Эстәлеккә күсергә

Өлкөндө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Улькунды битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Улькунды
Өлкөндө
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Өлкөндө ауыл Советы

Координаталар

55°39′38″ с. ш. 57°58′44″ в. д.HGЯO

Халҡы

1255[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452533

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 840 001

ОКТМО коды

80 623 440 101

ГКГН номеры

0520656

Улькунды (Рәсәй)
Улькунды
Улькунды
Өлкөндө (Башҡортостан Республикаһы)
Улькунды

Өлкөндө (рус. Улькунды) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Өлкөндө ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1255 кеше[2]. Почта индексы — 452533, ОКАТО коды — 80223840001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 100 км

Өлкөндө ауылы район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 25 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Өлкөндө ойконимы этимологияһы «Ҙур ҡаласыҡ» тигәнде аңлатыуы ихтимал, йәғни, Оло һәм кәнде (ҡала, ҡәлғә). Оло һүҙе кәнде тигәнгә эйәреп йомшаҡ әйтелешкә күсә, ә кәнде үҙ сиратында, лабиалләшеп, көндө тигәнгә әүерелә. Быға тарихи табыштар ҙа дәлил булып тора:

« Например, в «Списках населенных мест Российской империи…» говорится о том, что в Златоустовстом уезде, близъ башкирской деревни Улькунды (1769) лежат два городища, называемая башкирами Чудскими и Шайтан (т. е. Чортовы) городищами. Первое из них в 4 верстах от деревни известно под именем Чукурь городища (Соҡор «рытвина» – З. Ш.); другое Улькунды или Птичье городище лежит в 3 верстах к востоку от первого, далее говорится о том, что они оба расположены на вершинах гор. Чукур гора имеет пещеру; городище представляет круглый вал на пространстве 34 сажени с выходами на восток и запад; окружность вала Улькунды простирается на 43 и 1/2½ сажени. [4] »

Өлкөндө ауылына 1781 йылда Өфө өйәҙе Дыуан улусы аҫаба башҡорттарының мишәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Дыуан ырыуы башҡорттары биләмәләрендә тәүге мишәр ауылдарының береһе.

Баҫылып сыҡҡан сығанаҡта ауылдың нигеҙләнеүе тураһында:

«1762, 1787, 1805 йылдарҙағы килешеүҙәр буйынса Мырҙалар һәм Дыуан улустары башҡорттарынан мәңгелеккә һатып алынған ерҙәре бар». Архив материалдарында әйтелеүенсә, XIX быуаттың 1-се яртыһында Өфө өйәҙендә 3-сө мишәр кантонының 15-се йортона ҡараған Өлкөндө ауылы мишәрҙәренең ата-бабалары «башҡорт еренә тәүгеләрҙән булып 1762 йылда башҡорттар менән төҙөлгән килешеү буйынса Ҡыҙылъяр ауылында, Мырҙалар улусы дачаларында килеп урынлаша, һуңынан 1781 йылда Дыуан улусы башҡорттары менән килешеү төҙөй һәм 1864 йылдан шунда йәшәй. Бында 27 типтәр ҙә йәшәй, ләкин рәүиз иҫәбе буйынса Ҡыҙылъяр ауылында тип күрһәтелгән». Ысынлап та, рәүиздәр буйынса мишәрҙәр Өлкөндө ауылында, ә типтәрҙәр — Ҡыҙылъяр ауылында иҫәпләнә. 9-сы команда составындағы типтәрҙәрҙең ер хоҡуҡтары түбәндәгесә: «Ерҙе Мырҙалар улусы аҫаба башҡорттарынан, ихатанан йылына 50 тин һалым (оброк) түләү шарты менән, 1762 йылда һатып алғандар; Өлкөндө ауылы мишәрҙәре менән берлектә шул уҡ шарттарҙа ер биләйҙәр». Уларға ер һатылмаған, типтәрҙәр ҙә, мишәрҙәр ҙә керҙәш итеп индерелгән; аҫаба хужа башҡорттарға ҡуртымға бирелгән ер өсөн һәр йорттан йылына 50-шәр тин (мишәрҙәр — 20 тин) түләнә. Һуңыраҡ Өлкөндө ауылы Ҡыҙылъяр («Улькунды тож») тип тә аталған. Ауыл ике, Мырҙалар һәм Дыуан, улустарының аҫабалыҡ сигендә урынлашҡан була. Килешеүҙәрҙән күренеүенсә, мишәрҙәр 1762 йылдан алып — Ҡыҙылъяр ауылында, ә 1781 йылдан Өлкөндөлә йәшәгән. Өлкөндө ауылы кешеләре ике улус керҙәштәре була. Һәм 1875 йылда уларҙың ҡуртымға алған ерҙәренең бер өлөшөн тәбиғи ориентир буйынса Таҙтүбә ауылы крәҫтиәне А. Н. Бунаков һатып ала. Ул саҡта ер майҙаны яҡынса 15 мең дисәтинә тип баһалана (ысынында иһә Бунаков ҡулында 45 мең дисәтинә була). 1889 йылда Н. В. Ремезов үҙенең китабында халыҡтың мофталаға тарыуын, фажиғәһен, күрһәткән.

.

Өлкөндө мишәрҙәре элегерәк Таҙтүбә, Ярославка, Һикәяҙ ауылдарында йәшәгән тигән мәғлүмәт тә бар[6][7].

Златоуст өйәҙе буйынса 1898 йылда баҫылған статистик мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Йылантөп ауылы Өлкөндөнән бүленеп сыҡҡан. Халыҡ һаны 1859 йылғы X рәүиз йомғағы буйынса — 59 йортта 85 мишәр ир-ат теркәлгән. Йылантөп Дыуан ауылынан 6 саҡрымда, Кошелевка йылғаһы башында урынлашҡан. Билдәләп китер кәрәк, бүлендек ауыл булһа ла, халыҡ иҫәбе төп ауыл кешеләре менән бергә бирелгән. 1870 йылда был бүлендек ауылдар араһында теркәлмәгән. XX быуат башында ғына ул үҙ аллы ауылға әйләнгән. 1920 йылда Йылантөп ауылындағы 150 йортта 753 кеше йәшәгән[8]

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 15-се йорт 3-сө мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 15-се йорт 3-сө мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 15-се йорт 3-сө мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 15-се йорт 3-сө мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Дыуан-Мәсетле улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Өлкөндө ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Өлкөндө ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Өлкөндө ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Өлкөндө ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Өлкөндө ауылының XIX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда Өлкөндө ауылында 230 йән ир-ат мишәр һәм 12 йән типтәр йәшәгән. 1834 йылда 284 йортта йәшәүсе 775 мишәр, 58 типтәр иҫәпкә алынған.

1842 йылда 775 мишәргә 280 сирек ужым һәм 723 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Картуф тураһында әле белмәгәндәр. Игенселек системаһыҙ. Тиреҫ ашлама булараҡ ҡулланған. Ауылда бер нисә һуҡҡыс һәм елгәргес була. Йәшелсә баҡсалары булған. Урындағы тоҡом малын үрсеткәндәр. Үҙҙәре етерлек бесән әҙерләгән. Урман ауылдан 7 саҡрым алыҫлыҡта, өлөшләтә ауыл эргәһендә. Мәнфәғәттәренә ярашлы, йыл һайын 20 дисәтинә биләмәлә урман йыҡҡандар.

1859 йылда ауылда 786 ир-ат йәшәгән. 1865 йылда 273 йортта 1657 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 2 мәсет, ат тирмәне була.

1870 йылда 273 йортта 853 ир-ат һәм 804 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1897 йылда ауылда 7 кибет, тирмән, 2 мәсет булған[9].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Өлкөндө ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.

1920 йылда Өлкөндө ауылындағы 456 йортта 2472 мишәр йәшәгән[10].

Өлкөндө халҡы «Урал Сервис» ЯСЙ-ндә, «Ударсы» крәҫтиән (фермер) хужалығында хеҙмәт итә. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[11].

Өлкөндө ауылында татарҙар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2472
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1744
1959 йыл 15 ғинуар 1726
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1425
2002 йыл 9 октябрь 1464
2010 йыл 14 октябрь 1255 601 654 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вәлиев Самат Фәттәх улы (3.12.1904—15.10.1986), дәүләт эшмәкәре. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
  • Әхмәт Ерикәй (3.12.1902—15.09.1967), шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1945—1950 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. СССР-ҙың 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм Ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры[12].
  • Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (3.03.1933—9.08.2008), ғалим-биохимик, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975)[13].
  • Ғәйнанов Адонис Ғарифйән улы (27.1.1927, БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Өлкөндө ауылы (Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) — 20.1.2012, Мәскәү) — геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР ятҡылыҡтарын разведкалау отличнигы (1987). 1949 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң, уҡыу йортонда эшкә ҡала. Фәнни эшмәкәрлеге океандағы ер ҡабығының тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеүгә, акваториялар төбөндә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын күҙаллауға арналған. Ғәйнанов етәкселегендә Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд океандары тектоносфераларының ҡалынлыҡ карталарын һәм тығыҙлыҡ моделдәре төҙөлә. Ғәйнанов ҡатнашлығында Атлантик океандағы гравитация ҡырының көҙгөләге кеүек сағылышлы локаль симметрияһы күренеше асыла. Ғәйнанов А. Ғ. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. М. В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты (2003). [14].
  • Ғизбуллин Наил Ғәйфулла улы (27.3.1937, БАССР-ҙың Дыуан районы Өлкөндө ауылы) — агроном. Украина аграр фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2012). 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының (БНИИСХ) бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ Тәжрибә-етештереү хужалығы (ОПХ) директоры була. 1966 йылдан Киев ҡалаһындағы Украина аграр фәндәренең шәкәр сөгөлдөрө институтында: 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1982 йылдан лаборатория мөдире, 1986 йылдан бүлек мөдире, 1992 йылдан баш ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре БР, РФ һәм Украинаның төрлө тупраҡ-климат шарттарында шәкәр сөгөлдөрө орлоҡсолоғоноң агроэкологик нигеҙҙәрен һәм уның технологияларын эшләүгә арналған. Ғизбуллин Н. Ғ. шәкәр сөгөлдөрө орлоғо гибридтарын үҫтереү, үрсетмә ысулын ҡулланып бер вегетация осоронда орлоҡ алыу технологияларын эшләй. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.[15]
  • Октябрҙең 60 йыллығы урамы (рус.  60 лет Октября (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Сөләймәнов урамы (рус.  Сулейманова (улица)
  • Туҡаев урамы (рус.  Тукаева (улица)
  • Вәлиев урамы — (рус.  Валиева (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)
  • Пролетар урамы — (рус.  Пролетарская (улица)
  • Таҡташев урам — (рус.  Такташева (улица)
  • Фәттәхов урамы (рус.  Фаттахова (улица)
  • Крупская урамы (рус.  Крупская (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Революцион урамы (рус.  Революционная (улица)
  • Туҡаев тыҡрығы (рус.  Тукаева (перулок)
[16]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

  • Мулла күле (ауылдан көньяҡҡа 3 км), бында бик күп шифалы үҫемлектәр үҫә.

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Тәбиғәт һәйкәле — ерек һәм тал күпләп үҫкән

  • Өлкөндө һаҙлығы (ауылдың төньяғында 1 километрҙа)[17], уны тәбиғәт һәйкәле йәки дәүләт заказнигы тип иғлан итеү талап ителә[18].

Тарихи һәйкәл — ике боронғо ҡаласыҡ: Соҡортауҙа Чудский һәм Өлкөндө йәки Ҡош ҡаласығы (Шайтан — Чёртово) [19]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Өлкөндө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. РГИА Ф. 381, Оп. 8, Д. 4119, Л. 2,4: РГИА Ф. 383.Оп. 31.:ЦГИА РБ И-10, Оп. 1, Д. 1506: Д. 1497: Д. 1509 //Вестник Башкирского университета. 2014. Т. 19. №4 - ISSN 1998-4812
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 500. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 500. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. ЮАС. Вып. 2. С. 325. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 24. Л. 21. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 106. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 1755. Ремезов Н. В. Очерки из жизни дикой Башкирии. С. 32—39. Имеется переиздание с сокращениями и добавлениями: Реме­зов Н. В. Быль в сказочной стране. Уфа, 1986. Однако здесь отсутствуют интереснейшие по своей информативности очерки, в том числе «Почетный гражданин-острожник») ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 24. Л. 19.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 500. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 500. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 500. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Өлкөндө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Ерикәй (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2017)
  13. Башкирская энциклопедия — Ахметов Радик Рахимьянович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
  14. Өлкөндө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. Өлкөндө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  16. Карта д. Улькунды. Улицы
  17. Памятники природы
  18. Памятники природы Дуванского района.
  19. Памятники прроды