Эстәлеккә күсергә

Ыҫлаҡ (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Слак (Альшеевский район) битенән йүнәлтелде)
Ыҫлаҡ
Нигеҙләү датаһы 1738
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ыҫлаҡ ауыл Советы (Әлшәй районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Ыҫлаҡ ауыл Советы (Әлшәй районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 1186 кеше (2002)[2],
1119 кеше (2009)[2],
956 кеше (2010)[3],
946 кеше (2012)[4],
909 кеше (2013)[5],
890 кеше (2014)[6],
876 кеше (2015)[7],
858 кеше (2016)[8],
827 кеше (2017)[9],
818 кеше (2018)[10],
806 кеше (2019)[11],
796 кеше (2020)[12]
Почта индексы 452104
Карта

Ыҫлаҡ (рус. Слак) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 956 кеше[13]. Почта индексы — 452104, ОКАТО коды — 80202855001.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 6 км
Милли составы

Халҡы башлыса татарҙар (85 %) (85 %)[14][15].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 784
1865 йыл 2354
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 3834
1920 йыл 26 август 5070
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2927
1959 йыл 15 ғинуар 2131
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1230
2002 йыл 9 октябрь 1186
2010 йыл 14 октябрь 956 436 520 45,6 54,4

Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары 1738 йылда уҡ мишәрҙәрҙең беренсе төркөмөн ебәрә. Мишәрҙәрҙең бер өлөшө бында ер биләүселәрҙең рөхсәтенән тыш ҡала. 1749 йылда ошо ауылға мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. Уларҙың законға ҡаршы эшмәкәрлеге башҡорттар менән уларҙың керҙәштәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе талап итә. 10 йылдан һуң был нормаға һыйышлы булмаған мөнәсәбәттәрҙе законлаштырырға кәрәк була. Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары улар менән 1759 йылда килешеү төҙөгән, бер йылдан уны Өфө провинция канцелярияһы раҫлаған.

Ә Өфө губерна канцелярияһының 1760 йылдың 22 декабрендәге указына ярашлы мишәрҙәрҙең сығышы күрһәтелгән. Әхмәр мулла Әбдрәхимов, мәҫәлән, бында Һөйөндөк ауылынан, Мортаза Өсәйенов Мунғас ауылынан күсенгән. Йәғәфәр Дауытов — Богдан ауылынан, Усеин Байматов — иптәштәре менән, Әҙилиә Ғәбдүсәлимов — Болошло ауылынан, Йәғәфәр Абдрахманов — Ҡарамалынан, Рәжәп Ильясов, Ғүмәр Әмәмәтов, Айыт Ғәлин — Ҡаратәкә ауылынан, Әхмәр Әлмәнов — иптәштәре менән — Әүрез ауылынан, Яҡуп Богданов — Ислан ауылынан, Ишкенә Байбарисов — Сәфәр ауылынан, Тимергән Усманов — Кудушли, Мораҙым Усейнов, Исмәғил Сөләймәнов — Балышлынан. Улар араһында Уҫы өйәҙенән Ғәббәс Иштуғанов та була. Указда әйтелгәнсә, "Һеҙ Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарынан ер алғанһығыҙ, бынан алда унда ун йыл күсеп ултырғанһығыҙ һәм әле лә йәшәйһегеҙ. Указ «уларға ҡыҫылыу булмаһын» өсөн бирелгән.

Керҙәшлек һуңыраҡ та ғәмәлгә индерелгән, өҫтәүенә, тағы ла аҫабалыҡ хужалары ғына түгел, керҙәштәр үҙҙәре лә индергән. 1804 йылда, ыҫлаҡтар әйтеүенсә, мишәрҙәрҙең 15 йортона тағы шул сама ғаилә ҡушылған, һуңынан мишәрҙәр үҙҙәре «тағы 25 йорт һалған. Хәҙер беҙ 80 ихатанан күберәк». Бында типтәрҙәр ҙә була.

Тәүҙә Һөйөндөк (Әхмәр Әбдрәхимовтың тыуған ауылы буйынса), һуңынан Әхмәр ауылы халҡының муллаһы исеме менән ул Әхмәр тип йөрөтөлә), һәм, ниһайәт, — Ыҫлаҡ. Исемдәренең барыһы ла антропонимдан алынған, һуңынан: Ыҫлаҡ — гидронимдан, йылға атамаһынан.

1783 йылда ауылда — 6, 1795 йылда — 4 типтәр, 780 мишәр, 1816 йылда — 820 мишәр, 6 типтәр, 40 хеҙмәтле татар, 1834 йылда — 1403 мишәр, 1859 йылда — 2161 керҙәш, 1870 йылда — 2354 башҡорт, 1920 йылда 50 970 йортта 50 970 башҡорт теркәлгән. Күренеүенсә, мишәрҙәрҙе ике тапҡыр яңылыш башҡорт тип атағандар. 19 быуат аҙағында Ыҫлаҡта 4 мәсет һәм 2 конфессия мәктәбе була.

Бер документта 19-сы быуат аҙағында ер мәсьәләһенең киҫкенләшеүе хаҡында әйтелә. 1882 йылдың март аҙағында 200-гә яҡын Ыҫлаҡ кешеһе ер биләүсе Алексеевтың имениеһына һөжүм итә һәм, үҙ белдеге менән өс тиҫтәнән ашыу урман ҡырҡып, ауылға алып ҡайта. Ваҡиға урынына килеп еткән урындағы власть вәкилдәрен ҡорал менән ҡаршы алған[16].

Ауылдың ҡышҡы урамы
  • Әхмәтов урамы (рус. Ахметова (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы) (рус. Дружбы (улица))
  • 1-се завод урамы) (рус. Заводская 1-я (улица))
  • 2-се завод урамы) (рус. Заводская 2-я (улица)
  • Йылға аръяғы урамы) (рус. Заречная (улица))
  • Йәшел урамы) (рус. Зеленая (улица))
  • Ленин урамы) (рус. Ленина (улица))
  • Матросов урамы) (рус. Матросова (улица))
  • Тыныслыҡ урамы) (рус. Мира (улица))
  • Күл урамы) (рус. Озерная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы) (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Тракт урамы) (рус. Трактовая (улица))
  • Туғай урамы) (рус. Тугай (улица))
  • Туҡай урамы) (рус. Тукая (улица))
  • Үҙәк урам) (рус. Центральная (улица))[17]


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  6. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  13. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  14. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» (2002) / Ю. Б. Коряков
  15. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  16. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 430. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  17. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
  18. Башҡорт энциклпедияһы — Ғәлимов Жәмил Фәйзулла улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)