Амур өлкәһе
Уҡыу көйләүҙәре
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Амур өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Благовещен | ||||
14-се | |||||
- Барлығы |
361 913 км² | ||||
- Барлығы |
816 910 (2013) 2.26/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
179,5 млрд. Һум млрд. һум (2010) 157,8 мең Һум мең һум | ||||
Алыҫ Көнсығыш | |||||
Алыҫ Көнсығыш | |||||
Губернатор |
Василий Орлов | ||||
28 | |||||
RU-AMU | |||||
YAKT[d] һәм Азия/Якутск[d][1] | |||||
Бүләктәре: |
Аму́р өлкәһе — өлкә, Рәсәй Федерацияһы төбәге, Алыҫ Көнсығыш федераль округына инә.
Сиктәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төньяҡ — Саха (Яҡутстан) Республикаһы
- Көнсығыш — Хабаровск крайы, Йәһүд автономиялы өлкәһе
- Көнбайыш — Байкал аръяғы крайы
- Көньяҡ — Ҡытай
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бажайкин Станислав Георгиевич (9.01.1944), ғалим-механик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2008). И. М. Губкин исемендәге премия (2002), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге (2009), Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге (2012) дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән Амур өлкәһе Завитая ҡасабаһынан[2].
- Малышев Николай Иванович (22.11.1949), хәрби хеҙмәткәр, 1992—1993 йылдарҙа Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы уҡытыусыһы. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осоусы. Отставкалағы полковник. Советтар Союзы Геройы (1987). Сығышы менән Амур өлкәһенең Сағур ауылынан[3].
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амур өлкәһе Губернаторы — Амур өлкәһе башлығы һәм Амур өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе.
- Амур өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Амур өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Амур өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур өлкәһе суд системаһы составында:
- Амур өлкәһе өлкә суды — Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
- Амур өлкәһе арбитраж суды — Рәсәй Юғары арбитраж судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өлкә Парламенты — Амур өлкәһе өлкә думаһы.
Губернаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1991 йылдан — Альберт Кривченко
- 1993 йылдан — Александр Сурат
- 1993 йылдан — Владимир Полеванов
- 1994 йылдан — Владимир Дьяченко
- 1996 йылдан — Юрий Ляшко
- 1997 йылдан — Анатолий Белоногов
- 2001 йылдан — Леонид Коротков
- 2007 йылдан — Николай Колесов
- 2008 йылдан — Олег Кожемяко
- 2015 йылдан — Александр Козлов
- 2018 йылдан — Василий Орлов
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур өлкәһендә 1989 йылда — 2289, 2002 йылда — 1183 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бажайкин Станислав Георгиевич 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Малышев Николай Иванович 2019 йыл 16 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2019)
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.