Ҡазан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙан (ҡала) битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Ҡазан
татар. Казан
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Координаталар

55°47′27″ с. ш. 49°06′52″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Метшин Илсур Рәис улы[d]

Милли состав

татарҙар,
урыҫтар,
сыуаштар

Этнохороним

ҡазанлы

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды 843
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 401 000 000

ОКТМО коды

92 701 000 001

Рәсми сайт

kzn.ru

Ҡазан (Рәсәй)
Ҡазан
Ҡазан
Ҡазан (Татарстан)
Ҡазан

Ҡазан (Ҡаҙан; татар. Казан, рус. Казань) — Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы. Рәсәй Федерацияһының Волга буйындағы ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәк.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡазан ҡалаһы өс йөҙ йыл дауамында Волга буйында урынлашҡан Болғар дәүләтенең форпосы булып торған, уның исеменән Боронғо Русь дәүләте менән иҡтисади, сауҙа һәм мәҙәни бәйләнешкә ҡатышҡан.
  • Һуңыраҡ Ҡазан Алтын Урҙа дәүләте өйәҙҙәренең береһендә ҙур административ үҙәк булып китә. Бында һөнәрселек һәм халыҡ-ара сауҙа үҫешкән.
  • 1438 йылдан 1552 йылғаса ҡала Ҡазан ханлығының үҙәге булып торған.
  • 1552 Иван Грозный ҡаланы баҫып ала.
  • Пётр I осоронда (1708 ҡала Ҡазан губернаһының баш ҡалаһы була һәм 200 йыл буйына ошо статуста ҡала.
  • 1756 йылдың 7 авгусындағы батша указы буйынса Ҡазан һәм Ҡазан өйәҙендәге 536 мәсеттең 418-е емерелә.
  • Һуңғы 90 йылда Ҡазан — Татарстандың баш ҡалаһы.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда йәшәгән халыҡ һаны — 1,130 млн кеше, майҙаны — 425,3 км². Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән.

Милли состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан — күп милләтле ҡала. Унда халыҡтың күпслеге татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда төрлө дин вәкилдәре, башлыса мосолмандар һәм православ христиандар, йәшәй. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар.

Мәсеттәр

Апанай, Барудия, Борнай, Зәңгәр, Иҫке Таш, Нурулла, Ғәлиев, Ҡабан арты, Әзим, Әл-Мәржәни.

Ҡала исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡазан» атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә фараз бар:

  • «Ҡазан» татарса «казан» һүҙенән. Риүәйәт буйынса, хан хеҙмәтсеһен йылғаға һыуға ебәргән. Хеҙмәтсе һыу алғанда алтын ҡаҙанын йылғаға төшөрөп ебәрә. Шунан һуң йылғаға ла, ҡалаға ла «Ҡазан» тип исем ҡушҡандар.
  • Ҡайһы берәүҙәр йылғаның исеме «ҡаҙ» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпәләй. Был фараз буйынса, боронғо замандарҙа йылға ярҙарын ҡаҙҙар төйәк иткән. Шунан йылғаға «Ҡазан һыуы» тип исем ҡушылған, һуңыраҡ ҡалаға ла был исем күскән.
  • Башҡорт тел белгесе Жәлил Кейекбаев фекеренсә, «Ҡазан» исеме «ҡайын» һүҙенән килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Башҡортостанда ла Ҡазанлы исемле ауыл бар. Был фараз буйынса, был ауыл элегерәк Ҡайынлы тип аталған — ҡайын урманында нигеҙләнгән булған.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Схема районов Казани.jpg
Район исеме Халыҡ һаны
(мең кеше)
Майҙаны
(гектар)
Мәғлүмәт
1 Авиатөҙөлөш районы 110,1 3 891
2 Вәхит районы 83,3 2 582
6 Волга буйы районы 218,8 11 577
3 Киров районы 107,2 10 879
4 Мәскәү районы 130,5 3 881
7 Совет районы 266,1 7 687
5 Яңы Савин районы 204,2 2 066

Мэр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юлы вокзалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Вокзал аша йылына 8 миллион кеше үтә.

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй.

Волга буйы федераль университеты (элекке Ҡазан дәүләт университеты)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1804 йылдың 17 ноябрендә нигеҙ һалынған. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында — С. Т. Аксаков, М. А. Балакирев, П. И. Мельников-Печерский, Лев Толстой, В. Хлебников бар . В. И. Ульянов-Ленин да бында уҡый әммә университетты бөтөрмәй, революцион төркөмдә ҡатнашыуы менән бәйле ҡыуыла.

Хәҙерге ваҡытта университтета 14 факультет бар, уның составына шулай уҡ А. М. Бутлеров исемендәге Химия институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиал инә.

Ҡазан авиация университеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

9 факультетты, 58 кафедраны, 57 лабораторияны, 10 фәнни-техник үҙәкте, 3 ғилми-тикшеренеү институтын үҙ эсенә ала. Университетта 15 мең студент уҡый.

Башҡа юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡазан дәүләт технология университеты
  • Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты
  • Ҡазан дәүләт медицина университеты
  • Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
  • Ҡазан дәүләт аграр университеты
  • Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
  • Ҡазан дәүләт энергетика университеты
  • Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
  • Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
  • Ҡазан дәүләт консерваторияһы һәм башҡалар.

Театрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театр 1906 йылдың 22 декабрендә асылған. Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан эшләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]