Эстәлеккә күсергә

Юлдаш (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юлдаш — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла осрай.

Юлдаш исеменең мәғәнәһе юлдаш, иптәш, дуҫ тигәнде аңлата[1]. Юлда бергә барған кеше. Юлдаш булыу. Күсмә мәғәнәлә — Бер рух, теләкле кеше. Юлдаш табыу. Ғүмерлек юлдаш. Ышаныслы юлдаш. Тормош юлдашы тормош юлын бергә үткән, бергә йәшәгән кеше[2].

Юлдаш Ҡотлин (18-се быуаттың икенсе сиреге — 1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Тельтем—Юрматы улусы старшинаһы, Көньяҡ Уралда күмер ятҡылығын табыусы.

Юлдаш Һөйәрембәтов (? — 1742 йыл) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Мулла. Сығышы менән Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорттарынан. Көҙәй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара.

Юлдаш Рәхмәтуллин (1786 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Ахунбабаев Юлдаш Ахунбабай улы (үзб. Yo‘ldosh Oxunboboyevich Oxunboboyev, 1 июль 1885, Мәрғылан, Мәрғылан өйәҙе, Фирғәнә өлкәһе, Рәсәй империяһы — 28 февраль 1943 (57 йәш), Ташкент, СССР) — совет партия-дәүләт эшлмәкәре, Үзбәк ССР-ы ҮБК (1925—1938) һәм Үзбәк ССР-ы Юғары Советы президиумы (1938—1943) рәйесе.

Ураҡсин Юлдаш Зиннур улы — Башҡортостан Республикаһының Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры.

Юлдашев Ҡанбулат — башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Юлдашев Марс Тимербулат улы (1937 йыл) — табип һәм медицина ғалиме, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор.

Юлдашев Роберт Нәжип улы (1971 йыл) — ҡурайсы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.

Юлдашев Хисмәт Хәсән улы (1957 йыл) — башҡорт шағиры.

Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (1920 йыл — 1980 йыл) — башҡорт теле белгесе, төркиәтсе.

Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы (Тамара Искәндәриә; 1958 йыл) — башҡорт шағирәһе, журналист, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире.

Юлдаш (Учалы районы) (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл урынлашҡан.

Юлдаш (Ишембай районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан.

Юлдаш (Фёдоровка районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Фёдоровка районында урынлашҡан.

Юлдаш (Балаҡатай районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Балаҡатай районында урынлашҡан.

Юлдаш (Ейәнсура районы) — Ейәнсура районы Этҡол ауылының икенсе атамаһы.

Юлдаш (Ауырғазы районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Ауырғазы районында урынлашҡан.

Юлдаш (Ҡариҙел районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Ҡариҙел районында урынлашҡан.

Юлдаш (Әбйәлил районы) (рус. Юлдашево) — ауыл, Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан.

Юлдаш (Ҡоншаҡ районы) (рус. Юлдашева) — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ауыл.

Юлдаш (Наҙы-Петровск районы) (рус. Юлдашево) — Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районындағы ауыл.

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. —108 бит.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка (под. ред. З. Г. Ураксина, 2006)


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ