Эстәлеккә күсергә

Өхүд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өхүд
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Карта
 Өхүд Викимилектә

Өхүд (Үхүд); русса Ухуд[1] (Оход[2]) — изге тау, Мәҙинә ҡалаһының төньяғында (Сәғүд Ғәрәбстаны) урынлашҡан. Бейеклеге — 1126[3] метр.

Хәҙерге көндә тау ҡала һыҙатына инә, әммә борон Өхүд Мәҙинәнән ситтә урынлашҡан булған.

Тау эргәһендә 625 йылдың 23 мартында Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге мосолмандар һәм Әбү Суфыян етәкселегендә мәжүси ҡорайыштар араһында һуғыш була. Был һуғышта мосолмандар еңелә, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 70 көрәштәше, шул иҫәптән пәйғәмбәрҙең ағаһы Хәмзә ибн Ғәбд әл-Мотталиб та үлтерелә.Мөхәммәт үҙенең дуҫтарының ҡәберен зыярат ҡылыу маҡсаты менән йыл һайын Өхүдкә килә торған була. Бер нисә мәғлүмәт буйынса, был һуғыштан һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр яҡындағы Фәсех мәсетендә өйлә намаҙын уҡый.[4]

Ҡайһы бер мосолман риүәйәттәренә ярашлы, Мәҙинәнең төрлө осонда урынлашҡан Өхүд һәм Ғәйер тауҙары Ожмах һәм Тамуҡ ҡапҡалары түбәләрендә тора. Мөхәммәт Әл-Мөнәжжид (Muhammad Al-Munajjid[en]) тигән ғөләмә фекеренсә, уларҙың ожмах менән тамуҡ ҡапҡаларына ҡыҫылышы бар тигән хәҙистәр дөрөҫлөккә тап килмәй[5]

  1. Карта бите G-37-XXXIV.
  2. Хенри Массé. Ислам: очерк истории. — Изд-во восточной литературы, 1961. — С. 12. — 228 с. Архивная копия от 25 ноябрь 2015 на Wayback Machine
    К северу от Медины высится гора Оход…
  3. Карта бите G-37-XXXIV.
  4. Masjid al-Fasah. Madain Project. Дата обращения: 18 март 2018. Архивировано 19 март 2018 года.
  5. لم يثبت في «جبل عَيْر» إلا أنه من حدود الحرم المدني // islamqa.info