Эстәлеккә күсергә

Алағуз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алағуз (Ҡыйғы районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Алағуз
рус. Алагузово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы

Ауыл советы

Абзай

Координаталар

55°35′17″ с. ш. 58°46′48″ в. д.HGЯO

Халҡы

554[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452505

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 805 002

ОКТМО коды

80 636 405 106

Алағуз (Рәсәй)
Алағуз
Алағуз
Алағуз (Башҡортостан Республикаһы)
Алағуз

Алағуз (Баҡын; рус. Алагузово) — Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 554 кеше[2]. Почта индексы — 452505ОКАТО коды — 80236805002.

Алағуз ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Кесейек йылғаһы буйында урынлашҡан[3]. Урамдары ҡырсынташлы, газ үткәрелмәгән. Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике сауҙа йорто, урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы бар. Мәсет 2007 йылда төҙөлде. Ыҡ ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы бар[4].

1736 йылғы документар буйынса ауылдың боронғо исеме Баҡын (Бакин) булған. Алағуз ауылына Дыуан ырыуына ҡараған башҡорттар үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1736—1745 йылдарҙа Дыуан улусы старшинаһы Баҡын Кейексин булған. Ауылдың атамаһы уның улы улус старшинаһы Алағуз Баҡынов исеме менән бәйле. Ауылға 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарынан алда нигеҙ һалынған. Алағуз (Баҡын) ауылы тураһында 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһындағы рапорттарҙа беренсе тапҡыр телгә алына[5] Ауылдың икенсе исеме Ҡабыл Алағузин исеменә бәйле[6]. Алағузин Ҡабыл (1734—1815) — Дыуан улусы старшинаһы Алағуз Баҡыновтың улы, баш күтәреүсе. 1774 йылдың ноябрендә Юлай Аҙналин отряды сафтарында Силәбе ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашҡан. 1776—1815 йылдарҙа Троицк өйәҙенең 4-се башҡорт кантонында Дыуан улусының 3-сө йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә.

Алағуз Баҡынов — 1710 йылда Баҡын (Алағуз) ауылында тыуған Дыуан улусы старшинаһы. 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була. Уның командаһы 1771—1773 йылдарҙағы Поляк походыңда ҡатнашҡан. 1773 йылда Баҡынов командаһында 148 хужалыҡ иҫәпләнгән, һәм бөтә ауыл халҡы Крәҫтиәәндәр һуғышына ҡушылған. Салауат Юлаевтың көрәштәше. 1773 йылдың декабрендә Салауат Юлаев отрядына ҡушыла. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауат Юлаев менән Красноуфимск ҡалаһын яулай, һәм, моғайын, 18—23 ғинуарҙа Көңгөрҙө ҡамауҙа ҡатнаша. Март айында Өфөнө ҡамаған И. Н. Зарубин армияһына отрядындағы ир-егеттәрҙе ярҙамға ебәрә. Өфө провинциаль канцелярияһы мәғлүмәттәрендә билдәләнгәнсә, ноябрь айына ҡарата Себер даруғаһының «һаман баш һалмаған» старшиналары рәтендә була. [7]

Ҡабылов Мөхәмәтрәхим (1784-) 1815 йылдан ауылда старшина булған, ә 1859 йылда 3-сө йорт старшинаһы зауряд-хорунжий Мөхәмәтйәнов Мөхәмәтсәлих Мөхәмәтйән улы булған. Ҡабыл улдары — Йыһанша, Мөхәмәтша, Ҡармыш.

Алағуз Баҡыновтың, Ҡабылдан башҡа, Йәғәфәр (1750-1833) һәм Ғүмәр (1755-1829) тигән улдары булған. Ҡабылдың ейәндәре, Ҡармыштың улдары — Мөхәмәтйән (1793-), зауряд-есаул һәм урядник Мәтәй (1799-) Ҡабыловтар.

1795 йылда Алағуз ауылындағы 27 йортта 156 кеше, 1865 йылда 50 йортта — 363, 1834 йылда — 229, 1859 йылда — 345 йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[8].

1842 йылда Алағуз ауылында 229 кешегә 135 сирек ужым һәм 465 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ерҙәр XVIII быуат аҙағынан башлап һөрөлгән. XIX быуат аҙағына өс баҫыулы сәсеү әйләнеше билдәләнә. 5-әр һуҡҡыс һәм елгәргес була. Баҡсала йәшелсә үҫтергәндәр. XIX быуаттың 40-сы йылдарына 42 йортҡа 350 ат, 250 һыйыр, 208 һарыҡ, 68 кәзә малы аҫыралған.

1895 йылда 2 кибет иҫәпкә алынған.

1920 йылда 140 йортта — 382 ир-егет һәм 441 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[9][10].


1816 йылда хәрбиҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡабылов Мөхәмәтрәхим — йорт старшинаһы
  • Ҡармышев Мөхәмәтйән — зауряд есаул
  • Төлкөбаев Ҡотлобай — зауряд сотник (йөҙбашы)
  • Ташбулатов Бикуа — поход старшинаһы.
  • Ғүмәров Ильяс — зауряд хорунжий.
  • Сәлиев Ниғмәтулла — зауряд сотник (йөҙбашы)

1859 йылда хәрбиҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәмәтйәнов Мөхәмәтсәлих — зауряд-хорунжий.
  • Мөхәмәтйәнов Мөхәмәтғәле — урядник, Хиуа сигендә тәржемәсе, 1853 йылдан хәрби хеҙмәттә.
  • Ташбулатов Тимеркүтән — зауряд-хорунжий.
  • Иралин Мөхәмәтшәриф — зауряд-хорунжий.

1905 йылда урыҫ-башҡорт мәктәбе асырға уҡытыусы килгән. Ауылда береһе лә йәшәргә урын бирмәгән. Быны муллалар урыҫса уҡытыу гонаһ була, тип аңлатҡандар. Мәктәп ауыл үҫешенә күп ыңғай йоғонто яһар ине («Ватандаш» журналы, 2008 йыл, 8-се һан).

Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете ? йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар.

Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың 3 июлендә 243-сө Петроград полкы Алағуз ауылы эргәһендә аҡ армияның 25-се Екатеринбург полкын ҡыйрата. 400 һалдатын әсирлеккә ала, 2 пулемётын һәм Яңы Балаҡатайҙы биләй.

1930 йылдарҙа ауылда колхоз төҙөлгән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәмзә Шиһапов — Фрунзе исемендәге колхоздың беренсе рәйесе.
  • Ғилманов Дилмөхәмәт — Фрунзе исемендәге колхоздың икенсе рәйесе.
  • Ғәлимйән Баймөхәмәтов — Фрунзе исемендәге колхоздың өсөнсө рәйесе.
  • Сибәғәт Хәбибуллин — Фрунзе исемендәге колхоздың дүртенсе рәйесе.
  • Кифая Фәйезханова — 1938—1939 йылдарҙа СССР ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашҡан.

1957 йылдың апрель айында Фрунзе колхозын Әбдрәзәҡ совхозына ҡушалар. Алағуз булексәһе идарасылары, «Ыҡ» ауыл хужалығы идараһы рәйестәре.

Байышев Әсләм Б. (7.04.1957 — 20.07.1958)

Садиҡов Рәхмәтулла Таһир улы (1958 — 05.1965)

Ғилманов Сәлимхан Уйылдан улы (1965 −1969)

Байрамғолов Зекерйә Хажи улы (1969—1984)

Ғимаҙиев Ринат Сәмиғулла улы (1984 −199

Шәйехов Фәнүр Фәрит улы

Ҡарипов Урал Хәким улы

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1795 Дыуан улусы Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Рәсәй Империяһы
1816 2-се йорт 4-се башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 3-се йорт 8-се башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1917 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1926 Абзай ауыл ауыл Советы Дыуан-Мәсетле өйәҙе БАССР РСФСР, СССР
1960 Абзай ауыл ауыл Советы Ҡыйғы районы БАССР РСФСР , СССР
1962 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы БАССР РСФСР , СССР
1992 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 1ғинуар 156
1816 йыл 180 87 93
1834 йыл 229
1859 йыл 345 177 168
1865 йыл 365
1897 йыл 26 ғинуар
1920 йыл 26 август 823 382 441
1926 йыл 17 декабрь 903
1939 йыл 17 ғинуар 793
1959 йыл 15 ғинуар 677
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 484
2002 йыл 9 октябрь 521
2010 йыл 14 октябрь 554

1920 йылда 8 кешенән торған ике урыҫ ғаиләһе йәшәгән. 1926 йылда 6 урыҫ ғаиләһе (32 кеше) булған. Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • Хәмзә урамы (рус.  Хамзы (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Ҡайынҡай урамы (рус.  Берёзка (улица)[11]
  • Ыҡ  — йылға.
  • Ҡатҡанды йылға — Ыҡ йылғаһы ҡушылдығы, ауылды ике өлөшкә бүлеп ауыл аша аға.
  • Аҡ-тау
  • Һарыҡ тау
  • Ҡарауыл тау
  • Имән түбә
  • Сисәнбай кисеүе
  • Тирмән шишмәһе Һыуыҡ тәмле һыулы шишмә
  • Әхмәт күле
  • Киҙҙәү шишмәһе
  • Павел тирмәне — Ауылдың тубәнге яғында Ҡыҙыл яр эргәһендә.
  • Ҡыҙыл яр
  • Дауыт ҡул
  • Ауылдың үрге осонда ике ҡәберлек бар. Мосафир ике кеше үлеп ҡалған һәм шул урында ерләнгән.
  • Өс ҡайын — элек һалдатҡа алынғандарҙы оҙатҡан урын. 70-се йыдарҙа 100 яҡын ауылдаштар оҙата килә ине.
  • Ылай буйы
  • Ҡумыҙҙы буйы

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмаған яугирҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[12]

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан яугирҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[13]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Кузеев Р. Ғ. Очерки исторической этнографии Башкир. ч. 1. — Уфа,1957.
  • Кигинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.
  • Дыуан ырыуы ауылдары. — Өфө,
  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.
  • Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Ведомость Уфимской провинциальной канцелярии, присланная в Оренбургскую губернскую канцелярию, об участии нерусского населения Уфимской провинции в восстании //Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. C.257]

  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.

Челябинский портал. Дуван (род)

  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.

Алағуз Баҡын (исем)

— ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60—63

— Документы ставки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений: 1773—1774 гг. М., 1975

— Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Кигинскийский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  3. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Башҡортостан тарихы китабы(6-сы том Демидова Н. Ф.)
  6. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. (Салауат Таймасов) китабы.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Карта д. Алагузово. Улицы
  12. Память. Башкортостан. Книга 13
  13. Мәғлүмәт сығанаҡтары.
    1. Хәтер китабында районы яугирҙары
    2. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге