Эстәлеккә күсергә

Әжекәй (Мәсетле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әзекәй (Мәсетле районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Азикеево
башҡ. Әжекәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәсетле районы

Ауыл биләмәһе

Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы

Координаталар

56°01′41″ с. ш. 58°15′36″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Бәләкәй Аҡа

Халҡы

684[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452553

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 242 815 003

Код ОКТМО

80 642 415 111

Азикеево (Рәсәй)
Азикеево
Азикеево
Әжекәй (Мәсетле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Азикеево

Әжекәй (рус. Азикеево) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халҡының һаны 684 кеше булған[2]. Почта индексы — 452553, ОКАТО коды — 80242815003.


Әжекәй ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Аҡа йылғаһы буйында, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан төньяҡҡа табан 10 километр һәм Красноуфимск (Свердловск өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 99 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Әжекәй ауылына XVII быуатта Себер даруғаһы Бәләкәй Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Башҡорт аҫабалары менән керҙәшлек килешеүе буйынса 1692 йылда ауылға мишәрҙәр, ә 1714 йылда — башҡорт-керҙәштәр индерелә. Ауылды башҡа аҫабалар менән бергә үҙ ерҙәренә Оло Аҡа мишәрҙәрен индергән аҫаба башҡорт Шоңҡар Әтәков (Әтикәев-Әжекәйев-Әжекәев — Ат(з)икеев) фамилияһы буйынса атай башлағандар. Бәләкәй Аҡа тип тә йөрөтөлгән.

Бәләкәй Аҡа ауылы исеме беҙгә тағы бер ҡат Оло Аҡа, мишәрҙәрҙең төп торамаһы барлығын хәтерләтә: уларҙың бер өлөшө, Оло Аҡалар менән бер рәттән, 7201 (1692) йылғы 22 декабре килешеүе нигеҙендә, айыпым ауыл булып бүленеп сыҡҡан. Юғарыла әйтелгәнсә, мишәрҙәрҙең башҡа төркөмдәре бер аҙ һуңыраҡ нигеҙләнгән.

1795 йылда Әжекәй ауылының 28 йортонда 126 кеше: 15 йортта 71 башҡорт, 13 йортта 55 мишәр йәшәгән.

1841 йылда 2-се-3-сө мишәр кантондары башлығы ғәскәр старшинаһы Рәжәпов төҙөгән исемлектә Әжекәй (Бәләкәй Аҡа) ауылы мишәрҙәре тураһында былай тиелә: «Башҡорттар менән үҙ-ара килешеүе буйынса, ерҙе улар менән борондан уртаҡ биләгәндәр». Һүҙ мишәрҙәр тураһында бара, ләкин бында аҫаба башҡорттар ҙа йәшәгән. Тәүҙә мишәрҙәр тураһында һүҙҙе тамамлар кәрәк. Асыҡланған сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ауылда ер хоҡуҡтары буйынса өс мишәр төркөмө булған: уларҙың береһе төп Оло Аҡа ауылы иҫәпләнгән һәм ошо уҡ ауылдың башҡа мишәрҙәре менән ер биләгән. Беренсе төркөм мишәрҙәре Красноуфимск өйәҙенең 2-се башҡорт кантоны составында була. Улар 1816 йылғы VII ревизия һөҙөмтәләре буйынса 7 ир-ат йән, 1834 йылғы VIII hевизия буйынса — 13 ир-ат йән башына иҫәпләнгән. Мишәрҙәрҙең икенсе төркөмө Өфө өйәҙендә урынлашҡан 8-се башҡорт кантоны башлығына буйһонған.

Документта уларҙың ер хоҡуҡтарына ҡағылышлы былай тиелгән: «Ҡошсо улусы башҡорттарының рөхсәте менән борон-борондан бер ниндәй актһыҙ күсеп ултырғандар». Үрҙә күрһәтелгәнсә, 1816 йылда 13 йән һәм 1834 йылда 12 йән индерелгән. Әжекәй ауылы мишәрҙәренең 1816 йылда 10 ир-ат йән һәм 1834 йылда 11 ир-ат йәндән торған өсөнсө төркөмө Өфө өйәҙе 3-сө мишәр кантоны буйһоноуында (подданный) булған 10 һәм 17 йән. Документта мишәрҙәрҙең һуңғы төркөмөнөң ергә хоҡуҡтары тураһында былай тиелгән: "1753 йылдың 14 авгусындағы килешеү яҙмаһынан күсермә тәҡдим ителде, уның буйынса: «Ҡошсо улусы башҡорттары уларҙы мәңгелек замандарға һалым (оброк) менән индергәне күренә». Әммә килешеү яҙмаһы бер ерҙә лә «таныҡланмаған», йәғни губерна учреждениелары тарафынан раҫланмаған.

Әжекәйҙә башҡорттар йәшәгән. Ауылдың тәүге исеме — Әжекәй — башҡорттар — төп халыҡ икәнен раҫлай. Икенсеһе буйынса — Бәләкәй Аҡа — керҙәштәр. Ер һатыу, ҡуртымға биреү эштәрендә башҡа ҡошсолар менән бер рәттән ҡатнашҡанлыҡтан, башҡорттар үҙҙәрен аҫаба тип иҫәпләгән. Ләкин улар араһында 1714 йылғы килешеү менән индерелгән керҙәш башҡорттар ҙа булған. Рәүиз материалдары ла ошо хаҡта һөйләй. 1816 йылда 35 аҫаба башҡорт, 1834 йылда — 60 ир-ат йән була. Шул уҡ ваҡытта ауылда 31 һәм 36 керҙәш башҡорт була. Ул йылдарҙа мишәрҙәр бөтәһе 30 ир-ат йән һәм 42 ир-ат йән була. Яһаҡлы крәҫтиәндәр: 1816 йылда 7 һәм 1834 йылда — 13 йән булған.

БР Үҙәк дәүләт архивы материалдарында һәм земство йыйынтығында ауыл торошона дөйөм характеристика һәм ауылдың хужалыҡ мөмкинлектәре тураһындағы мәғлүмәттәр: «Әжекәй ауылы (Кесе Аҡа) — Аҡа йылғаһы үҙәнендәге участка уртаһында, ауыл хужалығы продукттарын һатыуҙың төп урыны Аҡа йылғаһы буйындағы Оло Аҡа ауылынан 5 км алыҫлыҡта тигеҙ уйпатлыҡта урынлашҡан. Аҡа йылғаһы тирмән ҡороуға яраҡлы. Халҡы: 98 йортта 125 рәүиз йәне иҫәбендәге аҫаба башҡорттар. Ер өс урында: береһе ауылда, икенсеһе унан 40 саҡрым алыҫлыҡта һәм өсөнсөһө — 25 саҡрымда. Һөрөнтө ерҙәре ҡалҡыу убалы, һөҙәк битләүле урында урынлашҡан; баҫыу майҙаны 32 дисәтинә, өҫтө тигеҙ түгел, 18 йырын менән ҡатмарланған. Баҫыусылыҡ системаһыҙ. Арыш, һоло, борай, арпа, етен сәсәләр. Ер һабан менән һөрөлә. 1842 йылда 230 башҡортҡа 86 сирек ужым, 433 сирек яҙғы иген, шулай уҡ 6 сирек картуф сәселгән. 30 кешенән торған 3 кантон мишәрҙәре 4 сирек ужым, 35 сирек яҙғы иген сәскән. Ауылда 4 ашлыҡ һуҡҡыс һәм 5 елгәргес бар. Үҙ ихтыяждары өсөн баҡса үҫтерәләр. Хужалыҡтарында башҡорт тоҡомло мал үрсеәләр. Көтөүлек Аҡа йылғаһы буйындағы һыубаҫар үҙәндә.

Әжекәй ауылында X рәүиз буйынса 66 йортта 98 ир-ат керҙәш татар (типтәрҙәр) йәшәй. Бүленгән ер бер урында, махсус ыҙанлау планы буйынса аҫаба башҡорттарҙан алынған. Биләмәләрҙә үҙгәрештәр: йорт-ҡаралтының бер өлөшө — ялан кәртә. Урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер итеп таҙартылған. Баҫыусылыҡ системаһыҙ. Ауылда 8 һуҡҡыс һәм 8 елгәргес бар. Баҡсалар үҫтерелә. Хужалыҡтарҙа малдар аҫырала»[4][5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда 40 йортта 305 башҡорт (Б. С. Дәүләтбаев буйынса — 45 йортта 416 кеше), 39 йортта — 216 керҙәш йәшәгән.

1865 йылда Әжекәй ауылының 82 йортонда — 534 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған[6].

1870 йылда бөтә халыҡ һаны — 82 йортта 514 кеше[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда 2 мәсет, 2 бакалея һәм мануфактура кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.

1920 йылда 226 йортта 1246 башҡорт һәм аҙ һандағы типтәр (башлыса, башҡорт һәм мишәрҙәр) йәшәгән.[8][9].

Әлеге көндә Әжекәй ауылында 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы филиалы — Әжекәй төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[10].

Дөйөм халыҡ һаны[11],[2] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 719 750 684 -66 -8.8
Ир-егеттәр 332 374 330 -44 -11.76
Ҡатын-ҡыҙҙар 387 376 354 -22 -5.85
  • Аръяҡ урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Коммунарҙар урамы (рус.  Коммунаров (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Яр урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Тау буйы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Нәсибуллин урамы (рус.  Насибуллина (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Тракт урамы (рус.  Трактовая (улица)
  • Сәскәле урамы (рус.  Цветочная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[14][15]

.

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Әй

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  3. Әжекәй (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 559. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 13; ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1.Д.42.Л. 97. Давлетбаев Б. С. Большая Ока.
  6. Әжекәй (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Әжекәй (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Посписочный состав башкир и мишарей за 1816—1859, 1917—1920 гг. Давлетбаев Б. С.84 Сборник статистических сведений по Уфимской губер­ нии. Т. 6. Златоустовский уезд. С. 3 ЮАС. Вып. 2. С. 325. ЦГИА РБ. Ф. 419. Оп. 1. Д. 12. Л. 24. Ф. 172. Оп. 1. Д. 106. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. С. 46—71.
  10. Әжекәй (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Ғималова Фәниә Булат ҡыҙы 2019 йыл 29 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Заһретдинов Роберт Абдрахман улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2017)
  14. Карта д. Азикеево
  15. «Налог Белешмәһе» системаһында Әжекәй ауылы