Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәттең рисаләте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәммәт рисаләте битенән йүнәлтелде)
Мөхәммәттең рисаләте
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 570
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 8 июнь 632
Вафат булған урыны Мәҙинә
Атаһы Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Әсәһе Әминә бинт Үәһәб
Биләгән вазифаһы Пәйғәмбәрҙәр
Алдағы Ғайса пәйғәмбәр

Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ ٱللهِ بْنِ عَبْدِ ٱلْمُطَّلِبِ بْنِ هَاشِمٍ)

(ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], әйтелешен тыңларға , (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570)[1], Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — исламдың бөтә төп ағымдарында Аллаһтың һуңғы Пәйғәмбәре тип танылған, дин, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, бер Аллаһлыҡ дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән Изге Китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереп, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес[2][3].

Мөхәммәтте с.ғ.с. ансарҙар ҡаршы алған урын

Мәккәлә абруйлы ҡорайыштар ҡәбиләһендә донъяға килеп, тормош рәүеше менән абруй яулап, әл-Әмин (اَلْأَمِينُ[4] — ышаныслы) титулына лайыҡ булған. Мосолмандар, исламдың төп изге китабы Ҡөрьән Кәрим Аллаһ тарафынан иңдерелгәненә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең исламды тергеҙергә ебәрелгәненә, ул Мөхәммәттән түгел, ә ысын, боҙолмаған монотеистик диндән — Әҙәм, Ибраһим, Муса, Ғайса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән килгәненә ышана. Исламдағы рухи, социаль һәм сәйәси принциптарҙы Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡөрьән ярҙамында урынлаштыра, һәм улар ислам донъяһының нигеҙенә әүерелә.

40 йәшендә Мөхәммәт Хира мәмерйәһендә тәүге үәхи ала, был Ҡөрьән иңеүҙең башы була, ул ғүмеренең аҙағына тиклем дауам итә; һәм мосолмандар фекеренсә, Аллаһ поттарға табыныуҙы бөтөрөү, Аллаһтың берлеген вәғәзләүен, исламға тиклемге Ғәрәбстанды тергеҙеүҙе бойороп, Мөхәммәткә рисаләт иңдергән. Яңы мосолмандарҙы эҙәрлекләү арҡаһында, Мөхәммәт һәм уның сәхәбәләрее Мәҙинәгә күсеп килә — Һижрәт ҡыла (Б. э. 622 йылы)][5].

Мөхәммәттең тормошонда боролош мәле булған был һижрәт ислам календарына баш һала. Мәҙинәлә Мөхәммәт мосолман календарыбулдыра, унда булған төрлө общиналар араһындағы хоҡуҡтарҙы һәм мөнәсәбәттәрҙе билдәләүсе Мәҙинә концепцияһы ҡабул итә, бойондороҡһоҙ өммәт туплай һәм беренсе ислам дәүләтен булдыра.|Мәккәләрҙең дошманлығы дауам итеүенә ҡарамаҫтан, Мөхәммәт үҙенең сәхәбәләре менән бергә 630 йылда Мәккәне үҙ контроле аҫтына ала]][6] һәм бөтә мәжүси боттарҙы юҡ итергә ҡуша[7][8][9][10] ислам хакимлығы аҫтында социаль һәм дини реформалар үткәрә[11].[12]Ғәрәбстан ярымутрауындағы[13] бөтә ҡәбиләләр тиерлек ислам ҡабул итә

Мәҙинәлә ән-Нәбәүи мәсете

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет эргәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре. Кәшәнәнең икенсе исемен көмбәҙенең төҫөнә ҡарата "Йәшел көмбәҙ" тип йөрөтәләр.

  1. Точная дата рождения достоверно неизвестна, преимущественно указывают 570 и 571 гг. См. Ризванов М. Р. Мухаммад — основатель новой конфессиональной общности арабов : Дис. … канд. филос. наук : Махачкала, 2005 (афтореферат).
  2. Muir William. Life of Mahomet. — London: Smith, Elder, & Co., 1861. — Vol. 2. — P. 55.
  3. Shibli Nomani. Sirat-un-Nabi. Vol 1 Lahore.
  4. [Muhammad Zafarullah Khan ].
  5. Shibli Nomani. Sirat-un-Nabi. Vol 1 Lahore
  6. live. .
  7. [Tariq Ramadan ].
  8. [Muhammad Husayn Haykal ].
  9. [Philip Khuri Hitti ].
  10. [Tariq Ramadan ].
  11. Watt W. Montgomery. Muhammad at Medina. — Oxford University Press, 1956. — P. 261–300. — ISBN 978-0-19-577307-1.
  12. Campo (2009), «Muhammad», Encyclopedia of Islam, p. 494
  13. [William Montgomery Watt ].