Эстәлеккә күсергә

Фәрит (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәрит  — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Фәрит — тиңдәшһеҙ, берҙән-бер мәғәнәһендә[1]. Мосолман халыҡтарында ир балаларға йыш ҡушылған исем.

Фәрит Иҫәнғолов — (6 март 1928 йыл — 25 май 1983 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970), 1954 йылдан — КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фәрит Иҙрисов — (12 июль 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының музыка авторы.

Фәрит Фәтих улы Ғәбитов — (20 апрель 1937 йыл — 12 ноябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2014—2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Фәрит Бикбулатов — (8 август 1936 йыл — 26 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).

Фәрит Хафиз улы Ғүмәров — (10 март 1929 йыл — 15 июнь 2000 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).

Фәрит Богданов — (7 октябрь 1932 йыл — 12 март 2001 йыл) — башҡорт драматургы. 1952 йылдан — КПСС, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).

Фәрит Абдулла улы Вәлиев — ғалим-химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Фәрит Аҡылов9 июнь 1947 йыл) — хеҙмәт ветераны, технолог-тау байыҡтырыусы. 2011—2012 йылдарҙа Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы. СССР‐ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988)

Фәрит Әйүп улы Нухов — (21 март 1930 йыл — 19 март 1990 йыл) — Өфө моторҙар эшләү заводының авиация двигателдәрен слесарь-йыйыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1990).

Фәрит Барый улы Хәбиров — (1 ғинуар 1930 йыл — 29 июнь 2003 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1991), Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991). «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән (1995).

Фәрит Хәйҙәрғәли улы Солтанғәлиев (20 декабрь 1920 йыл7 август 1990 йыл — хужалыҡ эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыһы.

Фәрит Хисаметдин улы Көнәфин (12 апрель 1935) — (12 апрель 1938 йыл) — партия һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почет Билдәһе» ордены (1981 йыл), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1973), ВДНХ-ның бронза (1985) һәм көмөш (1978) миҙалдары кавалеры, социалистик хеҙмәт ударнигы.

Фәрит Хәмит улы Сиражетдинов (1949) — ғалим-зоотехник, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, СССР-ҙың почётлы доноры

Фәрит Сөләймән улы Ғәлиев (16 декабрь 1945 йыл3 ноябрь 2003 йыл — анестезиолог-реаниматолог, медицина фәндәре докторы (1995).

Фәритов Айрат Тәбрис улы (27 апрель 1965 йыл) — ғалим-механик-коррозионист. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты.

Фәритов Хәбир Салауат улы (12 апрель 1913 йыл5 июль 1997 йыл) — педагог-методист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ