Эстәлеккә күсергә

Рәсүл (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Рәсүл — башҡорт ир-ат исеме.

Рәсүл башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, илсе, хәбәр килтереүсе, пәйғәмбәр тигәнде аңлата[1]

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14 март 1964 йыл) — башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005)..

Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин премиялары лауреаты (1963), Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).

Итжыймасов Рәсүл (рус. Итжеймасов Расуль) — башҡорт тарханы, Иҫәт провинцияһы Ҡара Табын олоҫо (Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Рәсүл ауылы) старшинаһы. Рәсәй империяһына ҡаршы баш күтәргән армия полковнигы.

Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 йыл — 2 февраль 1917 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе[2]. Халыҡта әүлиә һәм табип һымаҡ та билдәле булған. Шәрҡиәтсе В. В. Бартольд уны башҡорттарҙың «рухи короле» тип атай[3].

Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы (18811950) — башҡорт дин эшмәкәре, мөфтөй. СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (19361950). Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы.

Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев (18661921) — башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, ахун.

Рәсүлев Мөждәбә Муса улы (18971946) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.

Талха Ғайса улы Рәсүлев — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе.

Рәсүлиә — Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Троицк ҡалаһындағы 5-се йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсә. Тәүге мөҙәрисе — Зәйнулла Рәсүлев.

Рәсүл (ғәр. رسول‎ — илсе‎), күпл. — «рүсүли», Рәсүлуллаһ (Аллаһ илсеһе) — яңы Изге Китап һәм яңы шәриғәт килтергән нәби.

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. «Л. Ә. Ямаева буйынса Зәйнулла Рәсүлев консерватив ҡарашлы кеше булған, ә „Рәсүлиә“ мәҙрәсәһендәге йәдитселек элементтары уның улы — Ғабдрахман Рәсүлев ваҡытында индерелә.

    Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.

  3. Бартольд В. В. Шейх Зайнулла Расулев // Мусульманский мир. — Петроград, 1917. — № вып. 1. — С. 73—74.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ