Онега күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Онега күле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петрозаводск, Карелия һәм Ленинград өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 33 метр
Күлгә ҡойоусы йылғалар Вытегра[d], Водла[d], Суна[d], Андома[d][1][2][3], Гимрека[d], Каменный ручей[d], Лососинка[d], Мегра[d], Неглинка[d], Пяльма[d], Тамбица[d], Уница[d], Анга[d], Шокша[d], Аржема[d], Большая Уя[d], Викшречка[d], Вичка[d], Возрица[d], Деревянка[d], Кумса[d], Кодача[d], Муромка[d], Немина[d], Пиндушка[d], Путка[d], Северная Ижмукса[d], Сапеница[d], Сялнага[d], Тунат[d], Филиппа[d], Чебинка[d], Шелтозерка[d], Южная Ижмукса[d], Яндома[d], Лижма[d], Сельгская Речка[d], Орзега[d], Туба[d], Тудозерка[d], Падма[d], Рыбрека[d], Повенчанка[d], Лукдожма[d], Куржа[d], Тамбица[d], Калей[d], Листига[d], Пудож[d], Пухта[d], Царевка[d], Уйка[d], Нелукса[d] һәм Кондопожский канал[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Свирь
Һыу йыйыу бассейны бассейн Невы[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Бассейн майҙаны 62 800 км²
Период обновления воды 12 йыл[4]
Оҙонлоҡ 248 km,
245 km
Киңлек 91,6 km һәм 90 km
Вертикаль тәрәнлеге 127 метр
Майҙан 9800 км²,
9700 км²
Күләме 285 км³
Урынлашыу картаһы
Карта
 Онега күле Викимилектә

Онега күле (Онего, вепс. Änine, карел. Oniegu, фин. Ääninen, Äänisjärvi) — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш Европа өлөшөндәге күл, Ладога күленән һуң Европала ҙурлығы буйынса икенсе[5] һәм Рәсәйҙәге өсөнсө сөсө һыулы һыу ятҡылығы

Башлыса Карелия Республикаһы территорияһында, өлөшләтә шулай уҡ Ленинград һәм Вологда өлкәләрендә урынлашҡан. Бассейн Атлантик океандың Балтик диңгеҙенә ҡарай

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карта

Күлдең яҡынса 80 % майҙаны Карелия Республикаһында, 20 проценты Ленинград һәм Вологда өлкәләрендә урынлашҡан[6].

Күлдең майҙаны утрауҙарһыҙ 9690 км², утрауҙар менән бергә 9720 км² тәшкил итә; һыу массаһы күләме — 285 км³; төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 245 км, максималь киңлеге —91,6 км. Уртаса тәрәнлеге — 30 метр, ә максималь тәрәнлеге — 127 м[7].

Күл соҡоро эре геология структураларында — күлдең төньяҡ өлөшөндә Балтик ҡалҡан һәм көньяҡта Рус платформаһында ята[8].

Онега күле буйында Петрозаводск, Кондопога һәм Медвежьегорск ҡалалары урынлашҡан. Онега күленә 50-гә яҡын йылға ҡоя, ә бер генә йылға — Свирь йылғаһы ағып сыға[9].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге урыҫ яҙма ҡомартҡыларында Онего кеүек телгә алына. Атамаһының килеп сығышы билдәһеҙ. Күлдең боронғо, финға тиклем килеп сығышы мөмкин[10].

Атаманың килеп сығышының бер нисә версияһы бар:

  • Академик А. М. Шегрен күлдең атамаһын фин. ääniөн, тауыш, бынан — «яңғырай („шумливый“) күл» тип аңлата[11].
  • А.Л. Погодин был топонимды саамдарҙан agne — «ҡом» + jegge — «уйһыу тигеҙлектән» тип аңлата.
  • Профессор, филология фәндәре докторы И. И. Муллоннен күлдең исемен саамдарҙан äne һәм балтик буйы-фин теленән änine/äniz тип иҫәпләй, «ҙур, әһәмиәтле» тип билдәләй.

Киң таралған фекергә ҡарамаҫтан, күл Аҡ диңгеҙгә ҡойған Онега атамаһы менән бер нисек тә бәйле түгел[12].

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенән тәрәнлектәр картаһы

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1874—1894 йылдарҙа гидрография экспедицияһы — Рәсәй империяһының Диңгеҙ министрлығы ойошторған Онега күлен айырым төшөрөү эшләй, уның маҡсаты Онега күле яры һыҙатының топоргафик төшөрөү, тәрәнлдгдеен үлсәү, гравиметрик ултырмаларын, ағымын, термик һәм режимы кимәлен өйрәнеү була. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә күлдең генераль картаһы, «Онега күлендә йөҙөү ҡулланмаһы» төҙөлә. 1906 йылда беренсе тапҡыр навигация картаһы нәшер ителә. Артабан навигация карталары бер нисә тапҡыр аныҡлана һәм яңынан баҫтырып сығарыла[13].

Формалашыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Онега күле соҡоро боҙлоҡ-тектоник сығышлы[Л 1]. Палеозой осоронда (300—400 миллион йыл элек) Онега күленең хәҙерге бассейнының бөтә территороияһы боронғо Балтика ҡитғалары тирәһендәге шельф диңгеҙе менән ҡапланған була. Шул уҡ ваҡытта ултырма ҡатламдар — ҡомташ, ҡом, балсыҡ, эзбизташ гранит, гнейс һәм диабаздарҙан торған кристаллик фундаментты ҡеүәтле ҡалын ҡатлауҙар (200 м ашыу) менән ҡаплай. Хәҙерге заман рельефы боҙлоҡ ҡатламдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә (һуңғы Валдай боҙланыуы, яҡынса 12 мең йыл элек тамамланған). Боҙлоҡ сигенгәндән һуң Литорин диңгеҙе барлыҡҡа килә, уның кимәле Балтик диңгеҙенең хәҙерге кимәленән 7—9 метрға юғары[Л 2].

Ярҙары, төбө рельефы һәм гидрографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Онега күленең яры

Онега күленең өҫкө майҙаны 9720 км² тәшкил итә (утрауҙарҙан тыш), оҙонлоғо — 248 км, максималь киңлеге — 83 км (Петрозаводсктан алып Водла йылғаһы тамағына тиклем). Төньяҡ ярҙары ҡаялы, ныҡ йырғыланған, көньяҡта — башлыса түбән, айырылмаған[15]. Күлдең төньяҡ өлөшөндә материкҡа күп һанлы морондар ҡушыла һәм күлдә иң ҙур Заонежье утрауы ята. Ярымутрауҙан көньяҡтараҡ күлдә иң ҙур утрау — Ҙур Климецкий утрауы урынлашҡан. Утрауҙан көнбайышта күлдең иң тәрән өлөшө (100 м тиклем һәм унан да күберәк) — Кондоложский (тәрәнлеге 78 м тиклем), Илем-Горский (42 м), Лижемский (82 м) һәм Уницкий (44. м.) морондары менән Оло Онего Ҡултығы урынлашҡан. Күлдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә төньяҡҡа ҡарай ҙур ҡултыҡ һуҙыла, уның төньяҡ өлөшө Повенецкий ҡултығы, урта өлөшө — Заонежский ҡултығы, ә көньяҡ өлөшө — 40—50 м тәрәнлектәр менән Кесе Онего ҡултығы тип атала. Тәрән участкалар бында һай урындар һәм утрауҙар төркөмө менән сиратлаша, улар ҡултыҡты бер нисә бер нисә өлөшкә бүлгеләй[16]. Күл ярҙарында бик күп таштар ята[11].

Күлдең төп өлөшө — 5685 км² майҙаны менән Үҙәк Онего, шул иҫәптән Петрозаводск һәм Свирь морондарын эсенә ала[17].

Күлдең уртаса тәрәнлеге 31 м, максималь тәрәнлеге күлдең төньяҡ өлөшөндә 127 метрға етә. Үҙәк өлөшөндә уртаса тәрәнлеге 50—60 метр тәшкил итә, көньяҡҡа ҡарай тәрәнлеге 20-30 м тиклем күтәрелә. Онега күле өсөн тәрәнлегенең киҫкен үҙгәреүҙәр хас. Төньяҡ өлөшөндә юғары күтәрелештәр менән сиратлашыусы улаҡтар күп, унда сәнәғәт траулерҙары йыш ҡына балыҡ тота. Төбөнөң байтаҡ өлөшө ләм менән ҡапланған[18]. Типик формаһы булып тора ташлы һай урындар һәм төбөнөң ташлы һәм ҡомло грунт менән юғары күтәрелештәр, һыу аҫты һәм теҙмәләр, шулай уҡ уйпат һәм соҡорҙар хас. Бындай рельеф балыҡтар тормошо өсөн уңайлы шарттар булдыра[19].

Онега күле режимы өсөн яҙғы һыу күтәрелеү хас, ул 1,5—2 айға тиклем дауам итә, һыу кимәленең йыллыҡ тирбәлеше 0,9—1. м. Үрге-Свирь ГЭС-ынан ағып сыҡҡан һыу көйләнгән. Йылғалар һыу балансының 74% керем өлөшөн тәшкил итә (йылына 15,6 км³), 25 % атмосфера яуым-төшөмгә тура килә. Һыу балансының 84 % сығым өлөшө Свирь йылғаһы буйлап күлдән аҡмаға тура килә (йылына уртаса 17,6 км³), 16 % һыу өҫтөнән парланыуға китә. Күлдәрҙә һыу кимәле июнь — август айҙарында юғары, март — апрель айҙарында түбән[18]. Йыш тулҡынланыуҙар күҙәтелә, дауыл тулҡындарының бейеклеге 3,5 метрға етә. Күл үҙәк өлөшөндә ғинуар уртаһында, ҡултыҡтарҙа һәм яр өлөшөндә ноябрь аҙағы — декабрь баштарында туңа. Апрель аҙағында ҡушылдыҡтар тамағы әрселә, күлдең асыҡ өлөшө — май айында[11]. Күлдең асыҡ тәрән өлөшөндә һыу тоноҡ, 7-8 м тәрәнлеккә тиклем асыҡ күренә. Ҡултыҡтарҙа бер ни тиклем аҙ, бер метрға тиклем һәм унан да кәмерәк. Һыуы сөсө, минераллашыу менән 10 мг/л[16].

Онега күленең космостан күренеше


НАСА һүрәте, 2002 йылдың майында
Цифрҙар менән билдәләнгән:
  1. Свирь мороно
  2. Петрозаводск мороно һәм Петрозаводск ҡалаһы
  3. Оло Онего ҡултығы
  4. Кондопож мороно
  5. Кесе Онего ҡултығы
  6. Заонежский ҡултығы
  7. Повенецкий ҡултығы
  8. Кижи утаруы
  9. Водлозеро күле һәм Водлозеро милли паркы
  10. Ивин ҡултығы
  11. Бесов Нос мороно
  12. оло Климецкий утрауы

Бассейн һәм утрауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Свирь йылғаһы һәм Онега күле бассейны

Онега күле бассейны майҙаны 66 284 км² тәшкил итә[20].

Күлгә 1000-дән ашыу күл ағымы ҡушыла, уларҙан оҙонлоғо 10 км артыҡ булған 52 йылға һәм 100-ҙән км ашыу булған 8 йылға — бар [21]. Иң ҙурҙарының береһе булып Водла һәм Суна йылғалары тора. Шулай уҡ күлде Коровья, Гимрек, Рыбрек, Шелтозерка, Яни, Шокша, Петручей, Мерозлов, Вантик, Оло Уя, Уйка, Деревянка, Орзег, Нелукс, Таш шишмәһе, Лососинка, Неглинка, Падас, Нючкин, Анга, Сялнага, Чапа, Чебинка, Викшречка, Листига, Уница, Кесе Пигма, Маткозеро, Вожмариха, Пижей, Лельречка, Судма, Тамбица, Калей, Царевка, Макушиха, Вичка, Лумбушка, Пиндушка, Беломор-Балтик каналы, Төньяҡ Ижмукса, Көньяҡ Ижмукса, Аржема, Возрица, Нелекса, Шойвана, Немина, Лукдожма, Кодача, Пяльма, Пудож, Туба, Ялганда, Оравручей, Чажва, Сомба, Андома, Вытегра, Мегра, Пертручей, Ошта, Пуинжа, Черная һәм башҡа йылғалар үҙ һыуҙары менән тулыландыра.

Күлдең көньяҡ өлөшөндә Свирь морононда күлдән ағып сыҡҡан берҙән-бер Свирь йылғаһының тамағы урынлашҡан, унда 1953 йылда Үрге-Свирь ГЭС-ы төҙөлгән.

Беломор-Балтик каналы күлде Аҡ диңгеҙ менән тоташтыра, ә аша Волга-Балтик һыу юлы аша — Волга, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ менән[15]. Үрге-Свирь ГЭС-ы төҙөлөү менән күл һыуһаҡлағыс була (майҙаны 9950 км²).

Онега күлендә утрауҙарҙың дөйөм һаны 1650-гә етә, ә уларҙың майҙаны 224 км² тәшкил итә[Л 1]. Онега утрауының иң билдәле утрауы Кижи, унда XVIII быуат ҡорамдары: Спасо-Преображенский һәм Покровский менән шул уҡ исемле музей-ҡурсаулыҡ урынлашҡан. Иң ҙур утрау — Оло Климецкий (147 км²). Унда бер нисә ауыл урынлашҡан, мәктәп бар. Башҡа утрауҙар: Оло Леликовский, Суйсари[15], Көньяҡ Болан утрауы.

Сосновец утрауҙары Петрозаводский мороно Онега күле ярында. <u>Вознесенье</u> Күл утрауҙары

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Онега күленең тәпәш ярҙары һаҙлыҡлы һәм һыу кимәле күтәрелгәндә һыу аҫтында ҡала. Күл ярҙары буйлап һәм уның утрауҙарында, ҡамышлы әрәмәлектәрендә өйрәктәр, ҡаҙҙар һәм аҡҡоштар оя ҡора. Яр буйҙары кеше аяғы баҫмаған ҡуйы урмандар менән ҡапланған[22].

Онега күлендә тюлендәрҙең һирәк осрағы күҙәтелгән[23].

Онега күленә балыҡтар һәм һыу умыртҡаһыҙҙарҙың күп төрлөлөлөгө хас, шул иҫәптән боҙлоҡ дәүере реликттары инә. Күлдә уҡбалыҡ, күл һөмбашы, күл бағыры, шишмә бағыры, палия, соҡор палияһы, күл сабағы, алабалыҡ, бәрҙе, диңгеҙ сабағы, суртан, сабаҡ, бөгәрсә, күстерә, ҡорман, ҡылыс балыҡ, табан балыҡ, еҙмыйыҡ, сағалаҡ, йәйен, үгербалыҡ, һыла, алабуға, шырт балыҡ, зөгән, шамбы, йылға миногаһы һ.б. бар. Онега күлендә 13 ғаиләгә һәм 34 төргә ҡараған 47 балыҡ төрө осрай[19].

Экология торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы ваҡытта Онега күле экосистемаһына тәьҫир йылдам үҫә, бигерәк тә бысрата торған факторҙар буйынса. Иң юғары баҫымды күлдең төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәре кисерә, унда Петрозаводск, Кондопож һәм Медвежьегор сәнәғәт үҙәктәре урынлашҡан. Бында халыҡтың 80 %-тан ашыуы һәм бассейндың 90 % сәнәғәт потенциалы тупланған. Атмосфераға өс сәнәғәт үҙәгенән иҫәпкә алынған бысраныу йылына 190 млн м³ самаһы ағынты-дренаж һыуҙары һәм 150 мең тонна ташланты тәшкил итә. Онега күленең бассейнында техноген ағынтылар йылына 315 млн м³ самаһы тәшкил итә, шуларҙың 46 % производство-хужалыҡҡа, 25 % — ямғыр һыуҙары аҡмаһы һәм 16 % — дренаж-һыу мелиорация һыуҙары тәшкил итә. Күлгә биоген элементтар: фосфор — 810 т, дөйөм азот — йылына 17 мең тонна инә, ә күлдән Свирь йылғаһы һыуҙары менән 280 т фосфор һәм 11,8 мең т. азот сығарыла, йәғни күлдә 68 % фосфор һәм 31 % азот туплана. Флот һәм моторлы кәмәләр (8000 тирәһе берәмек), һыу мөхитенә башлыса нефть продукттары (830 т тирәһе), фенол (0,5 т), ҡурғаш (0,1 т), оксидтар көкөрт, азот һәм углеродтың һарҡышы менән бысрата[24].

Хужалыҡ әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Онега күле буйында Петрозаводск, Кондопога, Медвежьегорск, ҡала тибындағы Повенец ҡасабаһы урынлашҡан. Күлдә суднолар йөрөй, һыу магистрале өлөшө булып тора, Балтика, Каспий бассейндарын һәм төньяҡ диңгеҙҙәрен бәйләүсе Волга-Балтик һыу юлы һәм Беломор-Балтик каналы составына инә. Каналдар системаһы һәм йылғалар аша Петразаводсктан диңгеҙ яр буйы зонаһының теләһә ниндәй илдәренә: Германиянан Иранға тиклем йөктәр ебәрелә. Күлдең көньяҡ яры буйлап Свиоь йылғаһынан Вытегра йылғаһына тиклем Онега судно йөрөү каналы асыла[Л 1].

Онега күле ярҙары буйында 2 порт урынлашҡан (Петрозаводск һәмМедвежьегорск порты), 5 пристань (Кондопога, Повенец, Шала, Вытегра, Вознесенье) һәм бер нисә станция урынлашҡан[16].

Күл буйлап пассажирҙарҙың дамими юл бәйләнеше юҡ, әммә навигация ваҡытында көнөнә бер нисә тапҡыр— Петрозаводск һәм Кижи — Бөйөк Морон туристик теплоход һәм «метеорҙар» йөрөй[25][26]. Бынан тыш, пассажир суднолары Петрозаводск — Шала маршруты буйынса йөрөй [27].

Онега күле акваторияһында 1972 йылдан йыл һайын июль аҙағында Рәсәйҙә ҙур булған «Онега елкән регатаһы» — крейсерҙар яхтаһы араһында елкән спорты буйынса Рәсәйҙә асыҡ чемпионат үткәрелә[28].

Күлдә балыҡсылыҡ үҫешкән. Иң мөһим промысла әһәмиәтенә түбәндәге 17 төр: шамбы, диңгеҙ сабағы, алабалыҡ, шамбы, һыла, сабаҡ, шырт балыҡ, алабуға, ҡорман, суртан, һөмбаш һәм палия; бәләкәй — опто, бәрҙе, йомро сабаҡ, күк балыҡ һәм табан балыҡ эйә[11][29].

Файл:Lake Aaninen Pedrozavodsk.JPG
Кижи пристанендә теплоходтар Петрозаводск йөк порты Беломор-Балтик һыу системаһы Петразаводсктың Онега яры буйында «Балыҡсы» скульптураһы

Туристик ресурстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр I һәйкәле (Петрозаводск)
Кижи зыяраты

Ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петрозаводск ҡалаһы — Карелия Республикаһының баш ҡалаһы, Онега күле буйында иң ҙур ҡала. 1703 йылда Пётр I тарафынан нигеҙ һалынған. Петразаводск территорияһында күп һанлы архитектура ҡомартҡылары бар. Уларҙың иң билдәлеләре: XVIII быуат аҙағының Түңәрәк майҙан архитектура ансамбле, 1790 йылғы губерна ирҙәр гимназияһы, 1950—1960 йылдарҙағы Карл Маркс проспекты архитектура ансамбле, күп һанлы скульптуралар — туғандаш ҡалаларҙан бүләктәр менән Онега күле яры буйы һ.б.[30].

Кондопога 1495 йылдан билдәле. Ҡаланың иҫтәлекле урындары булып Успение сиркәүе, ағас архитектура һәйкәле тора. Сиркәү 1774 йылда төҙөлгән. Уның бейеклеге - 42 метр, был уны Урыҫ Төньяғында иң бейек ағас сиркәүҙәр иҫәбенә индерә. 2018 йылдың авгусында сиркәү янғында юҡҡа сыға. Ҡалала 23 һәм 18 ҡыңғырауҙан торған ике карильон, Боҙ һарайы һәм орган залы менән Сәнғәт һарайы урынлашҡан[31].

Медвежьегорск 1916 йылда нигеҙләнгән. 1931 йылдан алып — Беломор-Балтик каналының баш ҡалаһы. Медвежьегорсктан 15 км алыҫлыҡта Сандармох — НКВД күпләп язалау урыны һәм каналда эшләүсе тотҡондарҙың ҡәбере урынлашҡан[32].

Кижи утрауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең төп иҫтәлекле урындарының береһе булып Кижи исемле Дәүләт тарихи-архитектура һәм этногрпафик музей-ҡурсаулыҡ менән Кижи утрауы тора. Уның территорияһында XV—XX быуат ағас архитектураһының 89 һәйкәле урынлашҡан. Утрау үҙәге булып XVIII быуаттың Кижи зыяратының архитектура ансамбле тора, ул йәйге егерем ике башлы Преображение Господня сиркәүенән, ҡышҡы туғыҙ башлы Покрова Богородица сиркәүенән һәм алты сатырлы манаранан тора. 1990 йылда Кижи ҡәберлеге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[33].

Онега петроглифтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Онега петроглифтары Онега күленең көнсығыш ярында урынлашҡан. Улар б.э. тиклем 4—2 мең йыллыҡтар менән даталана. Петроглифтар Шайтан Мороно, Кладовец, Гажий, Пәрей Мороно ҡаяларында һәм Гери утрауында айырым төркөмдәр менән таралған. ҡаяһы мороно Нос Бес, Кладовец, Гажий, Танау Гурия утрауҙары һәм Пәрей. Тулайым алғанда Онега күле петроглифтары күл ярының яҡынса 20,5 км оҙонлоғондағы участканы солғай һәм яҡынса 1200 фигураны һәм тамғаны үҙ эсенә ала[34]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список глубочайших озёр России
  • Озёра Карелии

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт
Башҡа сығанаҡтар
  1. И. Ѳ. Шт. Андома (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 2. — С. 270.
  2. Андома, река (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1905. — Т. доп. I. — С. 112. — 956 с.
  3. Семёнов-Тян-Шанский П. П. Андома (урыҫ) // Географическо-статистический словарь Российской империиСПб.: 1863.
  4. http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/EUR-36
  5. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / Гл. ред. А. Ф. Титов. — Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ПетроПресс, 2009. — С. 324—326. — 464 с. — ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
  6. Республика Карелия. официальный сайт Министерства Природных Ресурсов и Экологии Российской Федерации. Дата обращения: 17 июнь 2017. Архивировано 26 октябрь 2017 года. 2017 йыл 26 октябрь архивланған.
  7. Онежское озеро. География. Современная иллюстрированная энциклопедия — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  8. Бискэ Г. С., Лак Г. Ц., Лукашов А. Д., Горюнова Н. Н., Ильин В. А. Строение и история котловины Онежского озера. — Петрозаводск: Карелия, 1971. — С. 3. — 74 с.
  9. Котляков В.М. Оне́жское о́зеро // Словарь современных географических названий. — Агентство прав "У-Фактория". Институт географии РАН, 2006.
  10. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — 2-е изд. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2001. — ISBN 5-17-002938-1.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Кисловский, 1974
  12. Серебренников Б. А. Волго-Окская топонимика на территории европейской части СССР. Дата обращения: 8 сентябрь 2019. // Вопросы языкознания. 1955. № 6.
  13. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 334—464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
  14. Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы. — М.: ГУНК МО СССР, 1980. С. 140—147.
  15. 15,0 15,1 15,2 Географический энциклопедический словарь: Географические названия — М.: Советская энциклопедия. 1983, С. 319.
  16. 16,0 16,1 16,2 Онежское озеро — Россия, Russia. Дата обращения: 8 сентябрь 2019.
  17. Озёра Карелии / Александров Б. М., Зыцарь Н. А., Новиков П. И., Покровский В. В., Правдин И. Ф. — Петрозаводск: Госиздат Карельской АССР, 1959. — С. 86. — 618 с. — 3000 экз.
  18. 18,0 18,1 Даринский, 1975
  19. 19,0 19,1 Карелия. Туристский портал. Дата обращения: 8 сентябрь 2019. 2015 йыл 14 июль архивланған.
  20. Онежское озеро. Дата обращения: 8 сентябрь 2019. 2019 йыл 11 ғинуар архивланған.
  21. Общая характеристика озера // Онежское озеро. Атлас / Отв. ред. Н. Н. Филатов. — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2010. — С. 15. — 151 с. — ISBN 978-5-9274-0432-2.
  22. X-team. Онежское озеро. Дата обращения: 8 март 2012. Архивировано 8 март 2012 года. 2012 йыл 8 март архивланған.
  23. Первушкин А. Тюлени на Онежском озере // Ленинская правда. 1975. 20 апреля.
  24. Антропогенные факторы влияния на экосистему Онежского озера. Дата обращения: 8 сентябрь 2019.
  25. Межгород (Водный транспорт Петрозаводска и Карелии). Дата обращения: 23 ғинуар 2010. Архивировано 27 июль 2018 года. 2018 йыл 27 июль архивланған.
  26. Информация о движении пассажирских судов на о. Кижи, о. Валаам, о. Соловки. Дата обращения: 16 июнь 2010. Архивировано 10 апрель 2010 года. 2010 йыл 10 апрель архивланған.
  27. Вести Карелия. Кометы пойдут на Шалу. Дата обращения: 23 ғинуар 2010. Архивировано 20 июль 2011 года. 2011 йыл 20 июль архивланған.
  28. Официальный интернет-портал Республики Карелия «Карелия официальная». Дата обращения: 8 сентябрь 2019. Архивировано 19 март 2019 года.
  29. Онежское озеро (Республика Карелия). Рыбалка на Онеге. Рыбы и их места обитания. Дата обращения: 26 ғинуар 2013. Архивировано 12 октябрь 2012 года. 2012 йыл 12 октябрь архивланған.
  30. Администрация Петрозаводска. Официальный сайт 2020 йыл 12 октябрь архивланған.
  31. Жемчужина Карелии — город Кондопога 2018 йыл 21 август архивланған.
  32. Митин И. И. Карельские зарисовки. Обыкновенный город у северного экстремума Онежского озера. Медвежьегорск. «Первое сентября». Дата обращения: 4 февраль 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 7 август архивланған.
  33. Государственный историко-архитектурный и этнографический музей-заповедник «Кижи» (Официальный сайт) (недоступная ссылка). Дата обращения 4 февраля 2010. Архивировано 24 августа 2011 года.
  34. Карелия Официальная — Официальный портал органов государственной власти Республики Карелия (недоступная ссылка). — Петроглифы на восточном берегу Онежского озера. Дата обращения 4 февраля 2010. Архивировано 16 сентября 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Советов С. А. Онежское озеро: Опыт физико-географ. монографии/ Физико-математич. фак. Гос. Петроград. ун-та. — Пг.: Тип. Мор. М-ва в Глав. Адмиралтействе, 1917. — IV, 164 с., карт.
  • Озёра Карелии / Александров Б. М., Зыцарь Н. А., Новиков П. И., Покровский В. В., Правдин И. Ф. — Петрозаводск: Госиздат Карельской АССР, 1959. — С. 86—135. — 618 с. — 3000 экз.
  • Богословский Б. Б., Георгиевский Ю. М. Онего. — Л.: Гидрометеоиздат, 1969. — 120 с. — 35 500 экз.
  • Даринский А. В. Ленинградская область. — Л.: Лениздат, 1975.
  • Динамика водных масс Онежского озера / Отв. ред. Т. И. Малинина; Академия наук СССР, Институт озероведения. — Л.: Наука. Ленингр. отд-ние, 1972. — 208 с.
  • Озерецковский Н. Я. Путешествие по озёрам Ладожскому и Онежскому. — Петрозаводск: «Карелия», 1989. — 208 с.: ил.
  • Онежское озеро / Науч. ред. Г. С. Бискэ. — Петрозаводск: «Карелия», 1975. — 166 с.: ил.
  • Г. Керт, Н. Мамонтова. Загадки карельской топонимики. Рассказ о географических названиях Карелии. — 3-е изд. — Петрозаводск: Карелия, 2007. — 120 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7378-0097-0.
  • Кисловский С. В. Знаете ли вы? Словарь географических названий Ленинградской области. — Л.: Лениздат, 1974.
  • Экосистема Онежского озера и тенденции её изменения / Под ред. З. С. Кауфмана. — Л., 1990
  • Онежское озеро: Экологические проблемы / Отв. ред. Н. Н. Филатов. — Петрозаводск, 1999
  • Шокальский Ю. М. Онежское озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Биоресурсы Онежского озера / Сост. В. И. Кухарев, А. А. Лукин. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2008. — 272 с. (рус.). www.krc.karelia.ru. Дата обращения 8 сентября 2019.
  • Онежское озеро. Атлас / ред. Н. Н. Филатов. — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2010. — 151 с. (рус.). www.krc.karelia.ru. Дата обращения 8 сентября 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Онега (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 2 июня 2009 года.
  • Фотографии Онежского озера (рус.). photokarelia.ru. Дата обращения 8 сентября 2019. на сайте «Фото-Карелия»
  • Интерактивная карта Онежского озера (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 27 августа 2006 года.
  • ОНЕЖСКОЕ ОЗЕРО. Навигационно-гидрографический очерк (рус.). www.port-peski.ru. Дата обращения 8 сентября 2019.
  • Публикации Института водных проблем Севера Карельского научного центра Российской академии наук (рус.). water.krc.karelia.ru. Дата обращения 8 сентября 2019.