Рафаил (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Рафаил — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Рафаил исеме бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаил (Рафаэль) — неологизм, башҡорт теленә рус теленән ингән исем. Сығышы менән боронғо йәһүд теленә барып тоташа. Мәғәнәһе — «хоҙа, алла һауыҡтырҙы» тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диваев Рафаил Үзбәк улы (2 ноябрь 1950 йыл) — эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-лейтенанты. 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары, 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005).
Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы (2 август 1952 йыл) — СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993). Журналистар Союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (2004) һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдар Союзы (2006), этнологтар, антропологтар Ассоциацияһы ағзаһы.
Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов (2 июнь 1947 йыл, Слупск) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), башҡорт музыкаһындағы симфоник жанрға нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) («Салауат Юлай улының көрәше һәм солохо» симфонияһы өсөн). СССР Композиторҙары союзы ағзаһы (1983), Башҡортостан Композиторҙары союзы идараһы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты. Башҡортостан Республикаһының балалар музыкаһы комиссияһы рәйесе, йәштәрҙе эстетик тәрбиәләү буйынса Бөтә Рәсәй комиссияһы ағзаһы, 1994 йылдан фортепиано дуэттарының Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы.
Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы (13 февраль 1941 йыл — 23 ғинуар 2015 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
Гәрәев Рафаил Закир улы (15 сентябрь 1930 йыл, — 11 ғинуар 2010 йыл) — 21-се төҙөлөш тресының ташсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Әбсәләмов Рафаил Риза улы (рус. Абсалямов Рафаил Ризович; 9 май 1950 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, санитар-табиб. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Яхин Рафаил Заян улы (2 ғинуар 1950 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры; 1999 йылдан район башҡортары Ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), райондың почётлы гражданы (2012).
Мирсаев Рафаил Нурый улы (17 июль 1948 йыл — 22 апрель 2016 йыл) ― философ-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының I ― III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (13 декабрь 1954 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаилович йорто — Таганрог ҡалаһындағы Фрунзе урамы, 20 һанлы боронғо йорт. Караспасов Йорто һәм Дросси Йортоноң араһында тора. Архитектура һәйкәлдәре 1860-сы йылдар архитектура һәйкәле, Рәсәй Федерацияһы мәҙәни мираҫ объектына 6101266000 коды аҫтында инә. Иҫке Таганрогтың иң матур йорттарының береһе тип иҫәпләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |