Эстәлеккә күсергә

Әл-Кәфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Кәфи
Рәсем
Атамаһы الكافي
Төп тема Хәҙистәр
Сәнғәт формаһы энциклопедия
Автор Аль-Кулайни[d]
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
 Әл-Кәфи Викимилектә

Әл-Кәфи (ғәр. الكافي‎ — «таманса») — шиғый-ун икеселәр хәҙистәренең төп йыйынтыҡтарының береһе, төҙөүсеһе — Әбү Жәғфәр Мөхәммәт ибн Йаҡуб ибн Исхаҡ әл-Ҡулайни әр-Рази (ваф. 328 йәки 329 йыл һижри/ 939 йәки 940 йыл).

Йыйынтыҡҡа Күтүб әл-Арбаға («дүрт китап») шиғый хәҙистәренең төп йыйынтыҡтары менән бер рәттән Шәйех Садуҡ, Әбү Жәғфәр әт-Туси әҫәрҙәре инә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм уның ғаилә ағзалары — Зәһрә Фатиманан һәм ун ике имамдан яҙып алынған 15181 документаль хәҙисен үҙ эсенә ала.

Ғалимдарҙа "Әл-Кафи"йыйынтығын төҙөүсе тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Шулай уҡ уның ҡушаматы яңғырашының (нисбә) төрлө варианттары бар: әл-Ҡулайни йәки әл-Ҡулини. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә тикшеренеүселәр ҙә уның Ирандағы Ҡулайн йәки Ҡулин тигән ауылдан килеп сыҡҡан булыуы менән килешә. Шулай уҡ әл-Ҡулайниҙың йәшәү ваҡыты ун икенсе имам әл-Мәһди кесе йәшеренлек (әл-ғәйбәт әс-суғра) осорона тура килеүе билдәле

Йыйынтыҡтың структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әл-Кәфи» өс өлөштән: «Әл-Үсүл», «әл-Фуруғ» һәм «Әр-Рәүдә» тора.

Ҡулланылған әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мустафа Авлийа’и. И. К. А. Ховард. Хадисоведение. Москва, «Исток», 2010.
  • Dr. I. K. A. Howard 'Al-Kafi' by Al-Kulayni