Әхтәм (исем)
Әхтәм |
Әхтәм — мосолман ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәм — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Мөһөр; иң аҙаҡҡы; иң йомарт тигән мәғәнәләрҙе аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы (псевдонимы Әхтәм Ихсан; 16 декабрь 1908 йыл — 22 сентябрь 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы.
Абушахманов Әхтәм Әхәт улы (10 март 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм БАССР-ҙың халыҡ (1984) артисы.
Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы (рус. Абдрахманов Ахтям Муфтахутдинович) (22 май 1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының атлы посыльныйҙар взводы командиры. Лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Мансуров Әхтәм Әхмәт улы (11 октябрь 1895 йыл — 2 декабрь 1965 йыл) — педагог-методист, тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1944).
Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы (1 ғинуар, 1922, Бүздәк ауылы — 18 ғинуар, 2017) — нефтсе геолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1965), профессор (1969). Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы.
Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы (21 ғинуар 1897 йыл (1895) — 16 август 1943 йыл) — беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә, Хәсән күле буйындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙағы [[Совет-фин һуғышы|совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Полковник (1939). 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Георгий тәреләре, ике Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940) һәм 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (18 февраль 1911 йыл — 10 июль 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965).
Хәмәтдинова Әнисә Әхтәм ҡыҙы (13 март 1928 йыл — 25 октябрь 1989 йыл) — башҡорт яҙыусыһы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (15 ғинуар 1929 йыл — 19 октябрь 2020 йыл — башҡорт тел белгесе, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989),
Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы (Әбүссүғүд улы) (татар. Ибнеәмин Әбүсогыд улы Әхтәмов, 6 (18) ноябрь 1877 йыл — 1941 йыл) — ышаныслы прсяжный, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1912—1917), Петроградта мосолман йәмәғәт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең Бөтә Рәсәй съезы президиумы рәйесе. 1938 йылда «Иҙель-Урал» ойошмаһы эше буйынса ҡулға алына.
Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы (31 март 1962 йыл — 14 август 2020 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007).
Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы (15 ғинуар 1937 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — металлург. БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры.
Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы (10 июль 1925 йыл — 30 май 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
Әхтәмов Рәмил Мәсхүт улы (Әхмәтйәнов) (14 сентябрь 1937 йыл — 30 июнь 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм коньки спорты буйынса тренер.
Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы (1922 йыл, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |