Вәхитов Мөжип Вәхит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхитов Мөжип Вәхит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 24 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Ҡурған өлкәһе, РСФСР
Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе)
Карасево[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 11 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Троицк, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре

Вәхитов Мөжип Вәхит улы (24 сентябрь (6 октябрь) 1916 йыл — 11 октябрь 2000 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, комсомол һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөжип Вәхит улы Вәхитов 1916 йылдың 24 сентябрендә (яңы стиль менән 6 октябрҙә) хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы Карасёво ауылында тыуған[1].

1930—1933 йылдарҙа колхоз йәштәренең Сафакүл мәктәбендә, һуңғараҡ уҡытыусылар курсында уҡый. Балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.

1937—1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

1941—1943 йылдарҙа Сафакүл район хәрби комиссариатында эшләй.

1944 йылдың ғинуарынан 1946 йылдың июненә тиклем комсомол район комитетының беренсе секретары. Комсомолда эшләгән осоронда фронтовиктарҙың балаларына ярҙам ойоштора, шуның өсөн И. В. Сталин имзалаған хөкүмәт телеграммаһын ала. Халык депутаттарының Троицк ҡала Советы ағзаһы итеп һайлана.

1946 йылдың ғинуарынан ВКП(б) ағзаһы. 1947 йылдан Троицк ҡалаһында комсомол эшендә. Һуңғараҡ мәҙәни-ағартыу эше бүлеге мөдире, Троицк ҡала Советы башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй.

1953 йылда Силәбе дәүләт уҡытыусылар һәм 1960 йылда Силәбе педагогия институттарын тамамлай.

1959 йылдан Троицк педагогия училищеһы директоры булып эшләй,артабан ҡала мәктәптәрендә тарих уҡыта.

Ул татар-башҡорт китапханалары идаралығы рәйесе, ҡаланың ветерандар советы ағзаһы була. «Вперед» гәзитендә тыуған яҡ тарихы, ҡала һәм райондың тарихи ҡомартҡылары тураһында мәҡәләләр баҫтыра.

Үҙенсәлекле документтар, фотоматериалдар, китап һәм ваҡытлы баҫмалар архивына күп материалдар, ҙур нумизматик коллекция туплай[2].

РСФСР Мәҙәниәт министрлығының, өлкә һәм ҡала халыҡ мәғарифы бүлектәренең, Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең, Бөтә Рәсәй филателистар йәмғиәтенең күп грамоталары һәм дипломдары менән бүләкләнә.

Мөжип Вәхит улы Вәхитов 2000 йылдың 11 октябрендә вафат була. Троицк ҡалаһында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]