Тәғзиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәһрандағы Эршад хөсәйниәһе (Иран)
Тәғзиә

Тәғзиә [1] (ғәр. تعزية‎ — соболезнование‎; рус. Та’зи́я) — исламда: вафат булған кешенең ғаиләһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу. Шиғый исламында тәғзиә тип Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәне Хөсәйен ибн Алиҙың «ғазаплы» үлеме иҫтәлегенә театрлаштырылған тамаша — дини мистерия атала

Ҡайғы уртаҡлашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрхүм үлгәндән һуң тәүге өс көн һәм өс төн эсендә ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәк. Ошо ваҡытта ҡайғы уртаҡлашыусы кешеләр юлда булған йәки төрлө сәбәптәр арҡаһында ошо кешенең үлеме тураһында һуңыраҡ белгән осраҡта ҡайғы уртаҡлашыу белдереү рөхсәт ителә[2]. Мәликиҙәрҙән башҡа бөтә сөнни мәҙһәбтәрҙә лә бер тапҡырҙан күберәк ҡайғы уртаҡлашыу тейешһеҙ (мәкруһ) тип һанала.

Төрлө категориялағы кешеләр өсөн ҡайғы уртаҡлашыу төрлөсә әйтелә, бының сәбәбе — шәриғәттең мосолман булмаған мәрхүмгә доға ҡылыуҙы тыйыуына ҡайтып ҡала[3]

Шиғыйҙар мистериялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғый исламында тәғзиә тип Хөсәйен ибн Алиҙың «ғазаплы» үлеме (680 йылдың 10 октябре) иҫтәлегенә театрлаштырылған дини мистерия атала [4].

Тәүге ваҡытта «йыйылыштар» Әһеле Бәйт ағзаларының йорттарында, һуңыраҡ шиғыйҙарҙың изге урындарында үтә. IX быуатта профессиональ «илаусылар» һәм «алып барыусылар» барлыҡҡа килә. X быуат башында Бағдадта, Алеппола һәм Ҡаһирәлә тәғзиәләр өсөн махсус йорттар (хөсәйниә) асыла[5].

Тәғзиәнең йөкмәткеһе һәм биҙәлеше шиғыйлыҡ идеяларын пропагандалауға һөҙөмтәле хеҙмәт итә, уның төп доктринаһы — юғары власты(имамат) Алисылар араһында мираҫ итеп алыу [5]. Әлеге ваҡытта Иранда тәғзиә шулай уҡ сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыла[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 2-се том,439-сы бит — ISBN 5-200-01108-6
  2. Али-заде, 2007
  3. Абу Бакр аль-Касани, 2006
  4. Ислам: ЭС, 1991
  5. 5,0 5,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 220
  6. Ислам: ЭС, 1991, с. 221

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]