Эстәлеккә күсергә

Новокурск (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новокурск
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 12 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462221
Карта

НовокурскРәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡтараҡ яҡынса 2 километр алыҫлыҡта, Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

XХ быуаттың тәүге ун йыллығында Курск губернаһы күскенселәре нигеҙ һалған. Борон ауылды Новокурский утары тип атағандар[4].

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеге, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[5][6].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Төбәк топонимикаһы белгесе С.М. Стрельников "Кувандыкский край в географических названиях" тигән китабында, ойконим Курск губернаһынан күсеп килгән халыҡтың тыуған яғы хөрмәтенә бирелгән, тип яҙа. Башта утар ғына була, шуға күрә Новокурский хутор тип атап йөрөтәләр[4].

2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 15 кеше (87% урыҫтар) , 2010 йылда 12 кеше булған[7].