Эстәлеккә күсергә

Дәғүәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәғүәт
ғәр. دَعْوَة
Рәсем
Төп тема Sabil Allah[d], Ҡөрьән, Huda[d], Йәннәт, forgiveness of sins in Islam[d], al-Sirat al-Mustaqim[d], Саҙаҡа, салихат[d], истикама[d], Нәфәҡә, Йыһат (ғазауат), Намаҙ һәм Сәждә
В память о Исламда Тәңре[d], Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Шәриғәт һәм Иман
Хеҙмәтләндереүсе Хизб Аллах[d], Имам һәм Daiya[d]
Менән бәйләнештә Ғаҡыл, кальб[d], Нәфес һәм калаб[d]
Нимә менән тоташа Basirah[d], Уасатия, yaqeen[d] һәм та'а[d]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL corpus.quran.com/qurandi…
qurananalysis.com/?q…
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
Өлөшләтә тура килә Доға
 Дәғүәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Дәғүәт (ғәр. دعوة‎ — «саҡырыу», «өндәү»; рус. Дават, дава, дагват) — ислам вәғәзе һәм прозелитизм. Дәғүәт менән шөғөлләнгән мосолман (дәғи, күпл. дүғәт), ҡайһы бер осраҡтарҙа миссионерҙың ислам эквиваленты тип һаналырға мөмкин [1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәғүәт Ҡөрьәндә үлектәрҙе Яуап Көнөнә саҡырыу мәғәнәһендә ҡулланыла[2]. Дөйөм алғанда, дәғүәт һүҙе Ҡөрьәндә Аллаһ ихтыярына ярашлы йәшәргә саҡырыу мәғәнәһендә ҡулланыла. Шулай итеп, исламдың тәүге быуаттарында, дәғүәт һүҙен йышыраҡ шәриғәт һәм дин һүҙҙәре менән бер үк кимәлдә ҡулланғандар. Тыныс вәғәз нигеҙендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр 23 йыл дауамында үҙ ырыуҙаштары араһында ислам диненә өндәгән. 628 йылда Мәҙинә мосолмандары һәм Мәккә мөшриктәре араһында төҙөлгән тыныслыҡ килешеүе исламдың Ғәрәп ярымутрауында таралыуының иң мөһим этабы булып тора. Шуның арҡаһында бөтә Ғәрәбстан буйлап юл тотҡан мосолман дәғүәтселәре исламға 2 йыл эсендә шуға тиклем 18 йыл элеккенән күберәк кеше килтергән.

Дәғүәттең маҡсаттары һәм нигеҙҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам теологияһында дәғүәттең маҡсаты — мосолмандарға һәм мосолман булмағандарға берҙән-бер Аллаһҡа табынырға өйрәтеү һәм ислам пәйғәмбәренең тормошо тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ ислам динен ҡабул итеүгә саҡырыу[3]. Дәғүәт ярҙамында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡөрьән үәхиҙәрен таратҡан, артабан Уның шәкерттәре үҙ заманының кешеләренә өндәү бурысын үҙ өҫтөнә алған.

Дәғүәтсегә талаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәғүәт нигеҙендә вәғәзселәрҙең мәғлүмәтлелеге һәм мәрхәмәтлелеге принцибы ята. Дәғүәттең төп принциптарына түбәндәгеләр ҡарай:

  • белем[4];
  • изгелек һәм йомшаҡ мөғәмәлә[5];
  • ғаҡыл[6];
  • аныҡлыҡ (аңлайышлы тел)[7];
  • сабырлыҡ.

Хәҙерге хәрәкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Филиппинда дәғүәт.

Хәҙерге тормош дәғүәттең мөһимлеген раҫлай, сөнки һуңғы ваҡытта төрлө исламофоб киң мәғлүмәт сараларының кире йоғонтоһо арта[8]. Ислам ойошмалары һәм дин таратыусылар дәғүәт яһау буйынса әүҙем эш алып бара.

  • Йәмәғәте Тәблиғ — 1926 йылда Һиндостанда Мәүләнә Мөхәммәт Ильяс тарафынан ойошторолған аполитик дини хәрәкәт. Хәрәкәттең төп маҡсаты — ҡатнашыусыларҙың киң халыҡ массалары кимәлендә эшләүе һәм мосолмандарға мөрәжәғәте ярҙамында исламдың МөхәммәтПәйғәмбәр күрһәткән дини практикаһына яҡынайтыу[9].
  • Әхмәт Дидәт — ислам дине белгесе, яҙыусы һәм дин белгесе. Ул христианлыҡ һәм ислам мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса үҙенең хеҙмәттәре менән билдәле, Халыҡ-ара Ислам дәғүәте үҙәгенә нигеҙ һалыусы[10]
  • Закир Нәйк — һинд мосолман дин таратыусыһы, Ислам тикшеренеү фонды президенты, Мумбаиҙа Ислам халыҡ-ара мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мухетдинов Д. В. Дагват // Ислам на Нижегородчине: энциклопедический словарь. — Н. Новгород: Медина, 2007. — 208 с. — ISBN 978-5-9756-0021-9.
  • Хайретдинов М. З. Все дороги ведут… в Ислам!. — Н. Новгород, 2006.
  • Daʿwa / Canard M. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]