Мәрйәмғул
Ауыл | |
Маржангулово башҡ. Мәрйәмғул | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452539 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мәрйәмғул (рус. Маржангулово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 20 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арый: 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 95 км
Мәрйәмғул ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 20 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 95 кимлометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрйәмғул ауылына XVIII быуат аҙағында Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. Уның улдары Ҡаҙыбай (1740—1820) һәм Әлҡәй Мәрйәмғуловтар. Ҡаҙыбайҙың улдары йорт старшиналары Ҡәҙербирҙе һәм Хоҙайбирҙе булған. Әлҡәйҙең улы — 36 йәшлек Рәхимғол Әлҡәев Рәүиз мәғлүмәттәрендә Марже(и)нгулово, Манжигулово, Марзянгулово булараҡ теркәлгән. Мәрйәмғул исемле ауылдар өс улуста: Һарт, Дыуан һәм Ҡошсо улустарында билдәле булған.
Һарт улусында урынлашҡан Мәрйәмғул ауылында 1795 йылда 12 йортта 78 кеше, 1816 йылда — 130, 1834 йылда — 216, 1859 йылда 296 кеше йәшәгән,
1842 йылда 153 кешегә 53 сирек ужым, 274 сирек яҙғы культуралар һәм 5 сирек картуф сәселгән. Уларҙың ер биләмәләре «күптән һөрөлә, әммә ныҡ һөрөлмәгән». Игенселек культуралары, төбәктең климат-тәбиғи шарттарына, тәү сиратта өлгөрөүҙең ҡыҫҡа вегетатив осорона ярашлы, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше нигеҙендә сәселгән. Был — арпа менән арыш. Һоло ла, борай ҙа (бойҙай төрө) сәскәндәр. Быуат аҙағында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс һәм 6 елгәргес, тирмән булған. Йәшелсә баҡсалары була. Һатыу өсөн түгел, ә үҙ ихтыяждары өсөн урындағы тоҡом малы аҫыралған. Үҙҙәренең бесәне етмәгәнлектән, уны күршеләренән 20 бот ауырлыҡтағы йөк өсөн 1,5 һумдан һатып алғандар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Һарт улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрйәмғул ауылында 1865 йылда 56 йортта — 329 кеше, 1870 йылда 56 йортта 329 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.
1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән.[4]
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда — Мәрйәмғул ауылындағы 103 йортта 613 кеше булған.[4]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрйәмғулда башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 613 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 312 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 361 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 222 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 220 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 231 | 112 | 119 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йомағужин Динар Ҡәнзәфәр улы (1954) — хеҙмәт ветераны, 1996—2011 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
- Әнйәк
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәрйәмғул // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Мәрйәмғул // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Карта д. Маржангулово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |