Ғайса (исем)
Ғайса — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған мосолман ир-ат исеме.
Эттимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайса — Ғайса пәйғәмбәр исеменән; икенсе мәғәнәһе боронғо йәһүдсә — хоҙаның шәфҡәте, мәрхәмәте[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайса (пәйғәмбәр) — Исламда Ғайса Пәйғәмбәр, (нәби) һәм Аллаһтың рәсүле, Инжилдә — Иисус Христос. Исламдағы иң хөрмәтле Пәйғәмбәрҙәр иҫәбенә инә.
Ғайса Туҡтағолов (тыуған йылы билдәһеҙ — вафат булған йылы 1774 йылдың декабренән һуңыраҡ) — Иҫәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы Иҫәй ауылы (Силәбе өлкәһе Сосновка районы Туҡтағол ауылы) башҡорто. Ҡара-Табын улусының баш старшинаһы, ахун, Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы, Урал аръяғы башҡорттары командаһы етәксеһе.
Ғайса Әхмәтов (1784—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәгән.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов (10 апрель 1928 йыл — 27 июль 2021 йыл) — әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ғайса Йәнекәев (исеменең варианты Айса; 2 июль 1864 йыл — март 1931 йыл) — уҡытыусы, мәғрифәтсе, этнограф, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (1907—1917), Рәсәй империяһының мосолман халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бирә. Сембер губернаһында буҫтау фабрикаһы директоры һәм Ҡазандың бөтә хәйриә һәм уҡытыу-тәрбиә учреждениеларнының распорядителе була. Февраль революцияһы осоронда Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты ағзаһы һәм Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезын ойоштороусы (1917 йылдың майы). Совет осоронда Вятка губернаһының Халыҡ мәғарифы коллегияһы ағзаһы һәм Башсельхозкредиттың инспекторы була; башҡорт һәм татар фольклорының профессиональ белгесе булып таныла.
Ғайса Рәсүлев (1866—1921) — башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, ахун.Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Шәрип ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), билдәле ишан Зәйнулла Рәсүлевтың бер туғаны — Фәтҡулла Хабибулла улы Рәсүлев ғаиләһендә тыуған.
Ғайса Йосопов (21 май 1905 йыл — 19 август 1941 йыл) — шағир һәм публицист, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип. В. И. Чапаевҡа һәм уның дивизияһына арнап Һамарҙа ҡуйылған монументтағы бер яугир образының тәүһыны (прототибы). 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайсаның Хаҡ Сиркәүе — Ҡытайҙа 1917 йылда асылған бойондороҡһоҙ сиркәү.
Илсе Ғайса (йыр) («Ғайса», «Ғайса батыр», «Ғайса ахун») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |