Акиров Хәләф Фәхри улы
Акиров Хәләф Фәхри улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1896 |
Тыуған урыны |
Күҙәбай улусы, Новоузенский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы Николаевск өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1972 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Эшмәкәрлек төрө | зоотехник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Акиров Хәләф Фәхри улы (1896 йыл—1972 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәләф Фәхри улы Акиров 1896 йылда Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙенең Күҙәбай улусы Мәҡсүт ауылы (хәҙер Һарытау өлкәһе Пугачев районының Мәҡсүт ауылында тыуа.
1909—1915 йылдар — Мәҡсүт ауылында кулак хужалығында ялланып эшләй.
1915—1917 йылдар — I донъя һуғышында ҡатнашыусы, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың Гродно гвардияһы гусар полкында 3-сө эскадрон рядовойы.
1917—1918 йылдар — Һамар губернаһы Николаевский өйәҙе Күҙәбай улусының Мәҡсүт ауыл советы рәйесе.
1918 йыл — РКП (б) сафына алына.
1918—1919 йылдар — Урал фронты Чапаев дивизияһының Балашов полкында 7-се рота рядовойы.
1919—1921 йылдар — Урал фронты Башҡорт кавалерия дивизионының эскадрон командиры.
1921—1923 йылдар — взвод командиры, Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе айырым тәғәйенләнеш частарының 50-се кавалерия дивизионы отделениеһы командиры.
1923—1924 йылдар — Күҙәбай улусының Мәҡсүт ауылында «Яңғыҙ ағас» артеле ағзаһы.
1924—1928 йылдар — Пугачев өйәҙе Күҙәбай улусы башҡарма комитеты рәйесе.
1925—1927 йылдар — (УКОМ) ВКП(б) өйәҙ комитеты ағзаһы.
1928—1930 йылдар — Һарытау крайы Перелюбский районының район ер бүлеге мөдире.
1930—1931 йылдар — Мәскәүҙә Юғары колхоз мәктәбе тыңлаусыһы.
1931—1932 йылдар — Өфөлә Башнаркомземдың Башколхозсоюз рәйесе урынбаҫары.
1932—1933 йылдар — БашНКЗ ҡарамағында колхоз-тауар фермаларының малсылыҡ идарасыһы урынбаҫары.
1933—1934 йылдар — БашНКЗ ҡарамағында ваҡ малсылыҡ бүлеге мөдире.
1934—1937 йылдар — Мәскәүҙә К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы тыңлаусыһы[1].
Сентябрь-декабрь — БашНКЗ Малсылыҡ идараһының производство бүлеге мөдире.
1937—1938 йылдар — Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты президиумы ҡарамағындағы Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты вөкиле, Мәскәү ҡалаһы.
1938—1939 йылдар — ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы.
1939—1940 йылдар — Өфөлә Башкинотрест идарасыһы.
1940—1945 йылдар — Ҡаҙағстан ССР-ы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Улан районының Улан МТС-ы директоры.
1945—1946 йылдар — Алматыла Ҡаҙағстан ауыл хужалығы институты студенты.
1946—1954 йылдар — Улан районы Улан МТС-ы директоры.
1954—1955 йылдар — Улан МТС-ының баш зоотехнигы.
1955—1957 йылдар — Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Чимкура ауылы Маленков исемендәге колхоз зоотехнигы.
1957—1958 йылдар — Улан МТС-ының һарыҡсылыҡ буйынса тармаҡ зоотехнигы.
1958—1961 йылдар — Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе Улан районының Джамбул исемендәге колхоз зоотехнигы.
1961—1962 йылдар — Улан районы Улан совхозының 2-се бригада бригадиры ярҙамсыһы.
Акиров Хәләф Фәхри улы 1972 йылда Өфөлә ерләнә[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28. 10. 1967 йыл)[1].
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ уңайынан» миҙалы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М.М.Маннапов. Башкиры Самарской губернии: возвращение на родину предков в первой половине ХХ века. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. — С. С.242-244. — 314 с с.