Л. Н. Медико-геологические исследования в Республике Башкортостан// Разведка и охрана недр. 2018. № 1. С. 8-11.
  10. Фархутдинова Л. М. Радиойодтерапия папиллярного рака щитовидной железы, осложненная миелитом. Клинический случай// Архив внутренней медицины. 2018. № 3. С. 223—230.

Учебно-методические рекомендации:

  1. Сахарный диабет 2-го типа: диагностика, лечение (2013), Диабетическая нефропатия (2015) и др.

Учебное пособие:

  1. Диффузный токсический зоб в терапевтической практике. Уфа: Изд-во ГБОУ ВПО БГМУ Минздрава России, 2015. 92 с.