Никольский (Ҡыуандыҡ районы)
Никольский | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 490 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462236 |
Никольский рус. Никольское—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 19 километр алыҫлыҡта көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никольский редуты XVIII быуатта Ырымбур сик һыҙығы нығытмаларының береһе булараҡ барлыҡҡа килгән. 1769 йылда уның был урында көн иткәнлеге билдәле. Риүәйәттәр буйынса, 1801 йылда бында Татар Ҡарғалыһы ауылынан 105 ғаиләне күсереп килтергәндәр. 1871 йылда Никольский казак отряды булараҡ телгә алына[4].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Краснознаменка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса даими йәшәгән — 587 кеше (татарҙар 94 %) , 2010 йылда — 490[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.