Хатип
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хатип (ғәр. خطيب — дин таратыусы, вәғәзсе; рус. Хатиб) — йома намаҙын үткәреүсе мосолман руханиҙар.
Намаҙы алдынан ул мөнбәрҙең өсөнсө баҫҡысынан телмәр (хөтбә) һөйләй. Мөнбәр намаҙ уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, Ҡиблаға йүнәлтелгән михрабтың уң яғында урынлаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа хөтбә, нигеҙҙә, Аллаһтан хәлифәгә, батшаларға, хандарға һаулыҡ һорап уҡыла торған доға булған. Ғәскәргә еңеү һорап, халыҡты ҡоролоҡ, аслыҡ, эпидемия кеүек афәттәрҙән һаҡлауҙы ялбарып, хөтбә уҡылған.
Хөтбә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә, хөтбә 5 өлөштән тора:
- Аллаһты маҡтау,
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр, хәлифәләр рухына доға ҡылыу,
- Аллаһтың берлеген раҫлау,
- вәғәз
- мосолмандарҙың именлегенә доға ҡылыу
Хөтбәләге вәғәз (өгөт-нәсихәт, өйрәтеү) мәсеткә ғибәҙәткә килгән мосолмандарҙың туған телендә һөйләнелә һәм, дин талабы буйынса, фәҡәт дингә, дини йолаларға бәйле мәсьәләләргә ҡағылырға тейеш.
Йома хөтбәһенән тыш хатип дини байрамдарҙа, мәҫәлән, Ҡорбан йәки Ураҙа байрамдарында (Ид әл-Фитр) телмәр тота.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хатиб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Encyclopaedia of Islam, том IV, стр. 1141—1142
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |