Болгария тарихы
Боронғо заманда Болгария территорияһында б. э. т. V быуатта Одрисск батшалығы төҙөгән фракиясылар йәшәгән, һәм был ерҙәр б. э. т. IV быуатта Македония державаһы составына ингән. Ә б. э. I быуатында Боронғо Рим хакимиәте аҫтында (Мёзия һәм Фракия провинциялары) торған. II быуаттан VI быуатҡа тиклем күп һанлы варвар ҡәбиләләренең һөжүменә дусар ителгән. 395 йылдан — Византия составында булған, VI—VII быуаттарҙа унда протоболғарҙар һәм славяндар йәшәгән. 681 йылда Аспарух хан баш ҡалаһы Плиска булған Беренсе Болгар батшалығына нигеҙ һала. 865 йыл тирәһендә кенәз Борис I христиан динен ҡабул иткән. Симеон I дәүерендә ил «алтын быуат»ында йәшәгән. 1018 йылда Болгария тағы ла Византия составына ингән. 1186 йылда болгар дәүләте — яңы баш ҡалаһы Тырново булған Икенсе Болгар батшалығы тергеҙелә. Иван Асень II (1218—1241 йй. идара иткән) Болгария яңы күтәрелеш кисерә. 1396 йылда уны төрөктәр баҫып ала. XVI быуатта болгар ерҙәрендә үҙәге София булған Румелия бейлербейлеге барлыҡҡа килгән. Ислам диненә күскән болгарҙар помактар тип аталған. Болгарҙар Константинополь сиркәүе юрисдикцияһына күсерелгәндән һуң дини хеҙмәттәр болгар телендә түгел, грек телендә үтәлә башлай.
XVIII быуат уртаһында болгарҙарҙың милли үҙаңы үҫеше башлай. Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) һөҙөмтәһендә 1878 йылда автономиялы Болгар кенәзлеге барлыҡҡа килә. 1908 йылда үҙ аллы Болгар батшалығы иғлан ителә. Ике донъя һуғышында ла Германия яҡлы булған. 1944 йылда немец Кобургтар династияһы ҡыйратыла. Икенсе бөтөн донъя һуғышынан һуң Болгарияла социалистик режим урынлаштырыла, ил СЭВ-ҡа (1949) һәм Варшава килешеү ойошмаһына (1955) ҡушыла. 1989 йылда Т. Живковты идара итеүҙән бушатҡандан һуң илдә баҙар реформалары башлана.
Славян осоронан алда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгария территорияһында тәүге кешеләр иртә палеолит (200 меңгә яҡын йыл элек) дәүеренән бирле йәшәгән. Урта неолит дәүерендә Болгария территорияһында Караново-I[1] мәҙәниәте булған. Б. э. т. III меңйыллыҡта ер эшкәртеүсе ҡәбиләләрҙең бер төркөмө Болгарияның көньяҡ һәм көнбайыш райондарында йәшәгән. Был кешеләрҙең ултыраҡтары тигеҙлектәрҙә урынлашҡан, бәләкәй булған. Шундай уҡ мәҙәниәт Сербия һәм Румыния территорияларында ла булған. Икенсе, һуңғыраҡ, ҡәбиләләр төркөмө Көньяҡ Болгариялағы һәм Грециялағы табылдыҡтар аша билдәле. 30—50 торлаҡтан торған һәм ер валдар йәиһә таш диуарҙар менән нығытылған был ултыраҡтар йылға сығанаҡтары эргәһендә урынлашҡан. Был мәҙәниәттең үҙенсәлекле балсыҡ һауыт-һабаһы Кесе Азия ҡайһы бер ерҙәрендә табылған һауыт-һабаһына оҡшаған. Неолит һуңына үҙәк һәм көнсығыш Болгарияла Украиналағы триполь мәҙәниәтенә (балсыҡтан эшләнгән ҙур торлаҡтар) оҡшаған мәҙәниәт таралған.[2]. Баҡыр быуаты эпохаһында ил территорияһы Көнсығыш Урта диңгеҙ мәҙәниәтенә, Криводол-Селькуца и Коджадермен-Гумельница-Караново VI[3] мәҙәниәттәренә ҡараған, көньяҡ райондарҙа металлургия үҙәге булған. Был осорҙа халыҡ ер эшкәртеү, малсылыҡ, шулай уҡ виноград (йөҙөм) үҫтереү менән шөғөлләнгән. Мәҙәни ҡатламы 12 метр тәшкил иткән баҡыр-таш быуат ауылдары ҡалдыҡтары табылған. Бер нисә мең йылдар дауамында йәшәп килгән был ауылдар 20—100 торлаҡтан торған. Алтын әйберҙәрҙән торған Вылчитрынск хазинаһы бронза быуатына ҡарай[4].
Фракийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгария территорияһында йәшәгән фракий халҡының формалашыуы б. э. т. II—I меңйыллыҡтарға ҡарай. Фракийҙар ер эшкәртеү (бойҙай, арпа, арыш, тары, киндер, етен сәскәндәр; емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтергәндәр), малсылыҡ (йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ), сауҙагәрлек, һөнәрселек, шулай уҡ ҡорал яһау менән шөғөлләнгәндәр. Б. э. т. V—IV быуаттарҙа фракий мәҙәниәте үҙенең үҫеш осорон кисерә. Б. э. т. VIII—VII быуаттарҙа Фракия өлкәләре гректарҙың колонизацияһына дусар ителә. Ҡара диңгеҙ яр буйҙарында ҡалалар (полистар): Анхиал, Месамбрия, Аполлония, Дионисополь, Одесс барлыҡҡа килә. Ҡалаларҙың яҡын-тирә менән аралашыуы фракийҙарҙың эллинләшеүенә алып килә. Фракийҙар араһында юғары ҡатлам (знать) айырылып сыға, ҡол биләүселек барлыҡҡа килә. Б. э. т. VI—V быуаттарҙа фракийҙарҙың одриз ҡәбиләһе төҙөгән Одрисск батшалығына яҡын ятҡан грек колонияларының күпселеге уға буйһона. Одриздарҙың төп ҡалаһы Ускудама (хәҙер төрөк ҡалаһы Эдирне)[5] була. Одрисск батшаһы Севт III баш ҡалаһы Севтополь[6] була. Одрисск юғары ҡатламының күпселеге эллинләшкән була. Одрисск державаһының сәскә атыуы б. э. т. V быуатҡа, одрисск сәнғәтенең сәскә атыуы б. э. т. IV—III быуаттарға тура килә. Казанлык ҡәберлегенең һәм Панагюриштск алтын хазинаһының килеп сығыуы ла был осорға тура килә. Б. э. т. IV быуатта Одрисск батшалығы оҙаҡ тормай емерелгән Македония державаһына ҡараған. Македонсылар фракийҙар ултырағы урынында Филиппополь (хәҙерге Пловдив)[7] тигән ҙур ҡала төҙөй. Грек ҡалалары менән һуғыш шарттарында фракийҙар ере бөлгөнлөккә төшә[8].
Рим хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. II быуатта римлеләр фракийҙар еренең күпмелер өлөшөн, ә б. э. 44 йылдағы ихтилалдан һуң — бөтөн Одрисск батшалығын буйһондора, уның территорияһы рим провинциялары Мёзия һәм Фракияға индерелә. Болгария территорияһының ҙур булмаған өлөшө Кесе Скифия провинцияһына инә. Балҡанға христиан дине беҙҙең эра башында үтеп инә. Рим хакимиәте Фракияла рим гражданлығына эйә булған урындағы юғары ҡатламға таянған. Рим осоронда ҡалалар күберәген Ҡара диңгеҙ һәм Дунай ярҙарында урынлашҡан булған. Римлеләр яңы ҡалаларға нигеҙ һала, шулар араһында Росицалағы Маркианополь һәм Никополь[9]. Мёзиялағы рим лагерҙары урынына Абритус һәм Монтана тигән нығытылған ҡалалар барлыҡҡа килгән. II быуатта ҡол биләүселек үҙәктәренә әйләнгән фракийҙарҙың иҫке ултыраҡтары Сердика, Пауталия, Берое үҫеш ала. Ҡолдар хеҙмәте файҙалы ҡаҙылмалар рудниктарында киң ҡулланыла. Земледельцы Мёзияның ер эшкәртеүселәренең күпселеге рекрут бурысын атҡарыусы ирекле крәҫтиән булған. Римдең балҡан провинцияларының сәскә атыуы 170—230 йылдарға тура килгән. Стара-Планин тауҙарынан төньяҡтағы эске райондарҙың күпселеге тулыһынса романлаша. Ҡара диңгеҙ буйындағы грек ҡалаларына яҡын урынлашҡан ерҙәрҙә халыҡ эллинләшкән көйө ҡалған. Стара-Планинынан көньяҡҡараҡ ауыл райондарында фракий мәҙәниәте һаҡланған. VI быуаттың беренсе яртыһына славяндар килгәнгә тиклем фракийҙар халыҡ булараҡ юғалған. Рим империяһын 395 йылда бүлгәндән һуң Болгария Византия хакимлығы аҫтына эләгә. Ҡолдар аҡрынлап колондарға ҡушылған.. Ауыр хәлдә ҡалған Фракия халҡы 364 йылда Прокопий ихтилалыда ҡатнаша. VI быуатта мәжүсилек закондан тыш тип иғлан ителә. V быуатта биш-алты йылға бер тапҡыр йышлығы менән һунндар, готтар, протоболгарҙарҙың һөжүмдәре ҡабатланып торған. VI быуатта Юстиниан I дәүерендә варварҙарҙан һаҡланыу маҡсатында Дунай йылғаһы ярҙарында нығытмалар төҙөлә [10]
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Славян һәм протоболғарҙарҙың күсенеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Славяндарҙың Балҡанға күсенеүе Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенең һуңғы этабы була. Ант исеме менән йөрөтөлгән славяндар үҙҙәренең Византияға тәүге походын 518 һәм 527 йылдар арауығында ойоштора. Һуңғараҡ славяндар, йыш ҡына аварҙар менән бергә, Дакиянан, Константинополгә етә яҙып, Византияға һөжүм итәләр. 550/551 йылдағы походта славяндар беренсе тапҡыр Византия биләмәләрендә ҡышларға ҡалалар. Шул ваҡыттан башлап славяндарҙың Византия ерҙәренә күпләп күсенеүе башлана. «Дакия» славяндарына Дунайҙы кисеүҙең төп урыны булыпТимер ҡапҡа районы хеҙмәт иткән. 626 йылда аварҙар үҙҙәренә буйһонған славяндар һәм протоболғарҙар менән Константинополде ҡамап ҡарайҙар, әммә еңеләләр. Шунан Авар ҡағанаты, Дунайҙан көньяҡҡараҡ славяндар өҫтөнән идаралығын ҡулынан ысҡындырғас, Балҡан тарих сәхнәһенән юғала. VII быуатта славяндар Балҡанда славинияларға берләшә, шуның береһе «Ете ырыу» тип аталған була. Яңы ерҙәрҙә славяндар ырыу общинаһы ҡалдыҡтарынан күрше община йәшәйешенә күсәләр. Был етештереү мөнәсәбәттәре бында электән йәшәп килгән колонатты алмаштыра. Славяндарҙа ҡол биләүселек үҫешә алмай. Славян юғары ҡатламы күпмелер ваҡыт арауығында Византия менән бәйләнештәр урынлаштыра, грек мәҙәниәтенә яҡыная. 580 йылдан 670 йылға тиклем балҡан славяндары Фессалоника ҡалаһын, үҙҙәренең буласаҡ дәүләт берләшмәһенең үҙәгенә әйләндерергә өмөт итеп, баҫып алырға теләп уға биш тапҡыр һөжүм итәләр. Әммә улар византий ғәскәре тарафынан ҡыйратыла һәм өлөшләтә Кесе Азияға күсереләләр. Славяндар йәшәгән яңы ерҙәрҙә Византия фемалар төҙөй. 685 йылда Фракия фемаһы барлыҡҡа килә[11]
Протоболғарҙар сығышы буйынса Урта Азиянан килгән төрки ҡәбиләлр берләшмәһе булған. Протоболғарҙар IV быуатта, Төньяҡ Ҡаф, Ҡаф тауы артында, Азов буйында йәшәй башлағас, тәү тапҡыр яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Протоболғарҙарҙың бер өлөшө IV быуат аҙағында һунндар менән Паннонияға күсенгән. 540—550 йылдарҙа улар, ҡайсаҡ славяндар менән берлектә, Византияға йыш һөжүм итә башлайҙар. Ул замандағы Византия сығанаҡтары буйынса күсмә протоболғарҙар «булғар» исеме аҫтында билдәле булған. Азов буйында 632 йылда Ҡубрат етәкселегендәге протоболғарҙар, византийҙар «Бөйөк Болғар» тип йөрөткән, хәрби-сәйәси берлек барлыҡҡа килтерә. Ҡубрат үлгәндән һуң был берлек тарҡала, уның улы Аспарух протоболғарҙарҙың бер өлөшө менән хазар ғәскәренән Дунай тамағына сигенә[8].
Беренсе Болгар батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII быуаттың икенсе яртыһында протоболғарҙар Дунайҙы аша сығалар һәм Болгария территорияһына таралып ултыралар. 681 йылдың авгусында византий император протоболғарҙарға тыныслыҡ тәҡдим итә. Килешеү Византияның Аспарух хан етәкселегендәге болғар дәүләтен таныуын аңлата. Был дәүләт үҙенең тәүге көнөнән көнбайышта Тимер ҡапҡанан алып көнсығышта Ҡара диңгеҙгә саҡлы, көньяҡта Стара-Планин тауҙарынан алып Дунайҙың һул ярына саҡлы (ысынында Карпатҡа һәм Днестрға саҡлы) ерҙәрҙе биләгән. Археологик мәғлүмәттәр протоболғарҙарҙың күпселектә Добруджала нигеҙләнгәнен иҫбатлай. Протоболғар дәүләтенең баш ҡалаһы, ауыл кеүек кенә барлыҡҡа килеп, хәҙерге славян Плискаһы урынында барлыҡҡа килә. Славяндар, протоболғар идаралығын танып, уларҙың хәрби походтарында пехота булараҡ ҡатнаша башлай. Славян и протоболғарҙар түләгән яһаҡ (нигеҙҙә игенселек һәм малсылыҡ аҙыҡ-түлеге) Византияла байлыҡ нәмәләренә алмаштырыла. IX быуатта протоболғарҙар күсмә һәм ярымкүсмә көнкүреште һаҡлаған булған әле. Ваҡыт үтеү менән улар көтөүселеккә һәм ултыраҡ тормошҡа күсә, күпселекте тәшкил иткән славян этносына ҡушыла.[9].
Омуртаг хан осоронда Болгарияны протоболғарҙарға һәм славинияларға бүлеүҙе комитаттарға алмаштыралар. Хандың улдары Звиница һәм Енравота славян исемле була. Омуртаг византийҙар емергән Плисканы яңынан тергеҙә, христиандарҙы эҙәрлекләй. Пресиан хан (852 й. үлгән) драговит, верзит, шулай уҡ струмян славян ҡәбиләләре йәшәгән Урта һәм Көньяҡ Македония территорияларын ҡуша. Пресиан дәүерендә 839 йылдан 842 йылға тиклем болғар-серб һуғыштары теҙемендә беренсе һуғыш ойошторола, ахырында, серб кенәзе Властимирҙың еңеүе менән тамамлана. Болғар хакимдары титулы «хан сюбиги» («ғәскәри юлбашсы» мәғәнәһендә) тип аталған. Юғары дәрәжәле протоболғарҙар «болиадтар» йәиһә «боилдар», ҡалғандар — «бағаиндар» тип йөрөтөлгән. VIII быуатта ғәҙәттәге хоҡуҡи нигеҙҙә «Игенселек закон»ы барлыҡҡа килгән. IX быуатта, христиан дине ҡабул ителгәс, «Закон судный людем» барлыҡҡа килгән. VII быуат аҙағындағы — IX быуаттың тәүге яртыһындағы игенселектә йәиһә һөнәрселектә файҙаланылған ҡолдар тураһындағы мәғлүмәт юҡ кимәлендә[14].
Византия менән VII быуат аҙағындағы — IX быуат башындағы һуғыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]689 йылда Юстиниан II «Славиний һәм Болгарияға» ҡаршы походҡа сыға; шул поход һөҙөмтәһендә болғарҙар ҡыйратыла, ә бик күп македон славяндары Кесе Азияға күсерелә. Хазарҙарға ҡаршы походта Дунайҙа һәләк булған Аспарух урынына Дуло ырыуының башҡа вәкиле — хан Тервел килә, һәм ул Юстиниан II батшаға император хакимлығын кире ҡайтарырға ярҙам итә. Бының өсөн Тервель Юстиниан II батшанан Стара-Планиндан көньяҡтағы ҙур Загора өлкәһен бүләккә ала. 717—718 йылдарҙа Болгария Константинополде ҡамаған ғәрәптәрҙе ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Шул уҡ быуатта ил менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алыу маҡсатында протоболғар ырыуҙары Дуло, Вокил һәм Угаин араһында көрәш башлана. 762 йылдағы түңкәрелештән һуң славяндар Болгариянан күпләп ҡасып китә. 755 йылда Византия кинәт кенә яһаҡ түләүҙән баш тартҡас, болғар ғәскәре Константинополгә һөжүм итә, ләкин ҡыйратыла. 756 йылда византийҙар Болгарияға көньяҡтан һәм төньяҡтан һөжүм иткәс, тыныслыҡ һорай. 759—760 йылдарҙа Константин V Македония славинийҙарына ҡаршы яңы поход ойоштора, Болгарияға үтеп инһә лә, еңелә. Болғарҙар һәм византийҙар араһындағы хәрби алыштар славяндарҙың бер өлөшө византийҙар тарафынан шунан тағы Кесе Азияға күсерелгән әлеге Фракия ерендә йәйелдерелә. 763 йылда болғарҙар ҡыйратыла, әсирлеккә төшкән болғарҙар Константинополь диуарҙары янында үлтерелә. Яңы түңкәрелештән һуң Телец хан Угаин ырыуының башҡа вәкилдәре менән бергә юҡ ителә. 768 йылда византийҙар болғар ерҙәренә яңынан баҫып инәләр, Византия менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәндән һуң Паган хан үлтерелә. Сираттағы Телериг хан 774 йылда Македония славинийҙарына хужа булырға ынтылып ҡарай, ләкин Византияның ҡаршылығына осрай. Шул осорҙан Византия һәм Болгария араһында македон славинийҙары өсөн оҙайлы көрәш башлана. Телериг Константинополгә ҡаса, унда христиан динен ҡабул итә, батшабикәнең туғанының ҡыҙына өйләнә. 792 йылдағы алыштан һуң Византия тағы ла Болгарияға бурыс түләүсегә әйләнә. Аварского кағанатын Бөйөк Карл ғәскәре ҡыйратҡандан һуң болғар ханы Крум 805 йылда кағанаттың көнсығыш ерҙәренә эйә була. Шул замандың сығанаҡтарында «Дунай йылғаһының ҡаршы ярындағы Болгария», тип йөрөтөлгән төньяҡ сиктәре тураһында әйтеп тә булмай. 807 йылда византийҙар болғарҙарға ҡаршы яңы һуғыш башлай, ләкин үҙ дәүләтендәге тотороҡһоҙ хәлдәр арҡаһында сигенергә мәжбүр була. Болғарҙар Средец ҡәлғәһен емергәс, Византия Македонияға империяның төрлө мөйөшөнән сыҡҡан халыҡты кисектермәйсә күсереп ултырта башлай. 811 йылда Никифор I Плисканы һәм уның халҡын ҡыйрата. 25 июлдән 26 июлгә ҡаршы төндә Вырбиш үткәлендә ҡаты алыш була, Никифор I һәләк була, византий ғәскәренең күпселеге үлтерелә. 813 йылда болғарҙар Андрианополь янындағы алышта византийҙарҙы ҡыйраталар. Византия менән алып барылған һуғыштар протоболғар һәм славян юғары ҡатламын байытҡан[10].
Христиан динен ҡабул итеү һәм «алтын быуат»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]863 йылда византий ғәскәре баҫып ингәс, Борис I (889 й. үлгән) тыныслыҡ килешеүе төҙөгән һәм, уның нигеҙендә Загораны һаҡлап ҡалһа ла, Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡалаларҙан баш тартҡан, христиан динен ҡабул итеү бурысын иңенә алған. 864 йылда болғарҙарҙы суҡындырыу башлана. 865 йылда Бористы бәреп төшөрөү һәм төрөк диненә кире ҡайтыу маҡсаты менән юғары ҡатлам болаһы (башлыса протоболғар сығышлыларҙың) башланған. Фетнә Бористың еңеүе һәм 52 юғары ҡатлам ғаиләләренең юҡ ителеүе менән тамамланған. Болғар сиркәүе архиепископия һымаҡ ойошторолған булған. Византияның 879—880 йылдарҙағы сиркәү соборында болғар сиркәүенә, Византия менән папство араһында Болгарияны сиркәүгә буйһондороу өсөн көрәш шарттарында, автокефалия мөмкинлеге биреләБолгар архиепископы резиденцияһы Плискала урынлаша. Ул ваҡытта сиркәү руханиҙары византий сығышлы булып, литургиялар грек телендә атҡарылған. IX быуат аҙағында Болгарияға Кирилл һәм Мефодийҙың Бөйөк Моравиянан ҡыуылған уҡыусылары килгән. Улар Болгарияла мәҙәни-ағартыу үҙәктәре — Охрид һәм Преслав китап мәктәптәренә нигеҙ һалған. Болгарияла X быуат башына тиклем ҡулланылған грек яҙыуы йоғотоһонда славян азбукаһы грек хәрефтәре яҙылышына яҡыная, бының һөҙөмтәһе булып яңы славян яҙыуы — кириллица барлыҡҡа килгән. 893 йылда «солун ағай-энеленең» уҡыусыһы Климент Охридский Великая һәм Драгувития өлкәләрендә тәүге славян епискобы булған. Ошонан һуң грек руханиҙарын болгарҙар менән алмаштырыу һәм ғибәҙәт ҡылыуҙы славян телендә атҡарыу башлана. Сиркәү дәүләт хакимиәтен нығытыуға булышлыҡ иткән. Шулай итеп, X быуаттың тәүге яртыһында болгар китапсыһы Козьма Пресвитер раҫлауы буйынса «батшалар һәм болярҙар алла тарафынан һайланған»[11].
870 йылда болгар ғәскәре серб ерҙәренә поход ойошторған, әммә ҡыйратылған. Бөйөк Моравияға ҡаршы немецтәр менән Борис союздаш мөнәсәбәтендә торған. Уның вариҫы Владимир-Расате 893 йылда Германским короллеге менән Бөйөк Моравияға ҡаршы килешеү төҙөгән. Шул уҡ йылда Владимир-Расате мәжүсилеккә кире ҡайтыу аҙымы яһаған: христиандарҙы эҙәрлекләү, сиркәүҙәрҙе туҙҙырыу башланған. Тиҙҙән Владимир-Расате үҙенең элегерәк монахлыҡҡа киткән атаһы тарафынан һуҡырайтыла һәм төрмәгә оҙатыла. Урта быуаттар Болгарияһының һуңғы «халыҡ йыйылышында» Борис баш ҡаланы Плисканан Преславҡа күсереүҙе иғлан иткән һәм яңы кенәз тип үҙенең монахлыҡта йөрөгән өсөнсө улы Симеонды (893—927 йй. идаралыҡ иткән) ҡуйған. Симеон Византияла 10 йылға яҡын йәшәгән, Магнавр мәктәбендә белем алған. Замандаштары уны юғары мәғрифәтле булғаны өсөн «ярымгрек» тип йөрөткәндәр. 894 йылда Византия Константинополдә болгар сауҙагәрҙәре өсөн өҫтөнлөктәрҙе юҡҡа сығара. Шуға асыу итеп, Симеон, венгрҙарға таянып, Византияға һуғыш асҡан, болгарҙарҙы тар-мар иткән. Византийҙар менән килешеү төҙөп, бәшнәктәргә таянып, Симеон венгрҙарға һөжүм иткән. Венгрҙар 896 йылда Паннонияға киткән, унда 906 йылда Бөйөк Моравияны ҡыйратҡандар. 907 году Болгария ерҙәренән Царьградҡа поход ойошторған кенәз Олег ғәскәре уҙған. 897 йылда Симеон византийҙар ерҙәренә ваҡыты-ваҡыты менән, үлем сәғәте еткәнсе, дауам итәсәк һөжүмен башлаған. 913 йылда Византия императоры хакимлығына ынтылған Симеонға византийҙар «Басилевс болгар» титулын бирә. Әммә Константинополь тәхетенә әрмән Роман Лакапин ултыра. Моғайын, 920 йылдар башында Симеон үҙен «(болгарҙар һәм) ромейҙар императоры» тип ҙурлап йөрөткән. 924 йылда Симеон Болгарияға серб ерҙәрен ҡуша. 927 йылда болгарҙар византийҙарҙың союздаштары хорваттар менән алышта ҡыйратылалар. Шул уҡ йылда Симеон көтмәгәндә вафат була. Симеон хакимлығы болгар әҙәбиәтенең сәскә атыуына тура килә. Болгарияла сиркәү һәм дәүләт рәсми теленә әйләнгән славян теленә сиркәү өсөн әһәмиәтле булған мөһим һәйкәлдәр тәржемә ителгән. Оригиналь әҙәбиәт барлыҡҡа килә: Черноризец Храбрҙың "Хәрефтәр хаҡында хикәйәт"е, Константин Преславскийҙың «Азбука доғаһы». IX быуаттың икенсе яртыһында — X быуат башында иртә феодаль болгар халҡының формалашыуы тамамланды. Берҙәм дин һәм әҙәби тел протоболгарҙар һәм славяндар араһындағы мәҙәни айырманың юғалыуына булышлыҡ итте.
Симеон хакимлығы осорондағы Болгария юридик документтарында ил «болгар батшалығы», һирәгерәк — «держава» (иҫке.-слав. Блъгарско царство/дръжава)[12] тип йөрөтөлә башлаған. VII—IX быуаттарҙа Болгариялағы ергә милекселек күрше Византиялағына оҡшаған булған: шәхси ер биләү крәҫтиәндәр йәиһә феодалдар ҡулында, община ере — крәҫтиән общиналары милегендә, ҡалған ер монархтыҡы булған. Яулап алынған яңы ерҙәр дәүләт башлығы милеген тулыландырған, һәм ул ғына был ерҙәрҙе феодалдарға бүләк иткән. IX—X быуаттарҙа Болгария элекке Византия ҡалаларын: Средецты, Пловдивты, Скопьены, Одессаны, Охридты һәм башҡаларҙы[13]яулап алған.
Тарҡалыу һәм Византия яулап алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симеондың улы Пётр Константинополдә Византия менән 30 йылға тыныслыҡ килешеүе төҙөгән, император Роман I менән туғанлашҡан. Византия Петрҙың «василевса болгар» титулын таныған. Болгар сиркәүе етәкселегенә патриарх ҡуйылған, Византия шарттары буйынса, уның резиденцияһы Дристала урынлашырға тейеш булған. Византия Болгарияға йыл буйы түләй торған яһағын түләргә ризалашҡан. Константинополдә 928 йылда болгар тәхетенә «запас» кандидат табылыу менән, Византия, үҙенең Балҡандағы хакимлығын тергеҙергә теләп, күрше дәүләтте быуыу сәйәсәтенә тотонған. Шул ваҡытта Болгариянан ҡасып киткән серб кенәзе Часлав Сербияның Болгариянан азат булыуын иғлан иткән. 934 йылда венгрҙар болгар ерҙәре буйлап Константинополь диуарҙарына саҡлы үткәндәр. Венгрҙарҙың Болгарияға һөжүмдәре 960 йылдар аҙағына саҡлы дауам иткән. 944 йылда Болгария Дунайға рус походы менән Царьградты[14] алырға килгән бәшнәктәр тарафынан бөлгөнлөккә төшөрөлә. Яҡынса X быуат урталарына илдә болгар «руханийы Богомил» ойошторған богомилдар ересе (өҫтөнлөк итеп килгән дингә ҡаршы барыусы тәғлимәт) тарала. Богомилдар бигерәк тә «томаналыҡ кенәзе»[15] булдырған дәүләт һәм рәсми сиркәүҙе күрә алмағандар.
968 йылда рус кенәзе Святослав болгар ғәскәрен ҡыйратҡан һәм Дунай ярындағы ҡалаларҙы үҙ биләмәләре тип иғлан иткән. 969 йылда ул Преславты алған. Шулай ҙа, Святослав Болгарияны баҫып алыу теләге менән янмаған. Дунай тамағынан йыраҡ булмаған Переяславец (йәиһә Кесе Преслав) уның резиденцияһы булған. 970 йылда Святослав Пловдив менән бергә Фракияны ҡыйратҡан һәм Константинополгә юлланған. Уның византийҙар менән һуғышы 971 йылда һуңғыларының еңеүе менән тамамланған. Емерелгән һәм яндырылған Преславты алғас, император Иоанн Цимисхий болгар баш ҡалаһының атамаһын Иоаннополь тип үҙгәрткән, Борис II Константинополгә алып киткәндәр һәм публика алдында регалияларынан мәхрүм иткәндәр. 976 йылда Византияға ҡаршы көрәште Болгарияның көнбайыш комитаттары менән идара иткән ағай-энеле-«комитопулдар» етәкләгән. Төньяҡ- Көнсығыш Болгариянан баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығарып, улар баш ҡалаһы Охрид булған болгар дәүләтен аяҡҡа баҫтырған. Өс ағай-эне үлгәндән һуң, Болгария менән идара итеү дүртенсе улға — Самуилға күсә, 997 йылда ул үҙен батша тип иғлан иткән. 998 йылда ул Сербияны Болгар батшалығына ҡушҡан. X быуаттың ахырында болгарҙар йыл һайын уларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүсе византийҙарҙан гел еңелеп торған. 1001 йылға византий ғәскәре Балҡан арты Болгарияһын Видины менән бергә баҫып алған. 1014 йылда византийҙар 14 мең болгар яугирын әсирлеккә алған, һәм улар Василий II Болгаробойца фарманы менән һуҡырайтылалар. Самуил һуҡыр ғәскәрен күреп, көтөлмәгәндә вафат булған. 1018 йылда Диррахияны ҡамағанда, болгар хакимы Иван Владислав үлтерелә. Василий II — триумф менән баҫып алынған илдең баш ҡалаһы Охридҡа ингән, ҡала диуарҙарын ер менән тигеҙләргә тигән фарман биргән [17].
Византия хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барыһынан алда яуланған Төньяҡ — Көнсығыш Болгарияла Паристрион (йәғни Подунавье) йәиһә «Истра буйы ҡалалары» фемаһы барлыҡҡа килгән. Сирмия айырым бер фема булып бүленгән. В особую административную единицу был выделен Диррахий ҡала яны менән үҙенә башҡа административ берәмек итеп айырымланған. Башҡа ерҙәр Болгария тип аталған провинцияға индерелә. XI быуат аҙағында—XII быуатта төньяҡ-көнсығыш Болгария ерҙәренә Византияға дошман булған күсмә бәшнәктәр һәм ҡыпсаҡтар (половцы) таралып ултырған булған. Болгар ерҙәре руханиҙарға, Византия империяһының башҡа мөйөштәренән килгән крәҫтиәндәргә, шулай уҡ әсирлеккә эләккән элекке күсмә халыҡтарға бирелгән. XI быуат ахырына византий юғары ҡатламының биләмәләре ҙурая. Көньяҡ — көнбайыш болгар ерҙәренең бер өлөшө императорҙар тарафынан пронияларға бирелгән. Урта һәм Көньяҡ Македонияның элекке болгар ерҙәре XII быуатта византий императорҙары биләмәләрендә ҡалған. Урындағы болгар юғары ҡатламы үҙенең биләмәләрен өлөшләтә һаҡлай алған. XI—XII быуаттарҙа буйһондоролған халыҡтың нигеҙен шәхси ирек менән файҙаланған париктар тәшкил иткән. Һалымды аҡсалата түләү крәҫтиәндәрҙе баҙарҙа аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүгә килтергән. Тау-мәғдән эше һәм һөнәрселек күтәрелеш осорон кисерә. XII быуат аҙағынан Тырнов ҡалаһы эре сауҙа үҙәгенә әйләнә. 1037 йылда Болгария архиепискобы итеп Лев исемле грек ҡуйыла. Аҡрынлап ғибәҙәттәрҙе грек телендә алып барыу нығына. 1040 йылда Моравала Петр Делян һәм Диррахия районында Тихомир етәкләгән ихтилалдар булған. 1041 йылға төньяҡта Дунайҙан, көньяҡта Урта Грецияға тиклем ерҙәрҙе үҙ эсенә алған ихтилал баҫтырыла. 1072 йылғы ихтилал барышында баш күтәреүселәр болгар тәхетенә серб княжичы Константин Бодинды саҡыра һәм уға Пётр батша тип исем бирәләр. 1073 йылда ялланған немец һәм франк ғәскәрҙәре ҡатнашлығында ихтилал баҫтырыла. XII быуаттың башҡа ихтилалдары Болгарияның төньяҡ-көнсығыш һәм урта ерҙәрендә барған. Сит-яттар хакимлығы шарттарында болгар мәҙәниәте үҫеше һүлпәнләнгән. Тик иҫке монастырҙар ғына (Рильский, Вирпинский, Охрид күлендәге Изге Наум, Пресла күлендәге Изге Климент) мәҙәниәт усағы булып ҡалған. Ошо осорҙағы аҙ һанлы оригиналь әҙәбиәт Болгар батшалығындағы үткән заман тормошон данлаған[25].
Икенсе Болгар батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1186 йылда ағай-энеле болярҙар Фёдор һәм Асень Төньяҡ-Көнсығыш Болгарияла башлаған ихтилал византийҙарҙы ҡыуып сығарыу мөмкинлеге бирә. Фёдор шул ваҡытта Петр исеме менән үҙен батша тип иғлан иткән. Тиҙҙән хакимлыҡ Петрҙың ағаһына — Асенгә күсә, ул батша тип иғлан ителгән. XII быуат аҙағында болгар ерҙәре аша Өсөнсө тәре походы уҙған. 1190 йылда византийҙар Тырново ҡалаһын ҡамаған, ләкин еңелгән. Византия юғары ҡатламы болгарҙыҡына алмашынһа ла, феодаль тәртиптәр тейелмәй һаҡланған. Болгар болярҙары, үҙҙәренең хәл-торошона ҡарап, «бөйөк» һәм «кесе» тип аталғандар. Әммә улары ла, былары ла тик батшаға ғына буйһонған. Һалымды аҡсалата түләүҙе дауам иткән париктарҙың шәхсән буйһоноуы көсәйгән. Влах һәм отрок-көтөүселәр ул дәүерҙә крепостнойҙар хәленә төшкән. Тырнов, Средец, Боруй, Видин, Анхиал, Червен, Несебыр, Каварна, Созопол, Силистра ҡалалары һәм башҡалар эре сауҙа-һөнәрселек үҙәктәренә әүерелгән. Болгар батшалығы батшалары тәү тапҡыр аҡса һуғыуҙы индерәләр. Дубровник, Генуя һәм Венеция сауҙагәрҙәренә Болгарияла пошлина түләмәй һатыу итеү хоҡуғы бирелгән[26].
Хәҙер дәүләт комитаттарға түгел, ә хораларға (йәғни ерҙәргә) бүленгән. XIII быуаттың тәүге яртыһында етәкселегендә ду́ктар торған унлаған хора иҫәпләнгән. Гарнизон коменданты һәм градоначальник (ҡала түрәһе) уларға буйһонған. Хоралар катепани́кияларға бүленгән. Ауыл-общиналарҙа һалым йыйыу функцияларын примикю́рҙар һәм староста-кметтар башҡарған. Килеп сығышы яғынан византийҙарҙан булған болгар хакимдарының «болгарҙарҙың батшаһы һәм болгар самодержецы» тигән титулы ныҡлы урын алды. Батша эргәһендәге боляр советы әһәмиәтле булған. Юғары түрәләр грекса аталғандар: юғары гражданлыҡ вазифаһы — бөйөк логофет, финанстар башында протовестиарий, ғәскәрҙе тәьмин итеү менән протостратор шөғөлләнгән. Батшаның үҙенә буйһонғандарға биргән ҡәҙерле титулдары араһында севастократор и деспот тигәне лә булған. Византия өлгөһөндә сиркәү дәүләткә буйһонған: сиркәү башлығын һайлауҙы батша ҡәтғи атҡарған. 1204 йылға тиклем сиркәү башлығы Тырново архиепискобы булған, 1204 йылдан сиркәү башлығы — примас, 1235 йылдан— патриарх[27]
1190 йылдарҙа Асень Средецты, Струма йылғаһының үрге һәм урта ағымындағы ерҙәрҙе, Видин, Шиш, Белградты ала. Эске сәйәси көрәш һөҙөмтәһендә Асень, ә аҙаҡ ағаһы Пётр ҙа үлтерелгән. Тарихҡа греклашҡан Калоян исеме менән ингән кесе ҡустылары Иван яңы батша булып киткән. 1199 йылда Калоян Византияға һуғыш асҡан. 1204 йылда Калоян, католик сиркәү менән унияға ҡул ҡуйған, батша титулынан да баш тартмаған, папанан король титулы ла алған. Был Калоянға Белград, Браничев, Ништы венгрҙар һөжүменән һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге биргән. Болгар сиркәүе көнсығыш йолаларын һәм славян телендә ғибәҙәт алып барыуҙы һаҡлап ҡалған. Шул уҡ йылды Византия тәре йөрөтөүселәр һөжүменән һәләк ителгән. Баҫып алыусылар Калояндың элекке Византия ере булған Болгарияға «хоҡуғы юҡ» тип белдергән. 1205 йылда болгар-ҡыпсаҡтар һәм тәре йөрөтөүселәр араһында Адрианополь янындағы алышы булған, һуңғылары ҡыйралған. Калоянды папа анафемаға дусар иткән. 1207 йылда ул үлтерелә. Иван Асень II дәүерендә (1218—1241 йй. идара иткән) Икенсе Болгар батшалығы үҙенең апогейына еткән. Ул үҙенә Көнбайыш Фракияны, Македонияны, Көнбайыш Эпирҙы һәм Төньяҡ Фессалияны тамсы ҡан түкмәй буйһондорған. Күрше Сербия менән Асень дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлаған. Ҡырҡ ғазап сигеүсе Тырново сиркәүенең бер колоннаһына батша түбәндәге һүҙҙәр соҡоп яҙырға бойорған: «6738 (1230) йылдың йәйендә… мин, Иван Ясень, Христос аллалы болгарҙарҙың тоғро батшаһы һәм самодержецы… идара итеүемдең ун икенсе йылында грек ғәскәрен ҡыйраттым, ә Феодор Комнин батша әфәндене (ғәли йәнәптәрен) барса болярҙары менән әсирлеккә алдым. Һәм уның бөтөн ерҙәрен яулап алдым…»
Тарҡалыуы һәм һәләкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә Болгар дәүләтнең ул осорҙағы төп халҡын романлашҡан фракийҙар (валахтар) һәм славяндар тәшкил иткән. Күсмә болғарҙар ул саҡта үҙҙәре менә болғар руналары яҙмаһын алып килгән. Әммә дунай болгарҙарының икенсе ханы Тервел грек христианлығына ынтыла һәм үҙенең ғүмерен монастырҙа тамамлай. IX быуатҡа болгар хандары йыш ҡына славянкаларға өйләнгән булған, шуның өсөн дә уларҙың тоҡомдары славян һыҙатын алған (Крум). Шул осорҙа болгарҙар славяндарҙы яҡлаусылар тигән дан алған, ә Болгария үҙенә Македонияны һәм хатта Албанияны үҙенә индерә башлаған (Пресиан хан ваҡытында). 865 йылда Борис батша Болгарияны суҡындыра, был берҙәм болгар этносы сиктәрендә славян менән булгар араһындағы айырымлыҡтың юйылыу мөмкинлеген биргән. Велики-Преслав христиан Болгарияһының үҙәгенә әүерелә, унда славян кириллица алфавиты төҙөлә, автокефаль Болгар православие сиркәүе һәм Преслав китап мәктәбе ойошторола. X быуат аҙағына урыҫ-византий союзы булдырыла һәм Көнбайыш Болгарияның үҙәгенә әүерелгән македондарҙың Охрид ҡалаһы баш ҡала булып китә .
Византия хакимлығы дәүерендә Болгар православие сиркәүе Константинополь патриархына буйһонған булған, күп кенә юғары ҡатлам ырыуҙары империяның Азия өлөшөнә күсерелгән.
Төрөк иҙеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV быуатта Болгария янында дәшһәтле һәм хәтәр ҡурҡыныс күрше — Кесе Азия биләмәләрен баҫып алған Ғосман төрөктәре барлыҡҡа килгән. 1320 йылдарҙан уҡ улар Балҡан ярымутрауына емергес сапҡындар менән килгән, ә 1352 йылда Балҡандағы тәүге ҡәлғәне — Цимпены баҫып алған.
Төрөктәргә ҡаршы бергәләп көрәш алып барыр өсөн союз булдырырға тырышыу уңышһыҙ тамамлана. Күршеләр менән тыныслыҡ мөнәсәбәттәренә өлгәшә алған Иван Александр (1371 йыл) вафат булғас, төрөктәр Икенсе Болгар батшалығына һөжүм иткән.
1371 йылда Марица йылғаһындағы Черномен янында төрөктәр ике македон хөкөмдарҙары ағалы-энеле Вукашин һәм Углеша ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан. Македонияға, Сербияға һәм көнбайыш болгар ерҙәренә юл асылған. Иван Шишма үҙен Морад солтан вассалы тип танырға һәм хатта үҙенең Тамара исемле һеңлеһен солтан гаремына кейәүгә бирергә мәжбүр булған.
Шул уҡ ваҡытта Балҡан тауҙарының көньяғындағы болгар ерҙәре лә төрөк хакимлығына эләккән, ғосман һөжүме башҡа болгар өлкәләренә лә башланған. 1385 йылда " Средец (София) алына. Солтан Морат башта Сербияны язаларға теләй, ләкин сербтар менән Косово яланындағы алышта 1389 йылда ул һәләк булған.
Болгарияға һөжүмде Баязит I солтан дауам иткән. 1393 йылдың йәйендә төрөктәр ҡамауында ҡалған Болгарияның баш ҡалаһы Тырново тар-мар ителгән. Урта быуаттар Болгарияһының һуңғы патриархы Евфимий Тырновский һөргөнгә оҙатыла. Болгар батшаһы Иван Шишман был ваҡытта Никополда булған, уны тотоп алғандар һәм башын киҫкәндәр (1395 йыл). Был ваҡытта Добруджа ҡалаһы ла төрөктәр хакимлығында ҡалған. 1396 йылда Видин батшалығы ла еңелгән, Болгария биш быуат оҙайлығына үҙ аллы дәүләт булыуҙан туҡтаған.
Болгар милли яңырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII—XIX быуаттар аҙағы хәҙерге болгар милләтенең аяҡҡа баҫыуы һәм Ғосман империяһынан мәҙәни һәм сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа сығыу өсөн көрәшенә бәйле.
Болгар Яңырыуы традиция буйынса өс осорға бүленә: иртә осоро — XVIII быуаттан XIX быуат башына тиклем, урта — ғосман реформалары осоро, 1820 йылдарҙан 1850 йылдарға ҡәҙәр (Ҡырым һуғышы) һәм һуңғы осоро — Ҡырым һуғышынан алып Болгарияның 1878 йылда азатлыҡ алыуына саҡлы..
Был эпоха милләтселек күтәрелеше, халыҡтың тарихи үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы, хәҙерге заман болгар әҙәби теле формалашыуы менән билдәле. Мәҙәни эшмәкәрлектең яңы формалары — донъяуи фәндәр өйрәтеүсе мәктәптәр, читалиште, һәүәҫкәр театрҙар — булдырылды. Болгар телендә тәүге уҡыу әсбаптары, гәзит һәм журналдар баҫыла башланы. Башта улар Румынияла һәм Австро-Венгрияла, ә һуңғараҡ Ғосман империяһында ла баҫылды.
Милли яңырыуҙың мөһим өлөшө булып Константинополь православие сиркәүе (Бөтөн Йыһан патриархаты) юрисдикцияһына буйһондоролған болгар епархияларының (өҫтөнлөктө тәшкил иткән халҡы буйынса) сиркәү — идаралыҡ автономияһы өсөн көрәш торҙо.
Өсөнсө Болгар батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй менән 1877—1878 йылдарҙа барған һуғышта Төркиә еңелгәс, Болгария территорияһы азат ителә.. Тәүҙә Сан-Стефан тыныслыҡ килешеүе буйынса яңы славян дәүләтенә Балҡандың киң биләмәләре бирелергә тейеш була, әммә ярты йылдан Берлин конгресы йыйыла, унда көнбайыш державаларҙың баҫымы аҫтында Болгария территорияһы етди киҫелә. Айырым алғанда, ил Македониянан ҡолаҡ ҡаға һәм үҙаллылыҡ урынына Ғосман империяһы сиктәрендә тик киң автономия ғына алған. Был күрше Балҡан илдәренең территориаль бәхәстәренә нигеҙ һала, һәм ошо аңлашылмаусанлыҡ ҡан ҡойошло һуғыштарға этәрә. Үҙ аллы болгар дәүләте православиеға күсеп тә тормаған немец принцы Александр монархияһына әүерелә. Яңы дәүләттең төп хоҡуҡи документы булып кенәз идараһын сикләүсе һәм болгар православие сиркәүенең рәсми статусын нығытыусы Тырново конституцияһы торған. Ә икенсе болгар кенәзе Фердинанд Көнсығыш Румелия өҫтөнән контроль урынлаштырып, Болгарияны берләштереүҙе иғлан иткәнгә, Серб-болгар һуғышы тоҡана. Был һуғыш Болгарияның позицияларын нығыта. 1908 йылда Фердинанд үҙен болгар батшаһы тип иғлан итә һәм рәсми рәүештә үҙаллылыҡты таныуға ирешә.
1912—1913 йылдарҙа Болгария Балҡан һуғыштарында ҡатнаша, һөҙөмтәлә ул Ғосман империяһы иҫәбенән Македония һәм Фракияла ерҙәргә хужа була, Эгей диңгеҙенә сығыу мөмкинлеге ала.
1915 йылда Болгария Үҙәк державалар яғында беренсе Бөтөн донъя һуғышына ҡушыла. Еңелеүгә дусар булғас, үҙенең байтаҡ ерҙәрен юғалта һәм Эгей диңгеҙенә сығыуҙан мәхрүм ҡала.
Иң яңы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың мартында Болгария 1940 йылғы Берлин пактына ҡушыла, уның территорияһына немец ғәскәрҙәре индерелә, болгар ғәскәрҙәре Югославияны оккупациялауҙа ҡатнаша. Йәйҙән бирле Болгарияла антифашисик ҡаршы тороу хәрәкәте башлана. 1941 йылдың декабрында Болгария Бөйөк Британияға һәм АҠШ-ҡа һуғыш иғлан итә.
1944 йылдың 5 сентябрында СССР Болгарияға һуғыш иғлан итә. 9 сентябрҙа хөкүмәт ҡолатыла, идаралыҡҡа «Ватан фронты» килә. Артабан болгар ғәскәрҙәре Германияға һәм уның союзниктарына ҡаршы һуғыш хәрәкәте башлай. Шул уҡ ваҡытта 1944 йылдың 9 сентябрынан һуң ил территорияһында антикоммунистик Горян хәрәкәте баш ҡалҡыта.
15 сентябрҙа совет ғәскәрҙәре Софияға инә һәм бер аҙҙан Болгарияның территорияһын бөтөнләй тиерлек яулайҙар.
1946 йылдың 15 сентябрында Болгария Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.
1989 йылдың 10 ноябрында БКП Генераль секретары посында Петр Младенов Тодор Живковты алмаштыра. Болгарияла тәрән иҡтисади һәм сәйәси реформалар башланды.
1990 йылдың 15 ноябрында илБолгария Болгария Республикаһы тип атала.
2004 йылдың 29 мартынан Болгария НАТО -ла.
2007 йылдың 1 ғинуарынан Евросоюзда (ЕС)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бернштейн, С. Б. Этногенез народов Балкан и Северного Причерноморья: лингвистика, история, археология. — М.: Наука, 1984. — С. 236.
- ↑ Проблемы археологии Евразии. — М.: Ин-т археологии РАН, 2002. — С. 269.
- ↑ Проблемы археологии Евразии. — М.: Ин-т археологии РАН, 2002. — С. 269.
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 13, 15, 16
- ↑ История Болгарии, 1954, с. 22
- ↑ Златковская, Т. Д. Возникновение государства у фракийцев VII—V вв. до н. э.. — М.: Наука, 1971. — С. 164.
- ↑ Златковская, Т. Д. Возникновение государства у фракийцев VII—V вв. до н. э.. — М.: Наука, 1971. — С. 164.
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 37—39, 41
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 42—46
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 46—51, 57
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 64—66, 71, 72, 73
- ↑ Державин, Н. С. История Болгарии: Болгария времен Первого и Второго царств (679—1393). — Изд-во Академии наук СССР, 1946. — С. 16.
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 81—84
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 84—87
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 87—89
- ↑ Борисова, Л. П. В пространстве филологии. — Юго-Восток, 2002. — С. 85.
- ↑ Краткая история Болгарии, 1987, с. 91—99, 104