Һабай (Ғафури районы)
Ауыл | |
Һабай рус. Сабаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453062 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Һабай (рус. Сабаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 177 кеше[2]. Почта индексы — 453062, ОКАТО коды — 80221822003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 177 | 87 | 90 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 58 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡауарҙы): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 70 км, Ҡарламан : 25 км, Таҙлар : 30 км.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡауарҙы ауыл Советы составында. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышҡа 58 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышға табан 70 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIIII быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Һабай Ҡотлин исеме бирелгән[3]. Уның исеме һәм фамилияһы Кәлсер-Табын ырыуының шәжәрәһендә телгә алынған. Өлкән улы Иманғол (1760 йыл) Ишкилде һәм Абдрахман улдары менән аталары ауылында төпләнә, ә кеселәре Ишемйәр (1789 йыл) һәм Ибраһим һабаевтар Юлыҡ ауылында йәшәй. Һабай Ҡотлин — әүҙем Пугачевсы, баш күтәреүселәр отрядына етәкселек итә.Әбделмәзит Миңлейәров, Һөйөндөҡ Ҡояшев, Муллағол Зыяшев, Ҡотлоюл Этҡолов, Иҡсан Урмансын, Кәлимулла Сыуашбаев һәм Алтынбай Көҫәпов 1812 йылғы Ватан һуғышында һуғышта әүҙем ҡатнашҡан. Бикмөхәмәт Әзәтов 1814 йылда 9-сы полк составында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан һәм ике көмөш миҙал[4]менән бүләкләнгән. XVIII быуат аҙағында Дөйөм ерҙе межалау материалдарында иҡтисад тураһында түбәндәгеләр әйтелә: «Иген аҙ сәселгән. Йәнлек тотоу. Малсылыҡ». XIX быуаттың 30-сы йылдарында 155 ир-ат һәм 162 ҡатын-ҡыҙ, 408 ат, 380 һыйыр, 48 һарыҡ, 30 кәзә була. Ер эшкәртеү башланғыс осоронда була: 1842 йылда 317 кешенең һәр береһенә бер бот ҡына иген сәселә[5].
1795 йылда 47 йортта 278 кеше йәшәй, 1865 йылда 30 йортта — 171 кеше. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, һунар, сана яһау, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. Халҡы: 1906 йылда — 197 кеше; 1920 йылда — 276 кеше; 1939 йылда — 397 кеше; 1959 йылда — 376 кеше; 1989 йылда — 223 кеше; 2002 йылда — 197 кеше; 2010 йылда — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Көнсығыш урам (рус. Восточная (улица))
Ғафаров урамы (рус. Гафарова (улица))
Еҙем урамы (рус. Зилимская (улица))
Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмир Мөхәмәт улы Әминев (1953 йылдың 1 ғинуары, БАССР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылы) — башҡорт яҙыусыһы, прозаик.
- Әминев Марат Мөхәмәт улы (24 октябрь 1967 йыл) — журналист, прозаик-сатирик. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Басыров Фәнил Миңлеғәле улы (12 февраль 1961 йыл) — еңел атлетика буйынса спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, имам-хатиб
- Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы (рус. Акубаков Ганафий Закирович; 1910-?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант. 1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә.
- Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы (рус. Ишбердин Ахиар (Ахия, Яхия) Исмагу(и)лович 1910 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеец.
- Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы (рус. Саттаров Хабиахмет Саттарович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Башҡорт энциклопедияһы. Һабай ауылы
- ↑ 1814 йыл
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 154-се б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Һабай ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һабай (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 154-се б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.