Һикәяҙ (Дыуан районы)
Ауыл | |
Сикияз башҡ. Һикәяҙ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452532 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Һикәяҙ (Һикияҙ, Тепловка [2]; рус. Сикияз) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Һикәяҙ ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 773 кеше[3]. Почта индексы — 452532, ОКАТО коды — 80223834001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км (тура юлдан - 60 км)
Һикәяҙ ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һикәяҙ ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1750 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһынан күсеп килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған.
1753, 1798, 1810 йылдарҙа шул уҡ шарттар менән бында крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Тәү төпләнеүселәре староверҙар (христиандарҙа иҫке дин кешеләре) була.
Һикияҙ йылғаһы тамағында 1874 йылда Мең улусынан күсеп килеүселәр тарафынан ойошторолған һәм һуңынан юҡҡа сыҡҡан Һикияҙтамаҡ ҡасабаһы урынлашҡан булған[5].
Һикәяҙ ауылының XIX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һикәяҙ ауылы халҡы, ерҙе тиреҫләһә лә, шулай ҙа игенде ҡалдау баҫыу (переложный) системаһы менән эшкәрткән. Урында етештерелгән 50-гә яҡын ат һуҡҡысы, 100-ләп елгәргес, шулай уҡ 6 тирмән булған. 1842 йылда 85 йортҡа 465 ат, 620 һыйыр, 1110 һарыҡ, 18 кәзә, 180 сусҡа тура килгән. Быуат аҙағында 4 йортта мал тотмағандар. Быҙауҙарын, һәр баш малға 60-80-шәр тин түләп, Мырҙалар Мәсетле ауылы башҡорттарына көтөүгә биргәндәр. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр, 1842 йылда ауылда 25 умарта булған. Ауылда 8 тимерлек, иген киптергес, май һығыу һәм буяу оҫтаханалары булған. Баҙар һәм йәрминкәләр йылына 3 тапҡыр үткәрелгән. Тағы 39 кибет булған.
Һикәяҙ ауылында улус идаралығы урынлашҡан. 1865 йылда Һикәяҙ (Тепловка) ауылындағы 212 йортта 1190 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, сана яһау, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йылға судноларында эшләгәндәр. 2 сиркәү, училище, 7 һыу тирмәне, 39 сауҙа кибете булған. Һикәяҙ ауылында йәрминкәләр үткәрелгән.
1876 йылдан алып йыл һайын 50 бала земство училищеһының башланғыс баҫҡысын тамамлаған. Ауылда крәҫтиән балалары өсөн грамотаға өйрәтеү мәктәбе булған, унда 50-гә яҡын малай һәм 10 ҡыҙ белем алған.
1893 йылда Һикәяҙҙа ике православие (таш һәм ағас) һәм диндәштәр сиркәүе булған. Һикәяҙ ауылында шул уҡ исем менән аталған улус идараһы үҙәге булған.
1906 йылда Һикәяҙ ауылында 2 сиркәү, земство мәктәбе, мануфактура, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Йәрминкәләр үткәрелгән[6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һикәяҙ ауылында Дыуан сорт һынау участкаһы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һикәяҙ ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1531 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 787 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 566 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 634 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 773 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 773 | 379 | 394 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Араловец Дмитрий Маркович (1870—1918) — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Һикәяҙ ауылы земство мәктәбе уҡытыусыһы. Алты бала атаһы. Октябрь революцияһынан һуң РСДРП (б) ағзаһы, 1917 йылдан партия ячейкаһы секретары, ревком рәйесе. 1918 йылдың май айында Мәсәғүт ауылында тоҡанған большевиктарға ҡаршы бола ваҡытында ҡулға алына. Йыртҡыстарса язаланғандан һуң, улы менән бергә тереләй ергә күмелгән. Һикәяҙ ауылындағы урта мәктәпкә Дмитрий Маркович Араловецтың исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған[8].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың 60 йыллығы урам — (рус. 60 лет СССР (улица)
- Яңы урам (рус. Новая (улица)
- Д. М. Араловец урамы (рус. Д. М. Араловец (улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица)
- Манчаж тыҡрығы (рус. Манчаж (преулок)
- Социалистик урамы (рус. Социалистическая (улица)
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Тәбиғәт һәйкәле:
Тарихи һәйкәл:
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
- Дуван, село // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Силәбе өлкәһе порталы. Араловцы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.218. ISBN 5-295-30192-6
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Силәбе өлкәһе порталы. Араловцы
- ↑ Карта д. Сикияз. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |