Байлар
Байлар (байләр, байҙар) — башҡорт ҡәбиләһе.
Ырыу составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ҡалмыш
- салағош
- сураш
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия, Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. «Байлар» этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Байлар (айырыуса сураш ырыуы) формалашыуына уларҙың үҫәргән ҡәбиләһе араһында булыуы йоғонто яһай. 1‑се мең йыллыҡ аҙағында байлар Дим, Ыҡ (Кама йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары үрге ағымында урынлаша. XIII—XIV быуаттарҙа Ыҡ, Минзәлә (Кама йылға бассейны) йылғалары түбәнге ағымына, салағош ырыуы Кама йылғаһының уң яҡ ярына, уға Иж йылғаһының ҡойған ергә, күсенә. XVI быуатҡа ҡарай байларҙар Ыҡ йылғаһы бассейнына төпләнә, унда бүләр, гәрә, ирәкте, йылан, йәнәй, ҡырғыҙ, юрмый ҡәбиләләре менән күрше була; бер өлөшө Ялан Зәй йылғаһы (Кама йылғаһы ҡушылдығы) буйлап, ҡалған өлөшө Иж йылғаһы тамағында урынлаша.
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Байла(ә)р улусын тәшкил итә. Бында, П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, XVIII быуат уртаһында 561 йорт була. XVIII—XIX быуаттар аҙағында байлар йәшәгән биләмә Бөгөлмә өйәҙенә, Бәләбәй өйәҙенә һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 11‑се һәм 12‑се башҡорт кантондарына (XIX быуаттың 40‑сы йылдары башына ҡарата) ҡарай.
Хәҙер ҡәбилә йәшәгән ерҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Илеш, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондарына, Татарстан Республикаһының Алабуға, Аҡтаныш, Баулы, Минзәлә, Норлат, Сарман, Туҡай һәм Әгерже райондарына инә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнғужин Р. З. Байлар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.