Ғәйнулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәйнулла (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнулла ғәрәп теленән — ғәйн + Аллаһ һүҙҙәренән яһалған.[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы (9 сентябрь 1903 йыл — 1975 йыл) — уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре, журналист. Дәреслектәр һәм синыфтан тыш уҡыу китаптары авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955)
Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы (1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы
Бикбов Ғәйнулла Латип улы (1889 йыл — 10 июль 1938 йыл) — совет хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы (13 ноябрь 1925 йыл — 15 апрель 2001 йыл) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы (28 февраль 1932 йыл) — журналист, дәүләт эшмәкәре. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы (рус. Гайнуллин Шакир Юмагулович; 12 апрель 1921 йыл—4 июнь 1993 йыл) — иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан. «Салаватстрой» тресы идарасыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, трестың баш иҡтисадсыһы. Ватан һуғышы[2] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы (6 сентябрь 1937 йыл) — ғалим-профпатолог, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Нуриман районының почётлы гражданы.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнбухтина Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы (28 июль 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы (12 август 1927 йыл — 16 сентябрь 1995 йыл) — сәнәғәт тармағы алдынғыһы. 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Гидравлика» заводында токарь. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971) Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Ҡаҙнабаев Фазыл Ғәйнулла улы (10 февраль 1922 йыл — 14 ғинуар 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры
Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы (10 октябрь 1941 — 8 август 2014) — СССР һәм Рәсәй ғалимы. Башҡорт дәүләт медицина университетында микробиология, иммунология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы рус. Гиниятуллина Светлана Гайнулловна; 7 июль 1975 йыл) — драма актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнулла — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 137 кеше.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Юбилейная награда Шакира Гайнуллина
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |