Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы
Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 1993 |
Вафат булған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы (1924-1993) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарун Исмәғил улы Фәхретдинов 1924 йылда Автономлы Башҡорт ССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусы биләмәһенә ҡараған (хәҙер Салауат районы) Илсекәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлай.
Хеҙмәткә алынғансы, «Башташ» колхозында төрлө эштәр башҡара: ат һабаны менән ер һөрә, колхоз сабынлыҡтарында мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы Салауат район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡыра.
Рядовой ҡыҙылармеец Һарун Фәхретдинов 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем 212-се уҡсылар дивизияһының һуғыш тамамланған ваҡытҡа Кобрин Ҡыҙыл Байраҡ Суворов орденлы тип аталасаҡ 669-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
1943 йылда яралана, Әрмәнстанда госпиталдә дауалана[4].
«Халыҡ хәтере» сайтындағы мәғлүмәттән сығып, Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы 1945 йылдың 1 ғинуарынан тағы хәрби хеҙмәткә саҡырылған һәм 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем запас яугир булып торған тигән фараз барлыҡҡа килә[5].
Һуғыштан һуң тормошо һәм хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы һуғыштан һуң утыҙ һигеҙ йыл дауамында Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхозында механизатор булып эшләй.[6]. Алдынғы механизатор Һарун Исмәғил улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң Һарун Фәхретдинов күрше Урмансы ауылынан Мырҙашева Рәйсә Ғаян ҡыҙына (1927—2003) өйләнә. Татыу ғаиләлә 10 бала: Йосоп, Мәрйәм, Морат, Миңдегөл, Йомагөл, Йомаҙил, Жамбулат, Разия, Жәлил, Римма тәрбиәләнә. Ғүмәр исемле улдары бала сағында вафат була[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдинов Һарун Исмәғил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[8] һәм БР-ҙың Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Фахретдинов Харун Исмагилович
- Память народа. Фахритдинов Карон Исмагилович
- Память народа. Фахретдинов Х. И.
- Журнал боевых действий 212 сд (описывает период с 08.06.1943 по 30.04.1944 г.)
- 212-я стрелковая Кричевская дивизия 2023 йыл 5 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988
- ↑ Журнал боевых действий 212 сд (описывает период с 08.06.1943 по 30.04.1944 г.)
- ↑ Память народа. Фахретдинов Х. И.
- ↑ Память народа. Фахритдинов Карон Исмагилович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5