Эстәлеккә күсергә

Жәбир ибн Ғабдулла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жәбир ибн Ғабдулла
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 607
Тыуған урыны Мәҙинә[1]
Вафат булған көнө 697 или 696[1]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Үлем төрө һомицид[d]
Атаһы Abdullah bin Amr bin Haram[d]
Әсәһе Насиба бинт Укба[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, Мөхәддис
Сәләмәтлек торошо Һуҡырлыҡ[2]
Һуғыш/алыш Битва при Хайбаре[d] һәм Ур һуғышы

Жәбир ибн Ғабдулла әл-Ансари (ғәр. جابر بن عبدالله الأنصاري‎; рус. Джа́бир ибн ‘Абдулла́х аль-Анса́ри; Мәҙинә — 696, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең һәм мөфәссирҙәренең береһе (Хәҙистәрҙе тапшырыусылар).

Ул 607 йылда Мәҙинәлә тыуған. Атаһы Ғабдулла әл-Ансари сығышы менән хәҙрәж ырыуынан. Уның әсәһе Насибә бинт Ғүкбә ибн Ғүҙҙи була. Ғабдулла әл-Ансари ислам динен ҡабул итә, мосолман хәрәкәтендә ҡатнаша һәм Өхүд һуғышында һәләк була. Атаһы үлгәндән һуң уның ҡарамағында ете ҡыҙ туғаны ҡала[3].

Жәбир шулай уҡ йәш ислам дәүләтен төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Мөхәммәт Пәйғәмбәр тере сағында ул 19 йыһатта, шулай уҡ Мәккәне яулауҙа ҡатнаша (630). Тәүге фетнә (Хәлифәттә беренсе граждандар һуғышы) ваҡытында ул хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талип яғында була, әммә уның вафатынан һуң Мүәвиә ибн Әбү Суфыян яғына күсә[4].

Жәбир хәҙистәрҙе иң билдәле тапшырыусыларының береһе. 1540 хәҙис унан килеп ингән. Ул ислам фәндәрен яҡшы белгән һәм Пәйғәмбәр мәсетендә уҡытҡан.

95 йәшендә Мәҙинәлә баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул Мәҙинәлә Пәйғәмбәрҙең һуңғы сәхәбәһе булған[4].

  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Джабир ибн Абдуллах (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 218.
  2. арабская Википедия — 2003.
  3. Умаров, Али Джабир бин Абдулла. Мусульманам есть с кого брать пример. islamdag.ru (6 июль 2011). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
  4. 4,0 4,1 Али-заде, 2007
  • Али-заде, А. А. [218 Джабир ибн Абдулла] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).