Проект:АХБ төҙәтеү/Хисам (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
АХБ төҙәтеү/Хисам
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

«Хисам», «Хисам көйө» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. «Хисам» йырын шулай уҡ «Ата зары», Ейәнсура районы территорияһында аҡҡан йылға исеме буйынса «Өҫкәлек» тип тә йөрөтәләр.

Тарихы[вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр «Хисам» йырының көйөн З. Ғ. Исмәғилев 1947 йылда М. И. Ғәлиеванан яҙып ала. Йыр 1964 йылда нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға. Башҡорт халыҡ йыры "Хисам"дың башҡа варианттары ла табыла. Уларҙы Ф. Х. Камаев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала.

"Хисам"ды Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Муйнаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылы) тыуған, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хисам сәсән сығарған, тип фараз ителә. Риүәйәтенә ярашлы, Хисам сәсән ошо йырҙы сығарған да уны ғүмере буйы йырлап йөрөгән.

Тасуирламаһы[вики-тексты үҙгәртергә]

«Хисам» — лирик-эпик йыр. Көйө киң диапазонлы (дуодецима), уға орнаменттарға бай бөгөлдәр хас.

Башҡарыу[вики-тексты үҙгәртергә]

«Хисам» йырын күп йырсылар башҡара. Улар араһында — С. Ә. Абдуллин, С.Ғ. Бараҡов, М. И. Ғәлиева, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. Р. Ҡарабулатов, Ф. Й. Ҡудашева, Ф. Ғ. Ноғоманова, Ғ. З. Сәфәрғәлин, С. Ә. Кейекбирҙина.

Йырҙы Исмәғилев тауыш һәм фортепиано, хор (a cappella) өсөн эшкәртә.

Әҙәбиәт[вики-тексты үҙгәртергә]

АХБ төҙәтеү/Хисам (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]