Эстәлеккә күсергә

Бәләкәй Башҡортостан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәләкәй Башҡортостан
Бәләкәй Башҡортостан
Байраҡ
Дәүләт  Совет Рәсәйе
Административ үҙәк Стәрлетамаҡ
Хөкүмәт башлығы Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы һәм Ҡулаев Мөхәммәтхан Сәхипгәрәй улы
Халыҡ һаны 1 250 059 кеше
Урынлашыу картаһы

Бәләкәй Башҡортостан — 1917 йылда 15 ноябрҙә иғлан ителгән (ҡара: Фармандар № 1 һәм № 2) һәм декабрҙә 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы автономияны ғәмәлгә ашырыуҙың беренсе этабы булараҡ раҫлаған Автономиялы Башҡортостандың тәүге территорияһы, 1918 йылдың ғинуарында Бәләкәй Башҡортостан исемен ала.

Бәләкәй Башҡортостан 1920

Бәләкәй Башҡортостан Өфө губернаһы (Златоуст өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙең бер өлөшө), Пермь губернаһы (Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Шадринск өйәҙенең бер өлөшө), Һамар губернаһы (Быҙаулыҡ өйәҙенең бер өлөшө), Ырымбур губернаһының башҡорт территорияларын үҙ эсенә ала. Артабан Бәләкәй Башҡортостан башҡорттарҙың күпселек өлөшө йәшәгән көнбайыш Башҡортостанды (Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙенең башҡор. территорияларын) ҡушыу планлаштырыла. 1917 йылда Бәләкәй Башҡортостан 9 кантонға (Барынтабын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Искен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән) бүленә, 1918 йылда — 13 кантонға (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны, Ҡошсо кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны, Ялан кантоны). Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә Башҡортостан автономияһы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» (20 март 1919) менән раҫлана. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бәләкәй Башҡортостан территорияһы 93 108 км², халҡы 1249539 кеше тәшкил итә. 1922 йылда Оло Башҡортостан тип үҙгәртелә.

Бәләкәй Башҡортостан территорияһы 93 108 км².

Халҡы 1 249 539 кеше.

1917 йылда 20 декабрҙә Кесе ҡоролтай тарафынан Ырымбур ҡалаһында ойошторола. 1918 йылда июненән Силәбе ҡалаһында, августа — яңынан Ырымбурҙа урынлаша, декабрҙә — урынын Орск өйәҙенең Баймаҡ ауылда, артабан Темәс ауылда эшләй. Башҡорт хөкүмәте составына уның рәйесе һәм хәрби, эске эштәр, игенселек, халыҡ мәғарифы, бәйләнештәр, страховкалау, финанс, иҡтисади һәм юстиция бүлектәре мөдирҙәре инә. 1918 йылда 17 февралдә. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе бойороғо буйынса Башҡорт хөкүмәте бүлек мөдирҙәре һәм Башҡорт мәркәз шураһының бер нисә ағзаһы ҡулға алына. Улар апрелда башында Ырымбурҙы башҡорт һәм казак отрядтары баҫып алған ваҡытта төрмәнән азат ителә. Июндә Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеген яңынан тергеҙә, көҙгә ҡарай Башҡорт ғәскәренә мобилизация үткәрә, Ваҡытлы Себер хөкүмәте, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты һәм Чехословак айырым корпусы командованиеһы менән РСФСР‑ға ҡаршы уртаҡ көрәш тураһында килешеүҙәр төҙөй, «Бәләкәй Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында положение» эшләй. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 йылда 4 ноябрҙә таратыу тураһындағы «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең бөтә өлкә хөкүмәттәренә, Рәсәй Дәүләтенең бөтә граждандарына грамотаһы» ҡарарына буйһоноуҙан баш тарта. 1919 йылда 16 февралдә автономиялы Башҡорт республикаһы 18 февралдә алып РСФСР составына инеүе тураһында иғлан итә. 22 февралдә Башҡортостанда власты Башҡортостан хәрби‑революцион комитетына тапшыра. 1919 йылда 20 мартында, «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» ҡарарына ҡул ҡуйғандан һуң эшмәкәрлеген туҡтата. Башҡорт хөкүмәте баҫма органдары — «Башҡорт тауышы», «Башҡортостан хөкүмәтенең теле гәзиттәре».

Башҡорт хөкүмәте рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы, Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Ҡотлоғәлләм улы, Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы, Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы, Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы, Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы, Ғәйнулла Ғирфанов, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Рәмеев Хажиәхмәт, Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы, Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы, Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы, Ризаитдин Фәхретдинов, Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы, Йомағолов Харис Йомағол улы, Джангәрәй Әмиров, Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы, Илдархан Ибраһим улы Мутин, Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы Солтанов, Усман Токумбетов, Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы[1][2].

  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  • Башкирское национальное движение 1917 — 1920 гг. и А. Валиди: Зарубежные исследования // Сост. и вступительная статья И. В. Кучумова. — Уфа: Гилем, 1997. — 250 с.
  • Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
  • Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Постановление III Всебашкирского учредительного съезда Башкурдистана от 20 декабря 1917 года