Байдәүләт
Ауыл | |
Байдавлетово башҡ. Байдәүләт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453387 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Байдәүләт (рус. Байдавлетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Байдәүләт ауыл Советына ҡарай.
Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан башлап Бишәй (“бишәй” этнонимынан, ҡара: Үҫәргән) исеме менән билдәле. 18 быуат аҙағынан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылға йорт старшинаһы Байдәүләт Аҡкөбәков нигеҙ һала. 1866 йылда 58 йортта 337 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Әлеге көндә ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы: 1900 йылда — 482 кеше; 1920 йылда — 492 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй.[2]
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (97 %)[8].
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда[9] Байдәүләт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байдәүләт ауылы Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 34 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сиреғол): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 88 км[10]
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Толомбаев Хәсән Абдулла улы (16.05.1935—17.05.2008) — башҡорт телсеһе, педагог, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Солтанов Фәйзулла Вәли улы (15.10.1922—24.11.1992) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғалар
- Әҙәтҡол йылғаһы
- Ҡапсыҡ йылғаһы
Тауҙар
- Ҡапсыҡ тауы (Ҡапсыҡ урманы)
- Ҡамышал тауы[12]
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ейәнсура районы Байдәүләт ауылы
- Алина Дәүләтханова (Байдәүләт. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!")
- Урындағы башланғыстарҙы хуплап
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Байдәүләт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Байдәүләт, Ейәнсура районындағы ауыл(недоступная ссылка)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 4,0 4,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |